Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 201


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УФЫЛДАУ
УТ-ЯЛҠЫН (Р.: огонь и пламя; И.: flames and fire; T.: ateş) и. йыйн.
Ялҡынланып янған ут. □ Огонь и пламя. ■ Кук йөҙө ҡара төтөн, ут-ялҡын менән ҡапланды, йылғалар ярҙарынан ташып сыҡты, меңәр йәшлек ҡалын имәндәр тамырҙарынан ҡуптарылып ташландылар. Б. Бикбай. Ут-ялҡын әкренләп алға шылһа ла, төтөнө ел ыңғайына кире килә ине, кешеләр, сәсәй-сәсәй, сытырлап сәсрәгән осҡондан ҡотолорға тырышып, ситкә ҡаса. 3. Ураҡсин. Таң яҡтырған һайын, һирәгәйә барған йондоҙ куселәй, Хашимдың да уйҙары, көн яҡтырған һайын, бер һағышҡа, бер ут-ялҡынға төйөрөлдө. Т. Ғарипова.
УТ ЯҢЫРТЫУ (Р.: обычай зажигания нового огня для остановки эпидемии; И.: kindling fire to stop epidemics; T: salgını durdurmak için tüm ateşleri söndürüp tekrar yandırmak) и. этн.
Ауырыу эпидемияларын туҡтатыу өсөн, бөтә булған утты һүндереп, яңынан ут сығарыу. □ Обычай зажигания нового огня для остановки эпидемий. ■ Төрткө ауырыуы таралһа, ут яңырталар. Экспедиция материалдарынан.
УФ, уф-ф-ф (Р: о, ах; И.: oh my!; T: öf!) ымл.
1. Ауыр хис-тойғонан әйтелә. □ О, ах, ох, ой (выражает тяжёлое переживание, боль, тяжкое состояние). ■ Уф, тигәндә бөтһөн ине йөрәгем эркеуҙәре. Халыҡ йырынан. [Емеш:] Уф, уйлай-уйлай баш тубалға әйлән-де, шикелле! Туҡтасы, бер аҙ уйламай торайымсы! 3. Биишева. Әсәйем дә артыҡ ҡыҙып китеуен, кешене урынһыҙға рәнйетеп ташлау ын һиҙеп алды, буғай. «Уф-ф-ф», — тип бик ауыр көрһөндө. Яр. Вәлиев.
2. Ныҡ арығанда әйтелә. □ Ох (выражает усталость). ■ [Сәғиҙә:] Уф, арыным, әллә ниңә башым да ауыртып тора. М. Тажи.
3. Ҡот осоу, ҡурҡыу, шомланыуҙан әйтелә. □ Уф, ой (выражает испуг). Уф, ҡотто алдың. Уф, йөрәгем сыға икән тип торам.
УФЛАУ (уфла-) (Р: охать; И.: sigh; Т.: oflamak) ҡ. һир.
Ауыр хис-тойғонан уф тип әйтеү. □ Охать, ахать, вздыхать. // Оханье, аханье, вздыха
ние. Ауыр уфлау. Уфлап көрһөнөу. Ш Бәғеркәйем өҙә уфлауҙары, ҡан һауҙыра ғәмле йөрәккә. Д. Юлтый. Вәли ҙә, Хәмдиә лә әллә нисә рәт уфлап уяндылар. М. Ғафури. Ҡарт, был баш әйләндергес ҡайғыларҙан арыған һымаҡ уфлап, маңлайындағы тирен һөрттө. Һ. Дәүләтшина.
УФОЛОГ [рус.] (Р: уфолог; И.: ufologist; T.: ufoloji uzmanı) и.
Уфология менән ҡыҙыҡһыныусы, материал йыйыусы. □ Уфолог. Уфолог яҙмалары. Уфолог эҙләнеуҙәре.
УФОЛОГИЯ [ингл. Ufology < UFO (Unidentified Flying Object ‘билдәһеҙ осоусы объект’ + гр. logos ‘фән’] (Р: уфология; И.: Ufology; T: Ufoloji) и.
Танылмаған осоусы объекттарҙы өйрәнеү менән шөғөлләнеүсе фән тармағы. □ Уфология. Уфология мәғлумәттәре. Уфология тикшеренеуҙәре.
УФТАН Д ЫРЫУ (уфтандыр-) ҡ. йөкм. ҡар. уфтаныу, понуд. от уфтаныу. Ауыр эш уфтандыра. Борсоулы уйҙар уфтандыра.
УФТАНЫУ (уфтан-) (Р: вздыхать; И.: sigh heavily; T: oflamak) ҡ.
1. Ауыр хис-тойғонан уф тип әйтеү. □ Вздыхать, охать. // Вздыхание, оханье. ■ Ай-бай, эш олоғараҡ китеп барҙы бит әле, — тине Фәхри,.. ауыр уфтанып. Б. Бикбай.
2. кусм. Ныҡ ҡайғырыу, борсолоу. □ Горевать. ■ Егет кенә кеше уфтанмаҫ ул ҡайғы-хәсрәт куреп йөрөгәнгә. Халыҡ йырынан. Үҫмерҙең зауҡы аша утеп урелеп уҫкән әллә нисәмә төр буяулы аһәңле ауаздар менән гармун берсә тын ғына зарланырға, берсә хәсрәт эсендә тыны бөтөп уфтанырға, берсә, һағыштың сигенә етеп, укереп иларға тотондо. А. Абдуллин. Ҡорбан ҡарт аҙымын яйлатҡан атты дилбегә ҡағып юрттырҙы ла, һаман фронт иҫтәлектәренән арына алмай, моңһоу ғына «Һай, ғумер!» — тип уфтанып ҡуйҙы. Ш. Янбаев.
УФЫЛДАУ (уфылда-) (Р.: вздыхать; И.: sigh; T: oflamak) ҡ.
1. Ауыр хис-тойғонан уф итеү, уф-ф-ф килеү. □ Вздыхать, охать. // Вздыхание, оханье. М Ул арала, ауыр уфылдап, командир
201