УФЫЛДАШЫУ
янына Бочаров килеп етте. Ә. Байрамов. Әммә [һаҡалтай]тиҙ генә йоҡлап та китмәй, әйләнә-тулғана, уфылдай, хатта кемделер әрләгән төҫлө, аңлайышһыҙ итеп асыулы мығырлай. Н. Мусин.
2. Ныҡ арығанда уф тип әйтеү, уф-ф-ф килеү. □ Вздыхать, охать. // Вздыхание, оханье. М Хәйернас уфылдап тын алды, ҡыйынһынып ҡына урынынан ҡалҡынды. Ғ. Хисамов.
УФЫЛДАШЫУ (уфылдаш-) ҡ. урт. ҡар. уфылдау, взаимн. от уфылдау. Уфылдашып ултырыу. Уфылдашып йөрөу.
УХ I, у-у-ух (Р.: ух; И.: gosh!; Т.: оһ!) ымл.
Асыуланыу, һоҡланыу кеүек көслө тойғоно белдергәндә әйтелә. П Ух, ох, ой (выражает такие эмоции, как сильный гнев, восхищение). ■ [Котлобай — Гөлйөҙөмгә:] Ух, һин, бик уҫалһың икән. Һ. Дәүләтшина. [Өрәк:] Ҡулымда куҫәгем барҙа ҡаршы килегеҙ. Килеп ҡарағыҙ: йә һеҙ, йә мин... У-у-ух! И. Ғиззәтуллин. [Индрил:] Булат, һин мине аңламаның. Кухнянан килтерелгән шыйыҡ сәй ниңә кәрәк миңә? Һин тәмле итеп уҙең ҡайнат. Ана, Висла буйында ҡайнатҡайныҡ бит әле. Ух, тәмле булғайны! Д. Юлтый.
УХ II, у-у-ух (Р.: бух; И.: bang!; T.: güm) оҡш.
Ауыр нәмә төшкәндә, ҙур нәмә шартлағанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Бух (подражание грохоту, возникающему при падении чего-л., при взрыве). Ух итеп ярылыу.
УХУ оҡш. ҡар. уһу II. Уху тип ҡысҡыра.
УХЫЛДАУ I (ухылда-) (Р: охать; И.: cry out; bang; T.: oh çekmek) ҡ.
Ауыр итеп һулау. □ Охать. Ухылдап ҡуйыу. ■ Шул саҡ ишек шар асылды, һәм ухылдап Мират атылып килеп инде. Ғ. Хисамов. Башҡа ваҡытта ҡорһағын кутәрә алмай ухылдап нисек кәрәк йөрөй торған Ғариф еңеләйеп китте хәҙер. Ж. Кейекбаев.
УХЫЛДАУ II (ухылда-) (Р: ухать; И.: hoot; T.: ötmek (baykuş) ҡ.
Уһу-уһу тип ҡысҡырыу □ Ухать (о сове, филине). // Уханье (совы, филина). ■ Ҡыҙылдарҙың төнгө лагерынан йыраҡ тугел ҡапыл ғына өкө ухылдап ебәрҙе. Р. Байымов.
УХЫЛДАУ III (ухылда-) (Р: грохотать; И.: rumble; T.: gürüldemek) ҡ.
Ҡаты, һаңғырау тауыш сығарыу; гөрһөлдәү. □ Грохотать, громыхать, греметь. Ухылдап килеп төшөу. Пушкалар ухылдауы. ■ Пар бөркөп, ауыр ухылдап торған паровоз һауаны ҡалтыратып ҡысҡырып ебәрҙе. Ғ. Лоҡманов. Моторҙар геуләй, ҡорһағына таш, ҡом, цемент, һыу тултырылған бетон болғатҡыстар, ҡомһоҙланып артыҡты ашаған дәу йәнлектәй, ухылдап әйләнә. Ш. Янбаев. Бер юлы унар тонна бомба төшөп ухылдап ярылыуҙан ер һелкенә башланы, тирә-яҡта ут ҡатыш ҡара ҡойон уйнаны. Ғ. Аллаяров.
УХЫР [гр. ochra < ochros ‘һары’] (Р.: охра; И.: ochre; T.: okre) и. диал.
Һары йәки ҡыҙыл төҫтәге тәбиғи минераль буяу. □ Охра. / Охровый. Ухыр менән буяу.
УХЫУАТ [рус. ухват] (Р: ухват; И.: over fork; clip; T.: köseği) и. диал. ҡар. тотҡос.
Суйын тотҡос. □ Ухват. ■ Федора тағы мейес алдында булаша башланы, ухыуат менән унан ҙур-ҙур көршәктәр, табалар тартып сығарҙы. Ғ. Ибраһимов. Ул [Маруся ] төрлө улсәуҙәге һауыттарҙы, суйын сулмәктәрҙе, кәструлдәрҙе һәр береһенә таман кусәркә, ухыуаттар, таба тотҡостар менән әле оло мейескә, әле плитә өҫтөнә кусерә һалып, ошо һауыттарҙағы аштарҙың ваҡытлы бешеуен тикшерә, бик ваҡытлы өлгөртә. Һ. Дәүләтшина.
Уһ ымл. ҡар. ух I. ■ Кәлимулла кеуек булманы был Әхмәт, бик ҡаты тотона: ҡыҫа, иҙә, талай, уһ... И. Ғиззәтуллин.
УҺУ I ымл. ҡар. ух I. ■ «Уһу!..» — Басариев юрамал аптыраған кеше булды. Р. Солтангәрәев.
УҺУ II (Р: подражание крику совы, филина; И.: hoot!; T.: baykuş sesi) оҡш.
Өкө, ябалаҡ ҡысҡырған тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание крику совы, филина. Ябалаҡ уһу тип ҡысҡырҙы.
УҺУ-УҺУ (Р: подражание многократным крикам совы, филина; И.: sound imitative word; T.: tekrarlanan baykuş sesi) оҡш.
202