ҮҘЕШМӘКӘРЛЕК
1. Үҙенә күрә, үҙ ҡарашынан сығып, үҙе теләгәнсә. □ По-своему, по своему желанию. Үҙенсә эш итеу. Үҙенсә яҙыу. Үҙенсә уҡыу.
2. Үҙ телендә. □ На своём языке. Үҙенсә һөйләй башланы.
ҮҘЕНСӘЛЕс. ҡар. үҙенсәлекле. Үҙенсәле кеше.
ҮҘЕНСӘЛЕК (үҙенсәлеге) (Р.: особенность; И.: pecularity; T.: özellik) и.
Бер нәмәнең йәки кешенең үҙенә генә хас сифаты. □ Особенность, своеобразие, свойство. Милли уҙенсәлек. Шәхси уҙенсәлек. М Шәйәхмәттәр ғаиләһенә хас йәнә бер уҙенсәлек була: олоһо-кесеһе йыр, музыкаға һәуәҫ булып уҫә. И. Абдуллин. Әммә был биш ҡатлының башҡаларына ҡарағанда иғтибарҙы тартып торған бер уҙенсәлеге бар: йорт ҙур ихата турендә, төптә, тыныс урында тора. Д. Бүләков.
ҮҘЕНСӘЛЕКЛЕ (Р.: своеобразный; И.: peculiar; T.: kendine özgü) с.
Үҙенә генә хас сифатлы, үҙенә бер төрлө. □ Своеобразный, особенный. Үҙенсәлекле ижад. Үҙенсәлекле телмәр. М Эйе, төрлө-төрлө тары бөртөктәренән теҙеп яһалған ғәжәп уҙенсәлекле портрет. 3. Биишева. Ысынлап та уҙенсәлекле булған кургәҙмә байтаҡ сәнғәт һөйөусенең иғтибарын йәлеп итте. «Йәшлек», 6 апрель 2010. Көнгөрәләр сабыйҙарын һунарсынан яҡлап йә, аҙашып-нитеп ҡуймаһын тип, уҙенсәлекле тоҡсайында йәшереп йөрөтә. Т. Ғәниева.
ҮҘЕНСӘЛӘП р. ҡар. үҙенсә. М Был һуҙ Шырмый Ихсан ағайҙың ҡолағына кереу менән малай-шалайға уртаҡ ҡушамат тағылды: «ывыртырух», «ыбыр-сыбыр» тигәнгә «трохи»ҙы уҙенсәләп ҡушҡан да, тик толпарлылар ғына ацлаған төшөнсә килеп сыҡҡан. Г. Яҡупова. Беренсе суртлы ҡунаҡтар, — тигәйне ул [Ҡөҙрәт Хужбуллович] сорт һуҙен уҙенсәләп, — беҙҙең менән уҙәк трибунала булыр. Ғ. Хисамов.
ҮҘЕНСӘЛӘҮ (үҙенсәлә-) (Р: делать что-л. по-своему; И.: do smth in one’s own way; T.: kendine göre hareket etmek) ҡ.
Үҙенсә итеү. □ Делать что-л. по-своему; поступать по-своему. ■ Емеш бынан да уҙенсәләп яҙып алыр урын тапты. 3. Биишева.
ҮҘЕНӘН-ҮҘЕ (Р: само по себе, самопроизвольно; И.: of itself; T.: kendiliğinden)/?.
Сит тәьҫирҙән башҡа, кеше ҡатнашынан тыш. □ Само по себе; самопроизвольно; само собой. Мылтыҡ уҙенән-уҙе атмай. Үҙенән-уҙе аңлашыла. Үҙенән-уҙе билдәле. ■ Ул [Фәтих] уҫмер сағында уҡ скрипка яһап, уҙенән-уҙе уйнарға өйрәнә. И. Абдуллин. Данир ауыл осона сыҡҡайны, куңеле уҙенән-уҙе Сусаҡ тауына ҡарай алды ла китте. Р. Байбулатов. Икенсенән, уҡыу-уҡытыу системаһы ныҡлап юлға һалыныу менән милләттәр араһындағы белем айырмаһы уҙенән-уҙе юҡҡа сығасаҡ. Р. Байымов.
ҮҘЕҢДЕКЕН ИТЕҮ (үҙеңдекен ит-) (Р: настаивать на своём; И.: get it one’s own way; T.: ısrar etmek) ҡ.
Үҙеңсә эшләү, үҙ һүҙеңде һүҙ итеү. □ Настаивать на своём. Үҙеңдекен итмәһәң, булмай инде һинең.
ҮҘЕР (Р: грудь; И.: chest; T.: göğüs) и. диал. ҡар. күкрәк.
Кәүҙәнең муйындан ҡорһаҡҡа тиклемге алғы өлөшө. □ Грудь (часть передней стороны туловища, ниже шеи до живота). Үҙер һөйәге. Үҙергә ҡыҫыу. Үҙер менән ҡаплау.
ҮҘЕШМӘКӘР (Р: самодеятельный; И.: amateur; T.: amatör) с.
Үҙ профессияһынан тыш ижад менән шөғөлләнеүсе. □ Самодеятельный. Үҙешмәкәр артист. Үҙешмәкәр драма туңәрәге. Үҙешмәкәр коллектив. Үҙешмәкәр композитор. ■ Баҡһаң, районда уҙешмәкәр театрҙарҙың фестивале башлана. Н. Алсынбаев. [Ғаяз менән Разия] дәрескә куп ваҡыт бергә барҙылар, бергә ҡайттылар, ә уҙешмәкәр туңәрәккә йөрөгәндә, бер-береһенә эйәләшеп ук киттеләр. А. Мағазов. Мәктәптең уҙеш-мәкәр туңәрәге концерт ҡуйғанда, коллектив бейеуҙәрҙә ҡатнаша инем. Н. Мусин.
ҮҘЕШМӘКӘРЛЕК (үҙешмәкәрлеге) (Р: самодеятельность; И.: amateur arts; T.: amatör sanatı) и.
Профессиональ булмаған ижади эшмәкәрлек. □ Самодеятельность. Үҙешмәкәрлек менән шөғөлләнеу. М һуңғы бер ай эсендә Саша бик ныҡ уҙгәрҙе: мебель фабрикаһында куңел биреп эшләй, уҙешмәкәрлек туңәрәгенә
215