Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 219


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҮҘӘК КӨЙӨҮ
2. Нимәнеңдер уртаһынан һабаҡ һымаҡ булып үткән өлөш. □ Ось, стержень, сердечник. Кәбеҫтәнең уҙәге. Шешектең уҙәге.
3. Әйләнмәле нәмәнең уртаһындағы һап йәки күсәр. □ Ось. Тешле тәгәрмәстең уҙәге. Ҡул тирмәненең уҙәге.
4. Ниндәйҙер бер нәмәнең йәки майҙандың нәҡ урталығындағы ер һәм нөктә. □ Центр. / Центральный. Аҡландың уҙәге. Линза уҙәге. Симметрия уҙәге. Я Сәсәккәйҙәр гөлдөң һабағында осоп китер төҫлө торалар, ҡыҙыл нурҙар балҡый уҙәгендә, бигерәк нурлы, ҡыҙыл шул улар. Ш. Бабич. Етер, беҙҙекеләр подвалдарҙа куп интекте, бик куп серене. Яҡты һәм мул тормош төҙөу өсөн уҙәк урамдарға кустек беҙ. Ғ. Сәләм.
5. кусм. Нимәнеңдер төп асылын, төп сифатын билдәләгән өлөшө. □ Стержень. / Стержневой. Үҙәк бурыс. Үҙәк мәсьәлә. Мәсьәләнең уҙәге. ■ Чапаев дивизияһында Ыр-ғыҙ-Кәмәлек буйының ярлы башҡорттары ла һуғыша, һуңынан улар айырым башҡорт дивизияһының уҙәген тәшкил итә. М. Мин-һажетдинов. Һуғыш ҡасан бөтә? Ерҙе байҙарҙан ҡасан тартып алып бирәләр? — тигән һуҙҙәр һуҙ уҙәге булды. А. Таһиров.
6. кусм. Миҙгел йәки эш-хәлдең урталығын билдәләгән мәл. □ Середина, средоточие. Ҡыш уҙәге. Эш уҙәге. Иғтибар уҙәге. Ер тетрәу уҙәге. ■ Көн уҙәгендә ҡояш апаруҡ йылыта, ләкин.. тын ҡурғыс эҫе бөркә алмай. Н. Мусин.
7. Административ-хужалыҡ әлкәһенең етәкселеге йәки төп көсө тупланған урын. □ Центр. / Центральный. Үҙәк архив. Үҙәк баҙар. Үҙәк гәзит. Я Ҡолсора — район уҙәге — Ҡайынлы ауылынан ун километрҙа. Элек унда волость ине. Б. Бикбай. Ат булмаһа, йәйәу, тон уртаһында йугерә-атлап, район уҙәгенә ҡайтты [Гәуһәр]. И. Абдуллин. Был хәбәр ишетелеу менән, Әхмәтов ашығыс рәуештә район уҙәгенә лә барып ҡайтты. С. Агиш.
8. Ниндәйҙер эш-хәрәкәт селтәренең эшмәкәрлеген тәьмин иткән төп нөктә. □ Сердцевина, стержень. Баш мейеһенең һулыш уҙәге.
9. кусм. Эске булмыш, йән, йөрәк. □ Душа, сердце. ■ Үҙәгеңә утерлек һуҙ әйттемме? И. Абдуллин.
♦ Үҙәккә тейеү ҡар. үҙәккә үтеү. Был эш уҙәккә тейҙе. Үҙәккә үтеү 1) ялҡытыу, ныҡ йонсотоу, биҙрәтеү. □ Надоесть; вымотать душу. ■ Уҙған ғумеремдең аҙаптары уҙәгемә уткән шул ҡәҙәр. Ғ. Мәсғүт. Иптәштәрҙең һуҙе [Әфтәховтың] уҙәгенә утте. С. Агиш; 2) һөйәккә тиклем үтеү (һалҡын тураһында). □ Пробрать до костей (о морозе). Я Етмәһә, һалҡын уҙәккә утә. И. Абдуллин. Баҙҙа шундай һыуыҡ, уҙәктәремә утә, тештәрем ҡалтырай, ҡалтыранам да уйлайым: «Иртәгә әсәйем кәрәкте бирә». С. Агиш. Үҙәк өҙөлөү йән, йөрәк яныу, әрнеү. □ Щемить, чувствовать боль, болеть (о душе). Апайымдың беҙҙең өсөн уҙәге өҙөлә. Үҙәкте өҙөү нескә, һағышлы хискә төшөрөү. □ Раздирать сердце, раздирать душу. Тэуге бала уҙәкте өҙә ул. Я Кис ултырып ҡыҙҙар сигеу сигә, биҙәктәргә ялғап биҙәкте, биҙәктәре ебәк йырҙай ағыла, тик йырҙары өҙә уҙәкте. М. Кәрим. Үҙәк өҙгөс йән әрнеткес, ҡот осҡос. □ Душераздирающий. Үҙәк өҙгөс тауыш. Я Аҫта, ҡырсын өҫтөндә, уҙәк өҙгөс йыр һуҙыла. 3. Биишева. Үҙәк ялғау ашап алыу. □ соотв. Заморить червячка. Үҙәк ялғап алғас, юлды дауам иттек.
ҮҘӘК II (үҙәге) (Р.: ложбина; И.: narrow gully; T.: çukur) и.
Ике тау араһындағы тәрән уй. □ Ложбина. Я Урал тауының араһындағы текә соҡорҙар, тәрән уҙәктәрҙән тау башына томан урелә. Ғ. Дәүләтшин. Алдан барған колонна, юлдан сығып, ике сопка араһындағы тәрән уҙәккә боролдо. С. Кулибай.
ҮҘӘК КӨЙӨҮ (үҙәк КӨЙ-) (Р.: изжога; И.: heartburn; T.: mide ekşimek) ҡ.
1. Ҡыҙыл үңәстән әсе тәм килеү. □ Изжога. Сейә ашамайым, уҙәгем көйә. Үҙәк көйөуҙән аш содаһы ярҙам итә.
2. кусм. Йән, йөрәк яныу, әрнеү. □ Щемить, чувствовать боль. Үҙәгем көйә ошо балалар өсөн.
219