ҮҘИДАРА
лә йөрөй башланы, боксёрлыҡҡа ла өйрәнергә тотондо. Ә. Бикчәнтәев. Ҡыҫҡаһы, ошоларға художестволы үҙешмәкәрлектең йәнләнеүен өҫтәһәң, отчётҡа яҙырлыҡ нәмәләр ҙә куп кенә булып киткәйне. Б. Рафиҡов.
ҮҘИДАРА (Р.: самоуправление; И.: self administration; T.: özerklik) и.
Коллектив, ойошма эсендә үҙ аллы етәкселек итеү. □ Самоуправление. Урындағы уҙидара. Ижтимағи уҙидара.
ҮҘИДАРАЛЫҠ (үҙидаралығы) и. ҡар. уҙидара. Үҙидаралыҡ органдары. Урындағы уҙидаралыҡ көнө.
ҮҘ ИТЕҮ (үҙ ит-) (Р: принимать за своего; И.: hold dear; T.: benimsemek) ҡ.
Күңелгә яҡын һанау, үҙ күреү. □ Принимать за своего, считать близким, своим кого, что. ■ Йылдар уҙ итмәгәс, был ерҙәрҙән эҙ юллар кулак-буреләр. Б. Бикбай. Гумер буйы зәңгәр күкте уҙ итер күңелдәрем. В. Әхмәҙиев.
ҮҘЙӨРӨШЛӨ (Р.: самоходный; И.: selfpropelled; T.: otomatik tahrikli) с.
Үҙе йөрөй торған, үҙе йөрөмәле. □ Самоходный. Үҙйөрөшлө комбайн. ■ Краснов аҫтағы танк, үҙйөрөшлө орудие колонналарын зениткалар дауыллы ут асҡанда ғына иҫләп өлгөрҙө, шунан таҫмалай һуҙылған автомашиналарҙы абайланы. А. Мағазов. Көнбайышҡа уҙған поездарҙың һәр вагонында өҫтө брезент менән ҡапланыулы өр-яңы танкылар, төрлө калибрҙағы орудиелар, үҙйөрөшлө установкалар урынлаштырылғайны. Я. Хамматов. Ул саҡта районға тәү башлап ике үҙйөрөшлө комбайн ҡайтҡайны. Р. Низамов.
ҮҘ КҮРЕҮ (үҙ күр-) ҡ. ҡар. үҙ итеү. Иптәштәре шундуҡ үҙ күрҙе.
ҮҘҠИММӘТ (Р: себестоимость; И.: selfcost; T.: maliyet) и. иҡт.
Предприятиеның тауарҙы етештереүгә, транспортҡа йәки һатып алыуға киткән сығымдары. □ Себестоимость. Тауарҙың үҙҡиммәтен кәметеү. М Шунһыҙ продукцияның үҙҡиммәтен нисек кәметмәк кәрәк? Р. Байымов. Был хәл етештергән иттең үҙҡиммәтен арттыра һәм колхоздың елкәһенә ултыра, уға «убыточный» тигән мөһөр
артынан мөһөр баҫа. Т. Ғарипова. Ямниха, әҙерләнгән ағасты урында эшкәрткәндә, продукцияның үҙҡиммәте күпмегә төшәсәге, күпме файҙа киләсәге, йыллыҡ доходтың биш миллион биш йөҙ мең һумға барып етәсәге тураһында һөйләп китте. Н. Мусин.
ҮҘЛЕ (Р: вязкий, тягучий; И.: viscous; T.: yapışkan) с. диал. ҡар. йәбешкәк.
Йәбешеп, һуҙылып тороусан. □ Вязкий, тягучий. Үҙле балсыҡ. Үҙле ҡамыр. М Әсәһе: «Баҫҡан ҡамырың үҙле булһа, ҡаҙанда һалмаң тере көйө йөрөр, иҙелмәҫ!» — ти торғайны. Т. Ғарипова. Унан ул аҫтан өҫкә ҡаратып, соҡор тирә-яғындағы ҡара тупраҡты бер яҡҡа, үҙле һары балсыҡты икенсе яҡҡа алып өйә башланы. И. Ғиззәтуллин. Асылда, оҫта көршәксе ҡулындағы үҙле балсыҡ. Ә. Хәкимов.
ҮҘЛЕГЕНӘН (Р: самопроизвольно; И.: of it’s own accord; T.: kendiliğinden) р. диал.
1. Үҙ алдына, үҙенән-үҙе. □ Самопроизвольно. ■ Ҡыҙырастың беләге ныҡ ҡына ауыртты булһа кәрәк, уның бармаҡтары, үҙлегенән яҙылып, ҡурсаҡты төшөрөп ебәрҙеләр. 3. Биишева. Аңлай, бик яҡшы ацлай Боғара: хатта тамыры ҡороған ағас, төртмәһәң, үҙлегенән ауып төшмәй. Ә. Хәкимов.
2. Башҡа менән иҫәпләшмәйенсә, башҡаны иҫәпкә алмайынса, үҙең белгән булып. □ Самовольно. ■ [Корманғазы ағай:] Үҙлегемдән генә ат тотоп ятырға мин малай түгел. Законды аңлайым бәләкәс. Р. Солтангәрәев. Берҙән, бәғзе берәүҙәр ләстит һатҡанса, мединституттағы үҙгәрештәрҙе бер ректор Ислахов ҡына башлаған икән, ул ғына үҙлегенән был оло эшкә йөрьәт иткән тип уйламаһын! Р Камал. Салауат бер йылдан һуң, үҙлегенән имтихан тапшырып, аттестат алды. С. Поварисов.
ҮҘЛЕГЕНӘН-ҮҘЕ р. ҡар. үҙенән-үҙе. ■ Күҙҙән йәштәр үҙлегенән-үҙе аға. Б. Бикбай. Сөнки көрәшмәй, тырышмай тороп, бәхет үҙлегенән-үҙе килмәҫен кеше белә, шулай бит? 3. Биишева.
ҮҘЛЕК (үҙлеге) (Р: сущность чего-л.; И.: essence; T.: öz) и. иҫк.
216