ҮБЕҮ
дыҡ, уҙе кеуек ук ҡара яға көтөусе иптәштәренә уяу булырға ҡушып, Аҡҡужа йортона китте. Ә. Хәкимов. Йунләп йоҡлатып та ебәрмәй, уяу ҙа ятҡырмай, йоҡо килгәндәй булып куҙ йомаһың, куҙ алдына һалдат, офицерҙар килә, туп, мылтыҡ, пулемёт тауыштары ишетелгәндәй була. А. Таһиров. Үҙ исемен ишеткәс, уяу ятҡан Зифа һиҫкәнеп китте. Ә. Бикчәнтәев.
2. Тирә-йүндәге эш-хәлгә ныҡ һиҙгер; һаҡ, сос. □ Бдительно, чутко, настороже. ■ Үртәмәһен өсөн ерҙе ҡотһоҙ ялҡын уяу булһын, уяу булһын донъя халҡы! Ш. Бикҡол. Илде уяу һаҡлар өсөн батырҙың куҙе һәр ваҡыт асыҡ булырға тейеш. Ә. Бикчәнтәев. Будканың ишеге асылған тауышҡа Сираев кемдеңдер сыҡҡанын һиҙеп, поста уҙенең уяу тороуын белдереу өсөн, тамағын ҡырҙы ла ары-бире йөрөргә кереште. Н. Мусин.
УЯУЛАНЫУ (уяулан-) (Р.: становиться бдительнее, зорче; И.: become more vigilant; T: açıkgöz olmak) ҡ.
Сосҡа әйләнеү, һиҙгерләнеү. □ Становиться бдительнее, зорче. ■ Әллә буре уҙе ҡурҡаҡланған, әллә кешеләр уяуланған, уға һис тә һарыҡ ите ашарға тура килмәй башланы, ти. Әкиәттән.
УЯУЛЫ-ЙОҠОЛО (Р.: полусонный; И.: half asleep; T: yarı uykulu) c.
Ярым йоҡоло, уяу менән йоҡо араһындағы. □ Полусонный. Уяулы-йоҡоло хәлдә булыу. Уяулы-йоҡоло ятыу. М Хисамов вагон һикеһендә салҡан төшөп йоҡлап ятҡан еренән ҡапыл тороп ултырҙы ла, уяулы-йоҡоло иләҫ-миләҫ килеп, тирә-яғына ҡаранды. Н. Мусин. Ҡәҙриә, уяулы-йоҡоло килеш, нимә булғанын төшөнөргә тырышып, куҙҙәрен ыуғыланы. Т. Ғарипова. Командир, уяулы-йоҡоло килеш, трубканы алды. Ә. Бикчәнтәев.
УЯУЛЫҠ (уяулығы) (Р: бдительность; И.: vigilance; T: uyanıklık) и.
Тирә-йүндәге эш-хәлгә ныҡ һиҙгерлек; һаҡлыҡ. □ Бдительность, чуткость, зоркость. ■ Уяулыҡ курһәтәм тип, атлаған һайын кешеләрҙән шикләнергә ярамай. А. Мағазов. Бураншин, ысынлап та, тәуҙә эш куплегенә зарланып алды, унан халыҡ-ара хәлдәрҙең ҡатмарланып китеуе, илдә иһә бығаса боҫоп ятҡан дошмандарҙың баш ҡалҡытыуы, ә халыҡта уяулыҡтың кәмеуе тураһында һөйләргә кереште. Ә. Хәкимов. Әллә гел генә юлыҡҡан еңеуҙәрҙән уяулыҡты юғалтып ебәргәндәр [бригада һалдаттары], хатта ҡамалышта ҡалыуҙарын да һиҙмәй ҡалғандар. Р. Солтангәрәев.
Ү (Р: двадцать восьмая буква башкирского алфавита; И.: the twenty-eighth letter of Bashkir alphabet; T: Başkurt alfabesinin yirmi sekizinci harfi)
Башҡорт алфавитының егерме һигеҙенсе хәрефе, һуҙынҡы өн, өҫкө күтәрелеш, алғы рәт нәҙек һуҙынҡы, иренләшкән. Ҙур хәреф — Ү, бәләкәй — ү. □ Двадцать восьмая буква башкирского алфавита. Ү-нән башланған һуҙҙәр. Ү — башҡорт теленең уҙенсәлекле өнө.
ҮБЕГӘЙ (Р.: больной; И.: sickly; T.: hasta) с. диал.
Ауырыу, сирле, сырхау. □ Больной, хворый. Ул сәпсим убегәй. Үбегәй кеше. Үбегәй булыу.
ҮБЕЛЕҮ (үбел-) ҡ. төш. ҡар. үбеү. страд, от үбеү. ■ Биттәре ут булып янған малай: «Кургән кеше булманымы икән?» — тип, у белгән ерен ыуа-ыуа тирә-яғына ҡаранды. И. Ғиззәтуллин. Дөрөҫ, уның [Арды-уановтың] упкәне лә, у белгәне лә булды, ләкин улар дуҫтары, әсәһе ине, ә бына ҡыҙҙарҙы... И. Абдуллин. • Йөҙө у белгәндең ҡулы убелмәҫ. Мәҡәл.
ҮБЕҮ (үп-) (Р: целовать; И.: kiss; Т: öpmek) ҡ.
Йылы тойғонан ирен тейҙереп һурыу. □ Целовать. // Поцелуй. Биттән убеу. Ҡулды убеу. Үбеп алыу. ■ Ғаббас Фатиманың илаған йәшле куҙҙәренән упте лә булмәһенән сығып китте. Ш. Шәһәр. Сәғиҙә Булатын
207