УТЫҘ
яланда йөрөп, утыҡҡан геофизик булып өлгөргәйнем. Ш. Янбаев.
УТЫҘ (Р.: тридцать; И.: thirty; T.: otuz) төп һ.
Иҫәбе өс тиҫтәгә тиң һан. □ Тридцать. Утыҙҙы унға булеу. Утыҙ көн. Утыҙ саҡрым. ■ Вагондың артҡы мөйөшөндә юл тоҡсайын тубыҡтары араһына ҡыҫтырып ултырған ябыҡ аҡ йөҙлө, утыҙ йәштәр самаһындағы, төҫкә сибәр генә бер ир йырға ла, һуҙгә лә ҡатнашмай. Ғ. Лоҡманов.
♦ Утыҙ туғыҙлы аҡыл йәһәтенән камил түгел, етешмәй. □ Легкомысленный, придурковатый. М [Исхаҡ:] Кем булһын, билдәле инде, Моратша байҙың утыҙ туғыҙлыһы. Һ. Дәүләтшина.
УТЫҘАР (Р.: по тридцать; И.: thirty each; T.: otuzar) бул. һ.
Һәр береһе утыҙҙан торған, һәр береһе утыҙға тиң. □ По тридцать. Утыҙар һум. М Ә Катюшаның Туҡалы, тәулек һайын утыҙар литр самаһы һөт биреп, рекордсменка булып китте. Д. Исламов. Аҡбаш колхозы кешеләре Силәбе баҙарында бер ай самаһы бал һаттылар. Баштараҡ килоһын утыҙар һумдан, аҙағыраҡ хатта ҡырҡ бишәр һумдан да ебәрҙеләр. Ә. Вәли.
УТЫҘ Л АҒАН (Р: около тридцати; И.: around thirty; T: otuz civarında) сама һ.
Утыҙҡа яҡын, утыҙ тирәһе. □ Около тридцати, примерно тридцать. Н Бөтөн ауыл ҡубынып эшләгәс ни, куҙ асып йомғансы утыҙлаған ылау егелеп, гәрәбә бойҙайлы ҡапсыҡтар тау-тау тейәлеп тә өлгөрҙө. Й. Солтанов. Шулай итеп, ул [Мельников] уҙ эскадронына утыҙлаған, нигеҙҙә, ауылдан сыҡҡан кәуҙәле башҡорт, ҡаҙаҡ егеттәрен һайлап ала. Р. Өмөтбаев.
УТЫҘЛАП (Р: около тридцати; И.: about thirty; T.: otuz civarında) сама һ.
Утыҙға яҡын, утыҙ тирәһе. □ Около тридцати, примерно тридцать. V Бөгөндән алып ул [Нур] утыҙлап кешегә команда биреусе командир ғына тугел, уларға ата ла, педагог та, дуҫ һәм кәңәшселә. И. Абдуллин. һабрауҙың ун баш йылҡыһы, утыҙлап һарығы, өс һыйыры бар. Ә. Хәкимов.
УТЫҘ Л Ы (Р: тридцатый по размеру; И.: size thirty; T.: otuzlu) улс. һ.
Утыҙынсы размерлы. □ Тридцатый (по размеру). ■ Бығаса Емеш бер ҡасан да кур-мәгән утыҙлы лампа менән яҡтыртылған киске мәктәп уға әкиәт батшаһының һарайы кеуек куренде. 3. Биишева.
УТЫҘ Л ЫҠ (утыҙлығы) (Р: тридцатка; И.: thirty rouble note; T.: otuz ruble) и. иҫк.
Утыҙ һумлыҡ аҡса. □ Тридцатка (бумажные деньги). Кеҫәһенән утыҙлыҡтар килтереп сығарҙы.
УТЫҘ ҺАБАҠ ЕП (ебе) (Р: тридцать пасм нитки; И.: alms during a wake; T: ip) u. этн.
Мәрхүмде һуңғы юлға оҙатҡанда, иҫкә алғанда таратыла торған үлемтек ебе (аяҡҡа йәки ҡулға утыҙ тапҡыр уратып эшләнгән еп баҫмаһы). □ Тридцать пасм нитки, нитки умершего (мотки ниток, раздаваемые во время похорон, на поминках в качестве подаяния). Утыҙ һабаҡ еп таратыу.
УТЫҘЫНСЫ (Р: тридцатый; И.: the thirtieth; T: otuzuncu) рәт һ.
Урын тәртибе утыҙ менән билдәләнгән.
□ Тридцатый. Утыҙынсы бит. Утыҙынсы йылдар. ■ Уңыш шәп быйыл, — тип йылмайҙы өлкән йәштәге комбайнсы, тир бөртөктәрен һөртә-һөртә. Утыҙынсы йыл ураҡта ҡатнашам, быйылғы һымаҡ уңышты беренсе тапҡыр курәм. «Йәшлек», 7 август 2010. Финиш знактары өҫтөнән утыҙынсы номерлы самолёт ҙур тиҙлектә осоп утте, тәгәрмәстәре ерҙә тәгәрәй башлағандан һуң да тиҙлек һулпән кәмене. А. Мағазов.
УТЫҠ I (Р: полноводный; И.: deep; Т: suyu bol) с. иҫк.
Ныҡлы, ҙур, көслө (йылғаға ҡарата).
□ Полноводный, мощный. Утыҡ йылға. М Иҙел, Кариҙел йылғаларынан башҡа быларға ҡоя торған утыҡ йылғалар бар. Картотека фондынан.
УТЫҠ II с. ҡар. иҫәр. Утыҡ әҙәм.
УТЫН (Р: дрова; И.: firewood; T: odun) и.
Яғыу өсөн әҙерләнгән ағас. □ Дрова. / Дровяной. Коро утын. Утын ярыу. Утын бысыу. М Сәлмән, бер уҙе ҡалып, йәнә бик куп утын ҡырҡып өйгән дә эңер төшкәс кенә
198