УТЫҒЫУ
А. Таһиров. Утрауҙың бер ситендә текә генә ҡая, уны муйыл, әлморон, селек, тағы ла әллә ниндәй ҡыуаҡтар һырып алған. 3. Ураҡсин.
2. диал. Яҙғыһын һыу баҫа торған туғай.
□ Заливной луг. Утрауҙы һыу баҫҡан.
УТРАУЛЫҠ (утраулығы) (Р.: группа островов; И.: archipelago; T: takımada) и.
Утрауҙар төркөмө. □ Группа островов, архипелаг. Утраулыҡтың координаталары.
УТРАУСЫҠ (утраусығы) (Р.: островок; И.: islet; T: küçük ada) и.
Бәләкәй утрау. □ Островок. Утраусыҡтар куренә. Утраусыҡҡа килеп сығыу.
УТ ТЕЛЕ (Р: заклинание огня; И.: fire incantation; T.: büyü sözleri) и. миф.
Ут арбағанда әйтелгән һүҙҙәр. □ Заклинание огня. Я Ут теле: ут анаһы кук була, ут инәһе һары була, уттың ҡыҙы ҡыҙыл була, йөрөмә бында, кит бынан. Өф-өф-өф. «Башҡорт мифологияһы»нан.
УТ ТӨРТӨҮ (ут төрт-) (Р: зажечь; И.: build a fire; T: yandırmak) ҡ.
1. Ут тоҡандырыу. □ Зажечь. Мейескә ут төртөу.
2. Ут һалып яндырыу, үртәү. □ Поджечь. Кәбәнгә ут төрткәндәр.
3. кусм. Аҫтыртын рәүештә кемгәлер ҡотҡо һалыу. □ Подстрекать. Былай ҙа шикләнгән кешегә ут төртөп ебәреу.
УТ ТӘҢРЕ и. миф. ҡар. ут эйәһе. Ут тәңре — боронғо тәңреләрҙең береһе.
УТ УСАҒЫ (Р: летняя кухня; И.: summer cook-house; T.: mutfak) и. диал. ҡар. аласыҡ.
Йәйге аш өйө. □ Летняя кухня. Ут усағына яғыу. Ут усағында сәй эсеу.
УТ-УСАҠ (ут-усағы) (Р: очаг; И.: hearth; T.: ocak) и. йыйн.
Усаҡ-мейес тирәһе. □ Очаг. Ут-усаҡ тирәһендә ҡайнашыу.
УТ-УСАҠ ТӘҢРЕҺЕ и. ҡар. ут эйәһе. Я Боронғо төркиҙәрҙә ут-усаҡ тәңреһе булған. «Башҡорт мифологияһы»нан.
УТҮРСӘЛӘНЕҮ (утүрсәлән-) ҡ. диал. ҡар. үрһәләнеү. Утурсәләнеп йөрөу. Утур-сәләнеп сабыу.
УТ ХУЖАҺЫ и. миф. ҡар. ут эйәһе. Ут хужаһы бар ул. Ут хужаһына табыныу.
УТ ХӘРЕНДӘШ (Р: близкий родственник; И.: next of kin; T.: yakın akraba) и. диал.
Яҡын туған. □ Близкий родственник. Минең ут-хәрендәшем.
УТ ҺҮНДЕРГЕС (Р: огнетушитель; И.: fire extinguisher; T.: yangın söndürme aleti) u.
Янғынды һүндереү өсөн эшләнгән махсус ҡулайлама. □ Огнетушитель. Ут һундергес багажникта ята.
УТ-ҺЫУ (Р: огонь и вода; И.: fire and water; T.: ateş ve su) и. йыйн.
Тәбиғәттең ҡапма-ҡаршы ике стихияһы.
□ Огонь и вода.
♦ Ут-Һыу кисеү бик күпте күреү, күпте кисереү. □ Пройти огонь и воду. ■ Хәҙер иһә ул [Марат], донъяның әсеһен-сөсөһөн татып, ут-һыуҙарҙы кисеп ҡайтҡаны бирле донъяның ете йоҙаҡ менән бикле серҙәрен дә нығыраҡ аңлай башланы. Ә. Хәкимов. Сураш — хәҙер ҡырҡты тултырған мыҡты ир, өҫтәуенә, йәшләй ут-һыуҙар кискән яугир ҙа. Ғ. Хөсәйенов. Беҙҙең курста фронтта ҡатнашҡан, шахталарҙа кумер сығарған, тайгала урман ҡырҡҡан, геология экспедицияларында йөрөгән, ут-һыуҙар кискән ир-егеттәр уҡый. М. Садиҡова.
УТЫҒЫУ (утыҡ-) (Р: насыщаться весенней травой; И.: be satifated with spring grass; T.: otlayarak tok olmak) ҡ.
1. Йәш үләнгә туйыу. □ Насыщаться весенней травой (о животных). Ҡолоҡайҙар утыҡҡан. ■ Киләһе йылынамы, нисек, кук улән кутәрелеп, өйөр утығып, тыу бейәләр йомролап алғас, ер-уттан ҡеуәт алып, шырт ял һайҙаҡ тай-тарпан аҙау йәш айғырға әйләнгән. Ғ. Хөсәйенов.
2. Көс ултырыу, үҫеп нығыныу. □ Крепнуть, набираться сил. Ылаҡ утыҡҡан инде. Ҡолондары утығып киткән. ■ Ер кибеп, уләндәр сәскә атҡас, ваҡ малдың балалары бауыр кутәреп утыҡҡас ҡына йәйләугә сыға [Ныязғол]. һ. Дәүләтшина. Бибиғәйшә лә хәҙерге сөрөш Бибес тугел, Ғәлиулланың да утығып, баҙығып яңы хеҙмәттән ҡайтҡан сағы. Т. Ғарипова. Атайым, Берлинда һуғышты тамамлап, туше тулы миҙалдар менән әйләнеп ҡайтҡанда, мин инде, йәйен-ҡышын
197