ҮҘЛӘШТЕРЕҮСӘН
Кемдеңдер йәки нимәнеңдер төп асылы, сифаты. □ Сущность чего-л. ■ Ә улар үҙҙәре үҙлектәренән серей, үҙҙәренән-үҙҙәре юкҡа сыға. Р. Камал.
ҮҘЛЕЛЕК (үҙлелеге) (Р.: вязкость; И.: viscosity; T.: yapışkanlık) и.
1. Йәбешкәклек, һуҙылыусанлыҡ. □ Вязкость. Балсыҡтың үҙлелеге.
2. Йомшаҡлыҡ, ыуалмаусанлыҡ. □ Пластичность. Ҡыҙҙырылған тимерҙең үҙлелеге. Баҡырға юғары кимәлдә йылы һәм электр үткәреүсәнлек, үҙлелек хас.
ҮҘЛЕ-ҮҘЕ (Р: каждый отдельно, сам по себе; И.: each separately; T.: kendi kendine) p. диал.
Үҙ алдына, үҙенә башҡа. □ Каждый отдельно, сам по себе. Балалар үҙле-үҙенә йәшәй. Үҙле-үҙең донъя көтөү. Һәр кем үҙле-үҙенә эшләй. ■ Егеттәр үҙле-үҙе ҡайҙа етте шунда таралышып ҡасты. Ж. Кейекбаев.
ҮҘЛЕ-ҮҘЕНӘН р. ҡар. үҙенән-үҙе. Үҙле-үҙенән йөрөй башлау.
ҮҘЛӘНДЕРЕҮ (үҙләндер-) (Р :доводить до нужной степени вязкости; И.: bring to desired viscosity; T.: istenilen yapışkanlık haline getirmek) ҡ.
Үҙле хәлгә еткереү, үҙле итеү; һағыҙ-ландырыу. □ Доводить до нужной степени вязкости. Ҡамырҙы үҙләндергәнсе баҫыу.
ҮҘЛӘНЕҮ (үҙлән-) (Р: становиться вязким, тягучим; И.: become viscous; T.: yapışkan hale gelmek) ҡ.
Үҙле хәлгә килеү, үҙле булыу; һағыҙланыу, иҙелеү, баҫылыу, йомшарыу. □ Становиться вязким, тягучим, умяться. Үҙләнгән ҡамыр. ■ Ҡара һағыҙ шикелле үҙләнеп, боҫрап ятҡан йылы ер өҫтөнә, йәш ылыҫтар һымаҡ, сәнсә тишеп, ҡаҙ үләндәре шытып сыҡты. 3. Биишева. Кисә ҡамыш тамырынан бутҡа бешерҙек, май һалған кеүек, үҙләнеп тора. И. Ғиззәтуллин. Ҡамыр үҙләнер хәлгә еткәс, уны уҡлау исемле ҡорамал ярҙамында йоҡа ғына йәймә итеп йәйә лә ҡаҙанда шажлап ултырған һары май эсенә һалып ебәрә [әсәй]. Ә. Хәкимов.
ҮҘЛӘШЕҮ (үҙләш-) (Р: осваиваться; И.: become accustomed to new surroundings; T.: özümlemek) ҡ.
Өйрәнеп үҙ итеү; күнегеү. □ Осваиваться. // Осваивание, освоение. ■ Хужа менән ҡунаҡ, бөтөнләй үҙләшеп, бер-береһен күптән белгән таныштарҙай, гәпләшеп киттеләр. Яр. Вәлиев. Улар, күптәнге таныш кешеләр кеүек, .. тиҙ үк үҙләшеп киттеләр. һ. Дәүләтшина.
ҮҘЛӘШТЕРЕЛЕҮ (үҙләштерел-) ҡ. төш. ҡар. үҙләштереү, страд, от үҙләштереү. Башҡорт телендәге күп кенә һүҙҙәр ғәрәп теленән үҙләштерелгән.
ҮҘЛӘШТЕРЕҮ (үҙләштер-) (Р: присва ивать что, завладевать чем', И.: get hold of smths apporopriate; T.: kendine maletmek) ҡ.
1. Үҙеңә алыу, үҙеңдеке итеү. □ Присваивать что, завладевать чем. // Присвоение. Үҙләштереп алыу. Үҙләштереп ҡуйыу. Үҙләштереп тороу. Урыҫ һүҙҙәрен үҙләштереү.
2. Нимәнеңдер айышына төшөнөп, үҙ зиһенеңә, үҙ тәбиғәтеңә алыу; өйрәнеү.
□ Осваивать, усваивать. // Освоение, усвоение. Дәресте үҙләштереү. Техниканы үҙләштереү. М Мин бөгөн эретмәне насос менән һиптереп штукатурлау техникаһын яҡшы үҙләштереүемә тамам ышандым. 3. Биишева. М. Ҡулаев беҙҙең быуаттың баштарында уҡ рус һәм Көнбайыш Европа культураларын яҡшы үҙләштергән кеше булған. Ж. Кейекбаев. Апалары тегенсе һәнәрен үҙләштер тип кәңәш итә. Р. Камал.
3. Эшкәртеп ҡабул итеү; һеңдереү. □ Переваривать, усваивать. // Переработка, усвоение (пищи). Ашҡаҙан аҙыҡты үҙләштерә.
4. Хужалыҡ эшмәкәрлегенә индереү.
□ Перерабатывать, осваивать. // Переработка, освоение. Яңы ер үҙләштереү. ■ Быраулаусылар яңы скважиналарҙы тиҙерәк үҙләштереү өсөн көрәш йәйелдерҙе. К. Мәргән. Яңы нефть табылған урындарҙы үҙләштереү өсөн бакулылар ярҙам итмәһә, кем ярҙам итер? Ә. Бикчәнтәев.
5. Эш файҙаһына тотоноу (аҡса һ. б. ҡарата). □ Освоить (о денежных средствах). // Освоение. Үҙләштереп алыу. Үҙләштереп ҡуйыу. Төҙөлөш өсөн бирелгән аҡсаны тулыһынса үҙләштереү.
ҮҘЛӘШТЕРЕҮСӘН (Р: усвояемый; И.: assimilable; T.: benimsenebilir) с.
217