УТЫРБЫ
ҡайтып киткән, ти. Әкиәттән. Йорт алдында Буранбайҙыц тракторы менән килтерелгән утын өйөмөнән башҡа нәмә юҡ ине. И. Ғиззәтуллин. Сурағол бөгөн көндөң буйына алты ат менән бер үҙе Ирәндеккә сығып, утын тейәп, арып, арманһыҙ булып ҡайтҡайны. Т. Хәйбуллин.
УТЫН АҒАСЫ (Р.: полено; И.: billet; Т.: odun ağacı) и. диал.
Яғыу өсөн әҙерләнгән утын киҫәге. □ Полено. Утын ағасы алып инеү. Утын ағасын өйөп ҡуйыу. Утын ағасы менән киҙәнеү.
У ТЫН АЛ АМ А (Р.: непригодные для дров остатки дерева; И.: leftover (of firewood); T.: kırıntı odun) и. диал.
1. Ҡырҡылған утындан ҡалған алам-һалам. □ Непригодные для дров остатки дерева. Утыналаманы йыйыштырып ҡуйыу.
2. Яғыуға бармаған насар ағас. □ Непригодные для топки дрова. Утыналаманы бер яҡ ситкә өйөп ҡуйыу.
УТЫН БЫСАҠАЙЫ (Р: козлы; И.: sawhorse; T.: sıpa) и. диал. ҡар. кузла 3.
Утын һалып быса торған дүрт тағанлы ҡулайлама. □ Козлы (для распилки дров). Утын бысаҡайына һалып бысыу.
УТЫН БЫСҠЫҺЫ и. диал. ҡар. арҡыры бысҡы. Утын бысҡыһы менән бысыу.
УТЫНЛЫҠ (утынлығы) (Р: дровяник; И.: woodshed; T.: odunluk) и.
1. Ишек алдындағы утын һала һәм утын ҡырҡа торған урын. □ Дровяник (участок двора, где рубят и складывают дрова). Утынлыҡҡа утын өйөү. Я Айнур ҡабат утынлыҡҡа барҙы, ике бағана ослап алып, уларҙы ҡойма бағанаһының ике яғынан ҡаҡты ла тимер сыбыҡ киҙәге менән ҡуша бәйләп ҡуйҙы. Н. Мусин. Шәйхетдин ағай утынлыҡҡа йунәләһе урынға картуф баҡсаһы аша Балыҡлы буйына юл тотто. А. Мағазов. Ҡойон урам буйындағы саңды өйөрөлтөп һауаға күтәрә: утынлыҡтарҙағы тап-топтарҙы, юнысҡыларҙы япраҡ һымаҡ осора. Ж. Кейекбаев.
2. миф. Төрлө тыйыуҙар менән бәйле сакраль урын. □ Дровяник (сакральное место ). М Утынлыҡта тышҡа сығырға ярамай, осоҡ була. «Башҡорт мифологияһы»нан.
УТЫНСЫ (Р: дровосек; И.: wood-cutter; T.: oduncu) и.
Утын ҡырҡыу менән шөғөлләнгән кеше. □ Дровосек. ■ Ҡармаҡлылар ҡармаҡтарын, утынсылар утындарын ташлап, гармун янына йыйыла башланылар. И. Насыри. Бесәнселәр салғы сүкей, утынсылар балта ҡайрай. С. Поварисов. Сауҙагәрҙәр, үҙҙәренең балаларын мотлаҡан сауҙа ҡылмаҡ өсөн тыуған, тип уйлағаны кеүек, игенсе лә — балам иген сәсер, утынсы, балам утын һатып мәғишәт итер, тип фекер итәлер. М. Ғафури.
УТЫН ҺАРАЙЫ и. диал. ҡар. утынлыҡ. Утын һарайына инеү. Утынлыҡтан бер ҡосаҡ утын алып сыҡтым. Атайым утын һарайында нимәлер эшләп йөрөй.
УТЫН ЯТЫҠ (ятығы) (Р: чурбан для раскалывания дров; И.: block for cutting firewood; T: kütük) и. диал.
Өҫтөнә һалып утын ярыу өсөн ҡулланылған түмәр. □ Чурбан для раскалывания дров. Йыуан утын ятығы. Утын ятығына һалып утын ярыу. Утын ятығына балтаны сабып ҡуйыу.
УТЫПШЫ [рус. утопший] (Р.: топляк; И.: sunken wood; T: nehir dibine saplı ağaç) u. диал.
1. һыу һеңешкән ауыр ағас; баҡыт. □ Топляк. Был утыпшы бигерәк ауыр.
2. махс. Һыуға батҡан ағас. □ Топляк (затонувшее бревно, дерево). Утыпшыны сығарыу.
3. күсм. Ығыш, яй кеше. □ Медлительный человек. Беҙҙең килен бигерәк утыпшы.
4. күсм. Килбәтһеҙ, һынһыҙ кеше. □ Несуразный, безобразный человек. Кит, шул утыпшы оҡшаймы һиңә?
УТЫРАҠАЙ МЕНДӘР (Р: маленькая подушка для сиденья; И.: small cusheon; T: küçük minder) и. диал.
Аҫҡа һала торған бәләкәй мендәр. □ Маленькая подушка для сиденья. Утыраҡай мендәр һалып ултырыу.
УТЫРБЫ [рус. отруби] (Р.: отруби; И.: bran; T: kepek) и. диал. ҡар. көрпә.
Ашлыҡтың он тартҡанда онталмай ҡалған ҡабығы. □ Отруби. Ике тоҡ утырбы.
199