Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 209


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҮГӘИҺЕТЕЛЕҮ
Йөҙөк йәшереп уйнала торған ҡыҙҙар уйыны. □ Название девичьей игры «Бычье колечко». Үгеҙ йөҙөк уйнау.
ҮГЕҘ КҮТӘНЕ (Р.: одуванчик; И.: dandelion; T.: karahindiba) и. диал.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған ҡыуыш һабаҡлы, һары суҡ сәскәле, туҙғаҡ орлоҡло ваҡ үлән. □ Одуванчик. Үгеҙ кутәне йыйыу.
ҮГЕҘ МӨГӨҘӨ (Р.: бычьи рога; И.: oxen horns; T.: öküzün boynuzu) и. миф.
Мифологияла ерҙе тотоп торған нәмә. □ Бычьи рога (в мифологии держат землю). ■ Ер угеҙ мөгөҙөндә тора. Үгеҙ дулаһа, һыу тулҡынлана, ер һелкенә. «Башҡорт мифоло-гияһы»нан.
ҮГЕҘТАНА (Р: годовалый бык; И.: one-year-old bull, bullock; T.: bir yaşlık öküz) и. диал.
Айыры тояҡлы эре хайуандарҙың иркәге, ҡышлаған үгеҙ. □ Годовалый бык. Үгеҙтана ауырып китте. Үгеҙтана ҡайтты. Үгеҙтана юғалды.
ҮГЕРСӘ и. диал. ҡар. ҡыяр. М Ихсанбай әле сәскә атырға өлгөрмәгән, ике-өс япраҡта ултырған угерсә тутәленә ҡараны. Т. Ғарипова. Бына бер мәлде ул [Сәлиха] баҡса уртаһындағы киң япраҡлы угерсә тутәл-дәренә барып етте һәм, башын кутәрмәй генә, ҡулын әле бер, әле икенсе яҡҡа һуҙып, угерсәләрҙе итәгенә йыйырға кереште. М. Садиҡова.
ҮГӘЙ (Р: неродной; И.: adopted; Т.: üvey) с.
1. Ҡан яғынан ят (атай, әсәй, балаға ҡарата). □ Неродной. Үгәй бала. Үгәй атай. Үгәй әсәй. ■ Әсәм икенсе иргә тормошҡа сыҡты. Ә миңә угәй ата ҡулында йәшәргә тура килмәне. Үҙ көнөмдө уҙем курергә, донъя менән танышып йөрөргә тип, ун ике йәшемдә тыуған йорттан сығып киттем. М. Тажи. Үгәй ҙә тугел, уҙ әсәйем һыҡтамай ҙа димләп ултыра. Сеңләүҙән. • Үгәй бала — упкәсел. Мәҡәл. Әсәйең угәй булһа, уҙ атайың да ят була. Мәҡәл.
2. кусм. Мөнәсәбәт яғынан ят. П Чужой. Я Үгәй кеше булды уҙ илендә, ҡулға алынып ситкә ҡыуылды. М. Хәй.
ҮГӘЙ ИНӘ ҮЛӘНЕ (Р: мать-и-мачеха; И.: colt’s foot; T.: öksürük otu) и. бот.
Юл буйҙарында, ташландыҡ ерҙәрҙә, йылға ярҙарында һ. б. урындарҙа үҫә торған һары сәскәле күп йыллыҡ үҫемлек. □ Мать-и-мачеха (лат. Tussilago farfara). Я Үгәй инә уләне япрағы ашҡаҙан, бөйән эсәге, бауыр, бәуел ҡыуығы, бөйөр ауырыуҙарына һәм балаларҙа диатез булғанда дауа. «Башҡортостан», 8 май 2015. Йылға ярҙарын йәш әрекмән, угәй инә япрағы ҡаплағандыр. Ф. Чанышева.
ҮГӘЙЛӘҮ (үгәйлә-) (Р: брезговать; И.: loath; T.: iğrenmek) ҡ. диал.
Сикәнеү, бысраҡҡа һанап ытырғаныу. □ Брезговать. Ҡай кеше угәйләмәй, һағыҙҙы беренән бере алып сәйнәй.
ҮГӘЙ-ҺАҒАЙ (Р: сироты; И.: orphans; Т.: üvey çocuklar) и. йыйн.
Үгәй балалар (уҙенеке булмаған, ҡан яғынан ят балалар). □ Сироты. Я Ғәлим угәй-һағай айырмай тырышып эшләй ине. К. Туй-кин.
ҮГӘЙҺЕНЕҮ (үгәйһен-) ҡ. ҡар. үгәйһерәү. ■ Әйҙә, уҙ тупрағын һағынып ҡайтҡан икән, угәйһенмәһен, игелеген кур-һен, — тине [халыҡ Сәйфетдин тураһында]. Р. Ғабдрахманов.
ҮГӘЙҺЕРӘҮ (үгәйһерә-) (Р: чувствовать себя сиротливо; И.: feel alien; T.: kendini öksüz hissetmek) ҡ.
1. Үҙеңде үгәй, сит итеп тойоу, ят итеп күреү. □ Чувствовать себя чужим, сиротливо. Үгәйһерәп йәшәу. Сит ерҙә угәйһерәу.
2. кусм. Нимәнеңдер ят, кәрәкһеҙ итеп тойолоуы. □ Чувствовать что-л. чужеродным, ненужным. ■ Баҡса ауылының етеп килгән бер егете угәйһерәп ятҡан шул бушлыҡҡа әлеге ҡарағайҙарҙың тәуге уҫенте-ләрен килтереп ултыртҡан. Ғ. Вәлиев.
ҮГӘЙҺЕТЕЛЕҮ (үгәйһетел-) ҡ. төш. ҡар. үгәйһетеү, страд, от үгәйһетеү. Үгәй-һетелгән бала. Я Үгәйһетелгән моңһоу бала саҡ та, куп яғы менән Емештең йөрәгендә уҙ булып китә алмаған балалар йорто ла артта ҡалды. 3. Биишева. Ирекһеҙҙән угәй-һетелгән мөхәббәт һағышымы? Ә. Хәкимов.
209