ҮҘБЕЛДЕКЛЕЛЕК
1. Бойондороҡта булмаған, ирекле эш иткән; бойондороҡһоҙ. □ Самостоятельный, независимый. Үҙ аллы дәүләт.
2. Үҙ хеҙмәте, эшмәкәрлеге менән үҙенә матди бойондороҡһоҙлоҡ тәьмин итә торған. □ Самостоятельный, независимый. Үҙ аллы кеше.
3. Үҙенең көсө, үҙенең инициативаһы нигеҙендә башҡарыла торған. □ Самостоятельный. Үҙ аллы тикшеренеү. Үҙ аллы эш. ■ Мансуров ағай яңы тема аңлата ла уҙ аллы эш бирә. Р. Камал.
4. Сит тәьҫирҙән, йоғонтонан ирекле, үҙ юлы менән киң үҫеш алған. □ Самостоятельный, независимый. Үҙ аллы ҡараш булдырыу. Үҙ аллы фекер йөрөтөү.
5. лингв. Үҙенә хас мәғәнәһе булған (һуҙ төркөмдәренә ҡарата). □ Самостоятельный (о частях речи). Үҙ аллы һуҙ төркөмдәре.
ҮҘ АЛЛЫ II (Р.: самостоятельно; И.: independently; T.: bağımsız olarak) р.
Үҙенең көсө, үҙенең инициативаһы нигеҙендә башҡарылған, ирекле, бойондороҡһоҙ рәүештә. □ Самостоятельно. Үҙ аллы эшләй башлау. ■ Хәлиҙә хужанан да, эшселәрҙән дә йәшенеп, төндәрен хәреф йыйырға ла уҙ аллы өйрәнеп йөрөнө. X. Мохтар. Саръян заводҡа килгәндә, Сәскәбикә яңы ғына уҙ аллы эшләй башлағайны. Ә. Байрамов. Хәмиҙә ҡарсыҡ та, Әсләм менән Зөлҡәрнәй ағалары ла һөйөндө: ниһайәт, кесе ҡустылары башлы-куҙле булды, хәҙер кешесә уҙ аллы донъя көтөп алып китер. Р. Камал.
ҮҘАЛЛЫЛЫҠ (үҙаллылығы) (Р: самостоятельность, независимость; И.: independence; T.: bağımsızlık) и.
Үҙ аллы булыу сифаты. □ Самостоятельность, независимость. Дәүләттең сәйәси үҙаллылығы. Үҙаллылыҡ күрһәтеү. Баланы үҙаллылыҡҡа өйрәтеү. ■ Мөхит, ситуация тәьҫирендә кеше бер мәлгә ихтыярынмы, һиҙгерлегенме юғалта, үҙаллылығы, ҡаршы тороу һәләте кәмей. Р. Байымов. Салауат тоҡандырған көрәш рухы тере булған өсөн дә беҙ тәүгеләрҙән булып автономия яуланыҡ, аҙаҡ бик ҡатмарлы шарттарҙа республикаға үҙаллылыҡ алдыҡ. Т. Ғарипова. «Үҙаллылыҡ етмәй, үҙаллылыҡ», — тип
ҡабатларға ярата йәш рәйес, тик үҙенә ошо һүҙҙе ҡайтарып әйтеүсе генә юҡ. Ә. Әминев.
ҮҘАҢ (Р: самосознание; И.: self consciousness; T.: bilinç) и.
Тормошта, йәмғиәттә үҙ-үҙеңде, үҙеңдең әһәмиәтеңде, үҙеңдең ролеңде тулыһынса аңлау хәле. □ Самосознание. Халыҡтың милли үҙаңы уяныу. Хеҙмәтсәндәрҙең гражданлыҡ үҙаңы үҫеү. ■ Тәүҙә ишетеүгә сәйер һымаҡ ине, аҙаҡ уларҙың [ҡыҙҙарҙың] үҙаң кимәле юғары булғанлыҡтан шулай тиеү-ҙәрен аңланым. Р. Сабитова.
ҮҘ-АРА I (Р: взаимный, обоюдный; И.: mutual; T: karşılıklı) с.
Бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәттәш. □ Взаимный, обоюдный. Үҙ-ара бәхәс. Үҙ-ара дуҫлыҡ һәм ярҙамлашыу тураһында килешеү. Үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу. Үҙ-ара ярҙам кассаһы. ■ Етенсе «А» класы үҙ-ара ярышта бөтә фәндәрҙән тиерлек алда барһа ла, ниңәлер математиканан ҡалыша ине. Р. Байбулатов.
ҮҘ-АРА II (Р: взаимно, обоюдно; И.: mutually; T: karşılıklı) р.
Бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәттәш. □ Взаимно, обоюдно. Үҙ-ара бүлешеү. Үҙ-ара ҡысҡырышыу. Үҙ-ара һөйләшеү. ■ Аҙыраҡ мариса аңлаған йәштәр шарҡылдап көлә, ҡыҙҙар үҙ-ара шыш-быш килә: «Нимә йырланы?» И. Абдуллин. Зәкиәнең ағаһы менән еңгәһе берәй аҙна үҙ-ара һөйләшмәй йөрөйҙәр. Ғ. Аллаяров.
ҮҘ БЕЛДЕКЛЕ (Р: своевольный; И.: willful; T: keyfince davranan) с.
Кеше менән иҫәпләшмәй, үҙе белгән булып эш итеүсән. □ Своевольный, самоуверенный, действующий по своему усмотрению, по своему разумению. Үҙ белдекле кеше. ■ Ул [Арсланов] һаман бөтә район өҫтөнән үҙе генә командалыҡ ҡылырға тырышты, үҙ белдекле булды һәм, билдәле, һаман хаталар ебәрҙе. Д. Исламов. Үҙ белдекле һал ағыҙыусыларҙы дәүләт һалына тағып, өҫтәүенә, юл буйы дәүләт бүрәнәләрен «һулға осороп» кинәнәләр [Дөмпөш Имайҙар]. Й. Солтанов.
ҮҘБЕЛДЕКЛЕЛЕК (үҙбелдеклелеге)
(Р: своеволие; И.: selfwill; T: inatçılık) и.
211