Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 210


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҮГӘЙҺЕТЕҮ
Һуң, ниңә мин угәйһетеләм? — тине Жорж. X. Ғиләжев.
ҮГӘЙҺЕТЕҮ (үгәйһет-) (Р.: притеснять, обижать; И.: offend; T.: ezmek, incitmek) ҡ.
1. Үгәй, ят күреп, йәберләү, ҡыйырһытыу; ситләтеү. □ Притеснять, обижать. Үгәйһетеп ҡарау. ■ һөйөмбикә уҙе лә энеләрен уҙ балалары һымаҡ тәрбиәләне, угәйһетмәне. Ж. Кейекбаев. Тәуге иремдең туғандары, бигерәк тә энеһе, өндәшмәй генә йә ситләтә, йә угәйһетә. С. Шәрипов, һине бер кем угәй-һетмәҫ беҙҙең ауылда. Н. Иҙелбай.
2. кусм. Нимәнәндер мәхрүм булыу, ҡыйырһытылыу. □ Обижать, обделить. ■ Рафиҡ-ты тәбиғәт был йәһәттән дә угәйһетмә-гәйне. Ғ. Хисамов.
ҮДӘГӘ (Р: удэге; И.: Udihe; T.: Udege) и. этн.
Приморье һәм Хабаровск крайҙарында йәшәгән халыҡ һәм шул халыҡтың бер кешеһе (тунгус-манжур телдәренең береһендә һөйләшә). □ Удэге, удэгеец. Үдәгә ҡатыны. Үдәгә теле. Үдәгә ҡыҙы.
ҮҘ (Р: свой; И.: own; T.: öz) билд. а.
1. Эйәлек ялғаулы исем алдынан килеп, шуның билдәле шәхескә мөнәсәбәтле, шәхескә хас йәки шәхестең милке булыуын белдерә. □ Свой, своя, своё. Үҙ башы. Үҙ исеме. Үҙ кейеме. ■ Башҡорттар уҙ ерендә, тыуған-уҫкән илендә ҡош булып куккә менһендәр, балыҡтай һыуҙа йөҙһөндәр, боландай ерҙә елһендәр, — ана шулай тигән ул. С. Юлаев. Ҡуйын дәфтәренән Сергей уҙ фотоһын алды. А. Абдуллин.
2. Күңелгә яҡын; ят түгел. □ Свой, не чужой. Үҙ куреу. ■ Сөнки улар уҙ тугелдәр, сөнки улар ситтеке, сит малы, сит әйбере, сит илдеке, сит йорттоҡо. Ш. Бабич.
3. Сифат яһаусы -лы ялғауы менән торған һүҙҙәрҙән алда килеп, шәхескә хас айырым бер сифатты белдергән ҡушма һүҙ яһай. □ Свой. Үҙ фекерле. Үҙ яйлы.
♦ Үҙ кеше яҡын мөнәсәбәттә, дуҫ булған әҙәм. □ Свой человек, друг. V Ярай, еңгә, уның ни ғәйебе бар, — тине Тимер, — уҙ кешеләр бит, бер юлға кисерербеҙ. Б. Бикбай. Үҙ көнөн үҙе күрә үҙ аллы йәшәү, үҙеңде ҡарай алыу. □ Жить самостоятельно, быть
независимым. V Кеше малына мохтажлыҡ юҡ, уҙ көнөбөҙҙө уҙебеҙ куреп ятабыҙ. М. Кәрим. Үҙ ҡалыбыңа үлсәү нимәнелер үҙ күҙлегеңдән сығып баһалау. □ Судить по себе. Үҙ туҡһаны туҡһан үҙ һүҙен генә дөрөҫ һанаған кешегә ҡарата әйтелә. □ Упрямый, непреклонный, настойчивый. ■ Ғәзимә ишетергә лә теләмәне — уҙ туҡһаны туҡһан ине. Р. Сабит.
ҮҘАҒАС (Р: сердцевина; И.: heartwood; T: öz) и.
Ағастың төп өлөшөн тәшкил иткән, ҡайыры менән үҙәк араһында урынлашҡан тығыҙ матдәһе (ҡатмарлы туҡымаһы). □ Сердцевина. Имәндең уҙағасы. Ҡайындың уҙағасы.
ҮҘ АҒЫШ (Р: самотёк; И.: drift; T.: kendi kendine akma) и.
Үҙ яйына, үҙ көйөнә ҡуйылыу. □ Самотёк. Эш уҙағыш менән башҡарылған.
ҮҘАҒЫШЛЫ (Р: самотёчный; И.: drift; T.: kendi kendine akan) с.
Үҙ яйы, үҙ көйө менән барған. □ Самотёчный. Үҙағышлы һуғарыу. Үҙағышлы ҡоролма. Нефть уткәргестәрҙең уҙағышлы участкалары.
ҮҘ АЛДЫНА (Р: сам с собой; И.: to oneself; T.: kendi kendine) p.
1. Ишетелер-ишетелмәҫ рәүештә, әкрен, үҙенә үҙе. □ Тихо, медленно, сам по себе. ■ Беҙ барып ингәс, Шакир, уҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, рюкзагын эҙләргә тотондо. Ж. Кейекбаев. Маһигөл .. яңғыҙ, уҙ алдына: «Их, улым, улым. Ниңә инде хәлеңде әсәйең-дән йәшерҙең, хәбәр итмәнең?» Б. Бикбай.
2. Сит тәьҫирҙән башҡа, башҡаларҙың ҡатнашынан тыш. □ Без влияния, участия других, сам по себе. ■ Ә буш көршәк иһә тора-тора уҙ алдына сатнай. М. Кәрим. Сирттерә [сазды], аһ, һис тәҡәт юҡ, йәш килә уҙ алдына. Ш. Бабич.
3. Ирекле, бойондороҡһоҙ рәүештә, үҙе генә. □ Самостоятельно, свободно, только сам. Балалар тәнәфес ваҡытында уҙ алдына эшләй. Ҡош балалары уҙ алдына оса башланы.
ҮҘ АЛЛЫ I (Р: самостоятельный; И.: independent; T: bağımsız) с.
210