Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 218


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҮҘЛӘШТЕРЕҮСӘНЛЕК
Үҙләштерелә алған. □ Усвояемый. Tuş уҙләштереусән туҡлыҡлы аҡһым. М Ҡуркә ите аҙыҡты төрләндереп кенә ҡалмай, еңел уҙләштереусән булыуы менән отошло. «Башҡортостан», 31 май 2016.
ҮҘЛӘШТЕРЕҮСӘНЛЕК (үҙләштереү-сәнлеге) (Р.: усвояемость; И.: comprehensibility; T.: anlaşılırlık) и.
Аңдың үҙләштереү ҡеүәһе, мөмкинлеге.
□ Усвояемость. Программаның яҡшы уҙләш-тереусәнлеге.
ҮҘМАҠСАТ (Р.: самоцель; И.: aim, purpose of its own; T.: maksat) и.
Үҙ-үҙеңә алған йөкләмә; алға ҡуйылған бурыс. □ Самоцель. Үҙмаҡсатҡа әйләнеу. Үҙмаҡсатҡа ирешеу. Эштең асылын бешәһенә лә аңлатып биреу уҙмаҡсатҡа әйләнде.
ҮҘСӘНЛЕК (үҙсәнлеге) и. ҡар. үҙенсәлек. Мәҙәниәт уҙсәнлеге. Йыһандағы бөтә еҫемдәрҙең бер-береһенә тартылыу уҙсәнлеге. Функциялар системаһының уҙсәнлеге.
ҮҘ-ҮҘЕНӘН р. ҡар. үҙенән-үҙе. Үҙ-уҙе -нән атлап китеу. Үҙ-уҙенән тоҡанып китеу. • Ит уҙ-уҙенән ҡортлар. Мәҡәл.
ҮҘ-ҮҘЕҢ (Р: сам себя; И.: oneself; T.: kendisini) a.
Үҙен үҙе, үҙеңде үҙең. □ Сам себя. Үҙ-уҙеңде онотоу. Үҙ-уҙеңде ҡорбан итеу. Үҙ-уҙеңде маҡтау. Үҙ-уҙеңде сикләу. Үҙ-уҙеңде тәнҡит-ләу. Үҙ-уҙеңде һаҡлау. Үҙ-уҙеңә ышаныу. Үҙ-уҙеңә алған йөкләмә. ■ Үҙ-уҙеңде алдама, һәнәрсе!.. 3. Биишева.
ҮҘ-ҮҘЛЕГЕНӘН р. ҡар. үҙенән-үҙе. Үҙ-уҙлегенән көйәләнеп йөрөй.
ҮҘХӘРӘКӘТ (Р: самодвижение; И.: selfmotion; T.: kendi kendine değişmek) и. фәлс.
Эске ҡапма-ҡаршылыҡтар, шарттар тәьҫирендә материяның үҙгәреше һәм үҫеше.
□ Самодвижение, саморазвитие.
ҮҘҺЕНДЕРЕҮ (үҙһендер-) (Р: попустительствовать; И.: connive; T.: aşırı müsamaha göstermek) ҡ.
Саманан тыш наҙлау, иркәләтеп боҙоу.
□ Попустительствовать, давать волю. Баланы артыҡ уҙһендереу.
ҮҘҺЕНЕҮ (үҙһен-) ҡ. ҡар. үҙ итеү. Уны уҙһенмәйҙәр. Ҡаланы уҙһенмәу. Эште уҙһен-мәу. ■ Ошо ҡылтайып барғанлығы өсөн
уҙһенеп етмәйбеҙ Ҡасимды. Ф. Иҫәнғолов. [Мәҙинә:] Ниңә ул [әсәйем] һине уҙһенмәй икән? [Харис:] Кейәуе булғас, уҙһенер әле. Ш. Янбаев.
ҮҘ ҺҮҘЛЕ (Р: упрямый, неуступчивый; И.: stubborn, obstinate; T.: inatçı) c.
1. Еңмеш, сәркәш. □ Упрямый, неуступчивый, строптивый. ■ Һыңар куҙле кеше лә бик уҙ һуҙле булып сыҡты, ахыры. Ә. Бикчәнтәев. [Еәләу:] Теге уҙ һуҙле угеҙ куҙле Харис бар ине бит, шуның еңмеш ҡыҙы... еңмешләнә торғас, бөтәһен дә еңеп бөткән. И. Ғиззәтуллин.
2. Ныҡыш, үҙ һүҙен һүҙ итергә тырышҡан. □ Настойчивый, настырный. ■ Ләкин Хәмит уҙ һуҙле малай ине. Д. Бүләков. Икеһе лә берҙәй ук ғорур, уҙ һуҙле, курәһең. 3. Биишева.
ҮҘҺҮҘЛЕЛЕК (үҙһүҙлелеге) (Р: упрямство, упорство; И.: stubbornness; T.: inat) и.
Үҙ һүҙен һүҙ итергә тырышҡан кешегә хас сифат. □ Упрямство, упорство. ■ Үҙһуҙлелек, кире ҡайтауыллай белмәулек беҙҙең бөтә-беҙҙә лә етерлек ул, — тип килеште Бибеш был юлы. 3. Биишева. Егеттең шундай уҙ-һуҙлелеген кемдер яратманы, ҡайһы берәу-ҙәр, киреһенсә, хупланы. Р. Солтангәрәев. Ҡыҙының уҙһуҙлелегенә Шәмсебанат ханым пыр туҙып китте. Д. Исламов.
ҮҘҺҮҘЛӘНЕҮ (үҙһүҙлән-) (Р: упрямиться; И.: be obstinate; T.: inat etmek) ҡ.
Үҙ һүҙеңде һүҙ итергә тырышыу, үҙ һүҙлегә әйләнеү; еңмешләнеү. □ Упрямиться, упорствовать; стоять, настаивать на своём. Бала уҙһуҙләнә. ■ Юлдаш, баяғыса уҙһуҙ-ләнеп, һаман өндәшмәй тик ултыра бирҙе.
3. Биишева. Минән артыҡлығың шул: атайың янында тимерлектә сукендең дә мәктәптә уҙһуҙләндең. И. Ғиззәтуллин. Атайың шулай уҙһуҙләнеп кенә ҡараһын. Д. Исламов.
ҮҘӘК I (үҙәге) (Р: сердцевина; И.: pith; T.: öz) и.
1. Ағас һәм башҡа үҫемлек һабағының иң уртаһынан буйҙан-буй үткән йомшағыраҡ өлөш. □ Сердцевина. / Сердцевинный. Алманың уҙәге. Ағастың уҙәге. Үләндең уҙәге. Бойҙайҙың уҙәгенән генә тартылған он. Үҙәк ҡатламы.
218