Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 206


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УЯНЫШЫУ
урамға сыҡҡанда, ҡала саҡ уяна ғына башлағайны. Ш. Янбаев.
3. кусм. Актив хәрәкәткә күсеү, актив эшкә керешеү. □ Пробуждаться, активизироваться. // Пробуждение. ■ Был көн йәш эшсе Саръян Мирхәлитов тормошонда яңы, шатлыҡлы уяныу, уҙ-уҙен таныу көнө булды. Ә. Байрамов.
4. кусм. Барлыҡҡа килеү, ғәмәл булыу (аңға, тойғоға ҡарата). □ Пробуждаться. Тойғо уяна. Аң уяна. Фекер уяна. Шик уяна. ■ Дөйөм эште шулай яҡын куреп, уның өсөн ихлас борсолоусы, килеп тыуған ауыр хәлдән ҡотолоу юлын дәррәу эҙләусе был һәйбәт һәм таҫыллы кешеләр менән Кәбир ғорурланды, куңелендә уларға ҡарата айырата йылы хис уянды. Ә. Вәли. Емештең куңелендә бер ҡатлыраҡ әхирәтенә ҡарата булған ярашыуы ҡайтанан уянды, ләкин ул быны бер ни менән дә курһәтә алманы. 3. Биишева. Өлфәттең холҡо шундай: кеше ауыр хәлдә ҡалдымы — йәлләй, куңелендә уға ҡарата ҡыҙғаныу хисе уяна, уның интегеуен кәметкеһе, уға ярҙам иткеһе килә башлай. Ғ. Лоҡманов.
УЯНЫШЫУ (уяныш-) ҡ. урт. ҡар. уяныу 1. взаимн. от уяныу 1. ■ [һалҡынса елгә] ҡапыл бер юлы уянышып киткән сар-сыбар ҡоштар .. геу килеп сырҡылдашып алдылар ҙа, ышыҡ урын таба һалып, һағайып ҡалдылар. Д. Бүләков. Һөжум-маҙарҙы һис көтмәгән сик һаҡсылары уянышып ҡаршы сығырға ла йунләп өлгөрмәй ҡалдылар, танау төптәренән оло өйөр йылҡыларын өйөрөп алып та һыҙҙылар. Ғ. Хөсәйенов.
УЯТЫУ (уят-) (Р.: будить; И.: wake; Т.: uyatmak) ҡ.
1. Йоҡонан арындырыу, уяу хәлгә килтереү. □ Будить, пробуждать. // Пробуждение. ■ Ә Мәликә, ҡыуышҡа ингәс, иҙерәп йоҡлап ятҡан ҡыҙҙарҙы уятып, шатлығын уртаҡлашмайса туҙә алманы. Д. Исламов. Әлеге шаян елдәр ҡуйындарға инеп, ҡытыҡлап, эш улдарын йоҡонан уятты. Ғ. Амантай. Ваһап ҡарт иртәнсәк ғәҙәттә булмаған йомшаҡ бер тауыш менән әуеҫлек башында йоҡлап ятҡан уландарын уятты. Ж. Кейекбаев.
2. Тыныс хәлдән арындырып, хәрәкәт менән тултырыу; йәнләндереү. □ Будить, пробуждать. Яҙғы ҡояш тәбиғәтте уята.
■ Әллә ҡайҙарға, бик алыҫҡа теҙелеп киткән тау баштарын, боролоп-боролоп киткән һыу өҫтәрен аҡһыл томан менән иркәләп уятҡан таң оялсан ҡыҙҙарҙың бите кеуек ал нурҙарын кук ситтәренә һипкән ҡояш менән осраша. Б. Ишемғол.
3. кусм. Актив эшмәкәрлеккә, хәрәкәткә килтереү. □ Будить, будоражить. Илде уятыу. ■ Шәжәрә байрамдарын уткәреу зарурлығының республикабыҙ етәкселегенең ҡарары менән нығытылыуы халыҡты оҙайлы йоҡонан уятып ебәргәндәй булды. «Йәшлек», 18 май 2012.
4. кусм. Барлыҡҡа килтереү, ғәмәлгә килтереү (аңды, тойғоно). □ Будить, пробуждать. Хис уятыу. Шатлыҡ тойғоһо уятыу.
■ Казактың бөтә торошо, ҡурҡыу-ҡал-тырауһыҙ һөйләшеуе ғәскәр башлығының асыуына теймәне, ә ҡыҙыҡһыныу уятты. М. Кәрим. Тормоштағы һәр яңылыҡ, ғәҙәттә, яҡты уйҙар тыуҙыра, киләсәккә матур өмөттәр уята бит. А. Мағазов. Уның [Ка-милдың] бөтә ҡыланышы Емештең куңе-лендә ниндәйҙер хәуеф уята. 3. Биишева.
УЯУ I (Р.: бодрствующий; И.: awake; Т.: uyanık) с.
1. Йоҡо хәленән азат; йоҡоһоҙ. □ Бодрствующий, не спящий, пробудившийся. Уяу бала. ■ Саҡай Солтанов ни йоҡоло, ни уяу тугел, уфылдап, ҡуҙғала алмай ята бирә. Б. Бикбай. Шәмсиә ашығып ишеккә ташланды; сәңгелдәктәге улы уяу, ләкин иламай. Ф. Чанышева. Һарай эргәһенә өйөлгән тиреҫ йылыһына һыйынып, бөгәрләнеп кенә ятҡан һарбай ҙа уяу ине. Ш. Янбаев.
2. кусм. Тирә-йүндәге эш-хәлгә ныҡ һиҙгер; һаҡ, сос. □ Бдительный, чуткий. Уяу егет. ■ Хатына ҡарап, йор һуҙле, теремек, уяу холоҡло Хамматты куҙ алдына килтереп баҫтырыуы ҡыйын ине. 3. Биишева.
УЯУ II (Р: без сна; И.: vigilantly; T: uykusuz) р.
1. Йоҡоһоҙ килеш. □ Без сна, бдительно. Төндө уяу уткәреу. Уяу ятыу. ■ Төнгөлөккә аттарҙы уйпат аҡланға өйөрҙө лә Ҡыуан
206