Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 204


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УЧЕНИЕ
ҙарға ҡул ҡуйырға, хатта һәр береһе аңлатма яҙып бирергә тейеш икән әле. Т. Сәғитов.
УЧЕНИЕ [рус.] (Р.: учение; И.: manouvers, military exercises; T.: tatbikat) и. хәрби. ҡар. уйын 3.
Хәрби күнегеүҙәр, өйрәтмәләр. □ Учение. Тактик учение. Учениела ҡатнашыу. ■ Ике көн буйы барған учениенан һуң йыуынып ял итергә тип кенә йөрөгәндә, кинәт «рядовой Байрамғоловты штабҡа саҡыралар» тигәс, аптырап, бер аҙ ҡурҡып киттем. Н. Ҡотдосов. Бындай әленән-әле уткәрелеп торған учениеға уҙ штабтары менән бөтә дивизия командирҙары, политбулек, штаб начальниктары һәм башҡа бик куп өлкән офицерҙар йәлеп ителә. Р. Өмөтбаев. Взводтар, эскадрондар, полктар, Дим буйындағы ауылдарға таралышып, учениелар башланылар.
3. Ураҡсин.
УЧЁТ [рус.] и. ҡар. иҫәп 2. Дәуләт учёты. Учёт карточкаһы. Учёт китабы. Учётҡа алыу. ■ Хәрби комиссариатҡа учётҡа кергән егеттәргә оҙаҡламай ҡаралыуға йәки армияға алыныуға повесткалар килә башланы. Ә. Әминев. Бер көн эсендә бөтәһен дә яйлап, учёттан төшөп, төнгө поезд менән Урта Азия яғына юл тотто ул [Абдулла]. С. Поварисов.
УЧЁТЧИК (учётчигы) [рус.] и. ҡар. иҫәпсе. Учётчик булып эшләу. Учётчик мәғлүмәттәре. Учётчик журналы.
УЧИЛИЩЕ [рус.] (Р: училище; И.: school, college; T.: lise) и.
Махсус тәғәйенләнешле урта уҡыу йорто, мәктәп. □ Училище. / Училищный. Тимер юл училищеһы. Педагогия училищеһы. Техник училище. ■ Һатыбал Оло Эйек буйлап Илсеғолдан ун-ун биш саҡрым урҙә ятҡан Сәләм ауылында рус-башҡорт училищеһында уҡый. 3. Биишева. Ағаһы Урал быйыл хәрби училищеға уҡырға ингәс, Айҙарҙың хәрбиҙәргә эҫенеуе бигерәк көсәйеп китте. Р. Байбулатов. Училищела рәсем менән таҙа яҙыу дәрестәрен моңһоу, ләкин йәш сырайлы, сәстәре иртә ағарған оҙон буйлы ир уҡытыусы алып бара ине. Б. Рафиҡов.
УЧРЕЖДЕНИЕ [рус.] (Р: учреждение; И.: establishment, institution; T.: kurum) и.
Етәкселеге, хеҙмәткәрҙәре булған, билдәле бер әлкәлә эш алып барған ойошма.
□ Учреждение. / Учрежденческий. Ғилми учреждение. Дәуләт учреждениеһы. Медицина учреждениеһында эшләу. Учреждение эштәре. ■ Торлаҡ йорттарҙың, учреждениеларҙың тәҙрәләре маскировкаланған. Р. Өмөтбаев. Республика балалар клиник дауаханаһы .. Башҡортостанда ғына тугел, Рәсәй кимәлендә лә иң ҙур дауалау-профилактик учреждениеһына әуерелде. «Киске Өфө», № 42, 2009.
У Ш и. диал. ҡар. һуш 2. Ушымда юҡ, ҡайҙа булғандыр. Әле уш юҡ. Шул баланың аҡылына уш китте.
УША (Р: выступ (сбоку печи); И.: ledge; T.: sobanın bir çıkıntısı) u.
1. Мейестең урта ерендәге һикәлтәһе.
□ Выступ (сбоку печи). Мейес ушаһы. Ушаға һалыу.
2. диал. Мейес нигеҙенең сығып торған өлөшө. □ Дощатый выступ основы печи. Ушаны буяу. Ушаға ҡуйыу. Ушаға һалыу.
У ШАБАШ I и. диал. ҡар. уша 2. Мейес ушабашы. Ушабашҡа ҡуйыу. Ушабаш ҡуйып эшләу.
УШАБАШ II (Р: водящий в молодёжной игре «колечко»; И.: the it, leader; T.: ebe (oyunda) и. диал.
«Үгеҙ йөҙөк» уйынындағы көтөүсе.
□ Водящий в молодёжной игре «колечко». Ушабаш булыу. Ушабаш булып йөрөу.
УШАҠ (ушағы) и. диал. ҡар. ошаҡ. Ушаҡ еткереу. Ушаҡҡа ышаныу. Ушаҡ менән булашыу.
У Ш АҠЛАНЫШ и. диал. ҡар. ошаҡсы. Ушаҡланышҡа кеше ышанамы?
УШАНДАҠ (Р: также; И.: as well; T.: hem de) терк. иҫк. кит.
Шулай уҡ. □ Также. Ушандаҡ мин дә килдем. Ушандаҡ куршеләр ҙә киттеләр.
УШАНЫУ(ушан-) ҡ. диал. ҡар. ҡыҙығыу
1. М Йәшел генә сана, һай, ҡушау а, ҡыҙ балаҡай куреп ушана. Халыҡ йырынан.
УШАТ и. диал. ҡар. биҙрә. Ушат менән һыу килтереу. Ушатты түңкәреп ҡуйыу. Ушатты йыуыу.
204