Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 205


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УЯНЫУ
У ШАУ (уша-) ҡ. диал. ҡар. оҡшау 1. Ҡара әле, бынау үҫемлек ҡомалаҡҡа ушаған. Был бала атаһына ушаған. Артисҡа ушаған бер кеше.
УШҠЫРЫУ (ушҡыр-) (Р.: фыркать; И.: snort; grouse; T.: nefes çıkarmak) ҡ.
Ярһып, танау төбө менән өрөү (аҫау йылҡыға ҡарата); бышҡырыу. □ Фыркать. Ушҡырып ебәреү. ■ Ағас араларындағы аттарҙың ғуршылдатып үлән сәйнәгәне, ҡайһыһының ушҡырғаны асыҡ ишетелә. Һ. Дәүләтшина.
УШМЫЙ р. диал. ҡар. иҫһеҙ. Ушмый ятыу. Ушмый йығылыу. Ушмый ултырыу.
УШУ [ҡыт.] (Р.: ушу; И.: wushu; Т.: wushu) и. спорт.
Ҡытай көрәш сәнғәтенә ҡараған спорт төрҙәре. □ Ушу. ■ Ушу менән беренсе ай ғына шөғөлләнеүенә ҡарамаҫтан, сыға бит әле Раяз тотамиға. «Киске Өфө», № 18, 2011. Воронежда, Пермдә — ушу, Ҡаҙағстан Республикаһында кикбоксинг спортын маҡсатлы рәүештә үҫтерәләр. «Киске Өфө», № 4, 2011.
УШҺЫҘ (Р: без памяти; И.: unconscious; T.: baygın) р. диал.
Иҫһеҙ. □ Без памяти. Ушһыҙ булып йығыла ла китә. Ушһыҙ йоҡлау. Ушһыҙ ултырыу.
УЯ (Р: межгорье; И.: valley; T.: vadi) и.
Ике тау араһындағы соҡор; үҙәк. □ Межгорье, долина (между гор), ущелье. Тәрән уя. Ҡыуаҡлы уя. Уя буйлап күтәрелеү. ■ Ул [юл] тау яғалап та, тырпа һырттар өҫтөнән дә, урман араһындағы бормалы-бормалы уяларҙан да үтә. Ғ. Ибраһимов. Уя эсенән киткән тумалаҡ юл тау башына, һыртҡа, алып менә. Ж. Кейекбаев. Ҡалтағай юлы, бара биргәс, һулға боролоп, уя битләүенә — ҡуйы уҫаҡлыҡҡа табан китте. Н. Мусин.
УЯҘ (Р: долина; И.: valley; T.: vadi) и.
Тирә-яҡтағы ҡалҡыуҙар араһындағы киң түбән урын; уй (II). □ Долина, ложбина. Киң уяҙ. Уяҙҙы томан ҡапланы. М Ана, ҡыуыш алдында йәйелгән ысыҡлы уяҙ өҫтөнән быу күтәрелә, йылға буйындағы туғайлыҡтарҙа томан ағара. Ш. Янбаев. Уяҙҙарҙа, офоҡ тарафтарында эҫелектән тулҡын-тулҡын булып һағын уйнай. Ғ. Хөсәйенов. Ҡөрән бейә
юлдың әле бер, әле икенсе яғына шыуып китеп бәрелә-һуғыла барған оҙон арбаны тарта-тарта, урманлы тәрән уяҙҙан асыҡ һырт өҫтөнә алып сыҡты. 3. Биишева.
УЯҘЛЫ (Р: ложбинный; И.: with a shallow gulley; T: vadili) с.
Уяҙы булған. □ Ложбинный, овражистый, овражный. Уяҙлы ер. Уяҙлы урын. Уяҙлы тау битләүе.
УЯЛҠЫ с. диал. ҡар. уйпат. Уялҡы урын. Уялҡы тау бите.
УЯМҠЫР с. диал. ҡар. уйпат. Уямҡыр урындан барыу. Уямҡыр ерҙә бесән шәп үҫә.
УЯМЫҠ (Р: овражистый; И.: abounding in ravines; T.: dereli) c.
Уйылып, соҡорланып торған; уйынҡы.
□ Овражистый, ложбинный. Уямыҡ ер. Уямыҡ урын.
УЯМЫР с. диал. ҡар. уйпат. Уямыр ерҙең бесәне уңа. Уямыр урындан барыу.
УЯНЫР-УЯНМАҪ (Р: спросонок; И.: being only half awake; T: uykulu uykulu) p.
Уянып етмәйенсә. □ Спросонок, спросонья, в полудрёме. Уяныр-уянмаҫ кейенә башлау. Уяныр-у янмаҫ һикереп тороу. Уяныр-уянмаҫ һөйләшеү.
УЯНЫУ (уян-) (Р: просыпаться; И.: wake up; T.: uyanmak) ҡ.
1. Йоҡо хәленән арыныу, уяу хәлгә килеү.
□ Просыпаться, пробуждаться. // Пробуждение. Йоҡонан уяныу. Иртә уяныу. ■ Буталсыҡ, йәмһеҙ төштәр күреп, Нур әллә нисә тапҡыр өшөп уянды. И. Абдуллин. Нурый уянғанда, Көнбикә күптән эшкә киткәйне. С. Агиш. Ҡадир менән Фатима таң һарыһынан уяндылар. Б. Бикбай.
2. Тыныс хәлдән арынып, хәрәкәт менән тулыу; йәнләнеү. □ Пробуждаться, оживать. Ауыл уяныу. ■ Ҡалын ҡар аҫтында баҫылып ятҡан ер ҙә уянды. М. Тажи. Убалар өҫтөндәге сал ҡылғандар ҙа, иртәнге талғын елгә уянып, һирпелеп ҡаранылар ҙа, гүйә, оло юлға сыҡҡан йәштәр өсөн ҡыуанып, баш сайҡанылар. 3. Биишева. Тәбиғәт татлы йоҡоһонан йыбанып ҡына яңы уяна, ә ҡала ситтәрендә тормош күптән башланған инде. Б. Бикбай. [Сынтимер] Нәғимә апайҙың ауылдағыса еҙ самауырҙан яһаған сәйен эсеп
205