ҮҘГӘРМӘҮСӘНЛЕК
ҮҘГӘРГӘН (Р.: леп; И.: scurf; T.: baş kepeği) и. диал. ҡар. ҡауаҡ I, 1.
Йәш баланың башында, лепкәһендә тыумыштан була торған һарғылт ҡауаҡ. □ Леп, молочные корки, родимая перхоть (на темени младенца). Сабыйҙың үҙгәргәне ҡойолоп бөтмәгән әле.
ҮҘГӘРЕҮ I (үҙгәр-) (Р.: меняться; И.: change; T.: değişmek) ҡ.
1. Башҡа бер төрлөгә, икенсе төрлөгә әйләнеү. □ Меняться, изменяться. // Изменение, перемена, преобразование. Мөнәсәбәттәр яҡшыға табан үҙгәрә. Тормош үҙгәрҙе. Танымаҫлыҡ булып үҙгәреү. ■ Элекке Гөлниса түгел инде был хәҙер. Шул хәтле лә кеше үҙгәрер икән. 3. Биишева. Болоттар, көн күҙенә сағылып, күңелде елкендерә, үҙенә тарта, ләкин тиҙ үҙгәрә. А. Абдуллин, һуңғы көндәрҙә Тимербай үҙе лә бик ныҡ үҙгәрҙе. С. Агиш.
2. гром. Теге йәки был грамматик мәғәнәне сағылдырыу өсөн грамматик форманы алыштыра алыу үҙенсәлегенә эйә булыу. □ Изменяться. // Изменение. Килеш менән үҙгәреү. Һан менән үҙгәреү. Заман менән үҙгәреү.
ҮҘГӘРЕҮ II (үҙгәр ) ҡ. диал. ҡар. ҡаҫмаҡланыу 4.
ҮҘГӘРЕҮСӘН I (Р: переменчивый; И.: shifty; T: değişen) с.
Үҙгәреп, алмашланып тороусан. □ Переменчивый, изменчивый, переменный. Үҙгәреүсән холоҡло. Үҙгәреүсән ҡараш. Үҙгәреүсән дәүмәл.
ҮҘГӘРЕҮСӘН II (Р: переменная; И.: variable; T: değişken) и. мат.
Математик аңлатмала ниндәйҙер һанды белдергән символ. □ Переменная. Үҙгәреүсәндең ҡиммәтен табыу.
ҮҘГӘРЕҮСӘНЛЕК (үҙгәреүсәнлеге) (Р: изменяемость; И.: convertibility; Т: değişirlik) и.
1. Башҡа төрлөгә, икенсе төрлөгә әйләнә алыу үҙенсәлеге. □ Изменяемость. Атмосферала циркуляция ҙур үҙгәреүсәнлек менән характерлана. ■ Яҙҙың тәүге билдәләре күренһә лә, тәбиғәт шарттарының үҙгәреү
сәнлеге һәр кемде уяу булырға саҡыра. «Йәшлек», 25 октябрь 2015.
2. биол. Тере организмдарҙың төрлө формаларҙа йәшәй алыу һәләте. □ Изменчивость. Генотипик үҙгәреүсәнлек. Мутацион үҙгәреүсәнлек. Үҙгәреүсәнлек организмдың яңы билдәләр алыу һәләтен күрһәтә.
ҮҘГӘРЕШ (Р: изменение, перемена; И.: change; T: değişim) и.
1. Башҡа төрлөгә, икенсе төрлөгә әй-ләнгән күренеш йәки хәл. □ Изменение, перемена. Тормоштағы үҙгәрештәр. Көндөң үҙгәреше. Үҙгәреш индереү. ■ Гәүһәрҙең, ысынлап та, хәҙер һөйләшеүендә, хатта атлап йөрөүендә, келәүендә лә ниндәйҙер үҙгәреш бар. И. Абдуллин, һүҙ тышҡы ҡиәфәт хаҡында ғына түгел, ә эске үҙгәреш, холоҡ-фиғел үҙгәреше хаҡында. Н. Алсынбаев. Яҡын-тирәләге үҙгәрештәр ҡыҙыҡһындырҙы уны [Ғәлимйәнде]. Р. Байбулатов.
2. грам. Теге йәки был грамматик мәғәнәне сағылдырыу өсөн грамматик форманы төрләндереү үҙенсәлеге. □ Изменение. Исемдәрҙең зат менән үҙгәреше. Заман менән үҙгәреш, һан менән үҙгәреш.
ҮҘГӘРЕШЛЕ (Р: переменный; И.: variable; T: değişken) с.
Үҙгәреп, алмашланып тороусан. □ Переменный. Үҙгәрешле ритм. Үҙгәрешле ток. Үҙгәрешле дәүмәл.
ҮҘГӘРЕШҺЕҘ (Р: постоянный; И.: direct, constant; T: değişmez) с.
Сифаты, күләме даими булған. □ Постоянный, неизменный. Үҙгәрешһеҙ ток. Үҙгәрешһеҙ дәүмәл. Үҙгәрешһеҙ һан.
ҮҘГӘРМӘҮСӘН с. ҡар. үҙгәрешһеҙ. Үҙгәрмәүсән дәүмәл. Үҙгәрмәүсән коэффициент. Үҙгәрмәүсән процент ставкаһы.
ҮҘГӘРМӘҮСӘНЛЕК (үҙгәрмәүсәнлеге) (Р: неизменяемость; И.: invariability; Т: değişmezlik) и.
1. Бер үҙенсәлектең икенсе төрлөгә әйләнә алмауы, даимилыҡ. □ Неизменяемость, стабильность. Рәүештәрҙең үҙгәрмәүсәнлеге.
2. биол. Тере организмдар үҙенсәлектәренең тотороҡлолоғо. □ Неизменчивость. Үҙгәрмәүсәнлек — гендарҙың мөһим һәм көслө һыҙаты.
213