Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 196


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УТЛЫҠСА
син. Ат һарайына инеп утлыҡсаға ҡатар ултырғас ҡына, Тимерғәле ҡарт уҙенә тапшырылған мөһим эш тураһында һуҙ башланы. Һ. Дәүләтшина.
УТЛЫҠСА II (Р.: шесток (у печи); И.: hearth anterior; T.: şömine tabanı) и. диал.
1. Усаҡ, мейестең алды; көлдөксә. □ Шесток (у печи). М Быуыны таралып утлыҡса ситенә ултырҙы [Ғөбәй]. Ә. Хәкимов.
2. ҡар. утлыҡ 1,1.
3. диал. Йәйге аш өйө; аласыҡ. □ Летняя кухня. Утлыҡсала сәй эсеу. Утлыҡсаны һепереу. Утлыҡсаны йыйыштырыу.
УТЛЫ ҠУҢЫҘ (Р: светлячок; И.: firefly; glow-worm; T.: ateş böceği) и. диал. ҡар. быҙлауыҡ.
Төнөн быҙлап яҡтырып йөрөгән бәләкәй генә ҡуңыҙ. □ Светлячок (лат. Lampyridae). Утлы ҡуңыҙҙар оса. Утлы ҡуңыҙ ҡанаты.
УТОПИЗМ [фр. utopisme < гр.] (Р: утопизм; И.: Utopianism; T.: ütopyacılık) и.
Утопияға, тормошҡа ашмаҫтай нәмәләргә ышаныу. □ Утопизм. Утопизм ҡуренештәре. Утопизмдың төп идеялары. XIX быуат утопизмы.
УТОПИК (Р: утопический; И.: Utopian; T.: ütopik) с.
1. Утопияға (1) нигеҙләнгән; ғилми түгел. □ Утопический. Утопик ҡараштар. Утопик теория.
2. Идеаль ижтимағи ҡоролош күренештәре ысынбарлыҡтан тулыһынса айырып тасуирланған. □ Утопический. Утопик роман. Утопик әҙәбиәт.
3. Утопиянан (3) торған, тормошҡа ашмаҫ. □ Утопический. Утопик идеялар менән йәшәу. ■ Новиков кутәргән мәсьәлә минең өсон хәл ителмәй торған утопик мәсьәлә ине. Д. Юлтый.
УТОПИК СОЦИАЛИЗМ (Р: утопичес кий социализм; И.: Utopian socialism; T.: ütopik sosyalizm) и. фәлс.
Йәмғиәт үҫешенең закондарын белеүгә һәм уны алып барған көстәргә таянмай идеаль йәмғиәт төҙөү, йәмғиәтте социалистик башланғыста нигеҙенән үҙгәртеп ҡороу тураһында тәғлимәттәр. □ Утопический
социализм. Утопик социализм тәғлимәте. Утопик социализмға ышаныу.
УТОПИСТ (утописы) [рус.] (Р: утопист; И.: Utopian; T.: ütopyacı) и.
1. Хыялый, фантазёр. □ Утопист. Утопист булыу.
2. Утопик социализмды яҡлаусы. □ Утопист. Утопистар ҡарашы.
УТОПИЯ [гр. и ‘юҡ’ + topos ‘урын’] (Р: утопия; И.: Utopia; T.: ütopya) и.
1. Фәнни нигеҙләнмәгән идеаль ижтимағи киләсәк тәғлимәте. □ Утопия. Утопияға бирелеу.
2. Йәмғиәт үҫешендәге объектив законлыҡтарҙан тыш идеаль ижтимағи төҙөлөштө һүрәтләгән әҙәби әҫәр. □ Утопия. Утопия яҙыу.
3. Тормошҡа ашмаҫ хыял; уйҙырма, фантазия. □ Утопия. ■ Куп ваҡытта кеше аҡылына һыймаған фантазияларға, утопияларға инеп китәбеҙ. Д. Юлтый.
УТОПИЯЛЫЛЫҠ (утопиялылығы) (Р: утопичность; И.: Utopian nature; T: üto-pyacılık) и.
Утопияға бирелеүсәнлек. □ Утопичность. Хыялдарҙың утопиялылығы.
УТ-ОСОҠ ЙОЛАҺЫ (Р: обычай обновления огня; И.: kind of Bashkir ritual; T: ateşi yenileme geleneği) и. этн.
Ут яңыртыу йолаһы. □ Обычай обновления огня. S Туҡтағол ут-осоҡ йолаһын еренә еткереп уткәрергә тырышты. Яңы өйҙә ул йола утәлергә тейеш. Ғ. Ибраһимов.
УТОЯ и. диал. ҡар. аласыҡ. Утояла аш бешереу. Утояла сәй эсеу.
УТ ӨҪТӨ (Р: работа в разгаре; И.: work in full swing; T: en civcivli zaman) и.
Ҡыҙыу эш өҫтө. □ Работа в разгаре. Ҡыҙыу ут өҫтөндә булыу.
УТРАУ (Р: остров; И.: island; T: ada) и.
1. Бөтә яҡтан һыу менән уратылған ҡоро ер. □ Остров. / Островной. Сахалин утрауы. Бәләкәй утрау. Ваҡ утрауҙар. Ҙур утрау. Утрауҙа йәшәусе. Утрау уҫемлектәре. Утрау халҡы. М Кусәрев, Фәтхиҙәр ҙә уянып, Муйнаҡ утрауы буйына теҙелеп ултырған ауылдарҙы, промыслаларҙы, ҡуйы, оҙон ҡамышлыҡтарҙы ҡарап бара башланылар.
196