Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 203


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УЧАСТКОВЫЙ
Өкө, ябалаҡ ҡабат-ҡабат ҡысҡырған тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократным крикам совы, филина. Уһу-уһу итеу. Уһу-уһу килеу.
УҺЫЛДАУ I (уһылда-) ҡ. ҡар. ухылдау I. ■ Викторов уһылдап ҡалҡына бирҙе, бер нәмәгә лә ҡағылмаҫҡа тырышып, ҙур һаҡлыҡ менән башта бер аяғын, шунан икенсеһен ҡанат өҫтөнә төшөрҙө. А. Мағазов. Төн буйы уһылдап, көрһөнөп сыҡты Айым. Ғ. Ибраһимов.
УҺЫЛДАУ II (уһылда ) ҡ. ҡар. ухылдау II. ■ Ике дәруиш, өкө уһылдауына, яҡында ғына буреләр олоуына һағайып, тәуҙә ятыр урын йунәтте, унан көндөҙ ук һиртмәккә аулаған ҡор итен турап, ҡая ярсығы һымаҡ ҡаты ҡорот йоморсаһын иҙеп, тәғәм хәстәрләне, һыуһын яһаны. Ә. Хәкимов. һирәк-һаяҡ өкө уһылдап ҡуя, төнгө ярғанат пырылдап утеп китә. Д. Бүләков.
УҺЫЛДАУ III (уһылда-) ҡ. ҡар. ухылдау III. ■ Куҙәтеу пункты янына төшөп ярылған йәҙрәләр бер нисә накатлы блиндажды аҡтарып ырғытырҙай булып уһылданы. Ғ. Аллаяров. Атыу тауыштары йышайғандан-йышая, уларҙы туп уһыл-дауы, снарядтар ярылыуы ҡаплап китә. Р. Байымов. Ботаҡтарға эләгеп торған ҡарҙар өйкөмө уһылдап ергә шыуып төшә. Я. Хамматов.
УҺЫННЫ (Р.: столько; И.: as much; T.: o kadar) р. диал.
Ул тиклем. □ Столько. Уһынны куптер тип уйламағайным. Уһынны эшләп тә файҙаһын курмәгән ул. Уһынны ҡыуаныр тип куҙ алдына ла килтермәнем.
УҺЫПАЙЛЫ (Р.: слишком большой; И.: too large; T.: çok büyük) р. диал.
Үтә ҙур. □ Слишком большой. Уһыпайлы кеше. Уһыпайлы кәбән ҡойғандар.
УЧАСТКА [рус. участок] (Р.: участок; И.: plot; T.: arsa) и.
1. Ер майҙанының ниндәйҙер маҡсатта файҙаланыла торған айырым өлөшө. □ Участок. / Участковый. Баҫыу участкаһы. Төҙөлөш участкаһы. ■ Хөрмәттең атаһы леспромхоздың урман участкаһында эшләй. Унда туғын саба, клёпка юна. Ж. Кейекбаев. Опекунлыҡ менән бергә, әлбиттә, Ғәлиәхмәт
тәрҙең әлеге умарталары, уларға тейеш ер участкалары ла Сәйфетдин бай ҡулына кусте. Р. Байымов. Аҙна буйына Хәйрулла Аҡтубә итәгендә Харис Яппаров менән бәләкәй генә ер участкаһында эшләне. Д. Бүләков.
2. хәрби. Фронттың ғәскәри берләшмә хәрәкәт иткән өлөшө. □ Участок (фронта). ■ Хәҙер фронттың купселек участкаларында позицион һуғыштар ғына бара. И. Абдуллин. Фронттың был участкаһында гитлерсыларҙың 16 «тигры», 35 башҡа төр ваҡ танкылары ватылған, яндырылған һәм бер нисә мең һалдаты, офицеры ҡырылған булған. Ғ. Аллаяров. Ҡараңғы төшкәндә, Бардыбаев отделениеһы беренсе батальон участкаһында алғы сикте утеп китте. Ә. Бикчәнтәев.
3. кусм. Берәй төрлө эшмәкәрлек әлкәһе, тармағы. □ Участок (деятельности). Эштең яуаплы участкаһы. ■ Көндәрҙең береһендә Ғимран, уҙ участкаһы менән маҡтанырға иҫәп тотоп, Гөлнәфисте баҫыуға алып китте. X. Ғиләжев.
4. Бер эш менән билдәләнгән админи-стратив-территориаль әлкә. □ Участок. Табип участкаһы. Һайлау участкаһы.
5. Предприятие, цехтың һ. б. берәй төрлө билдәһе буйынса бүленә торған өлөшө. □ Участок. Н Сынбулатов ҡайһы бригада иртәгә ниндәй участкала эшләргә тейеш икәнен әйтә башланы. М. Тажи. Зинунәнең орлоҡ участкаһында ул [хужа] айырыуса оҙаҡ туҡталды. Ә. Вәли. Орлоҡтар, бәләкәй генә лабораторияла һынау утеп, тәжрибә участкаһынан баҫыуға куекәнсе купме тынғыһыҙ хистәр кисерҙе Әптеләхәт. Т. Ғарипова. Сәйҙел һала завод нигеҙен, техник булып корпус төҙөшә. Иртән иртук участкаға китә, эштән арып ҡайта, кис еткәс. Ғ. Сәләм.
УЧАСТКОВЫЙ [рус] (Р.: участковый полицейский; И.: divisional inspector; T: bölge milis subayı) и. һөйл.
Үҙенең ҡарамағындағы участкала тәртип күҙәткән полиция хеҙмәткәре. □ Участковый полицейский. ■ Хуриә лә, икенсе шаһит та тиҙерәк был урындан китергә ынтылды, ләкин участковый уларҙы ебәрмәне — ҡағыҙ
203