ҮҘӘКЛЕ
ҮҘӘКЛЕ (Р.: с сердцевиной, осью; И.: pithy; T.: özlü) с.
1. Үҙәге (I, 1-3) булған. □ С сердцевиной, осью. Үҙәкле сиҡан. Я Ҡара ат менән кук бейәне парларға, тимер уҙәкле арбаны егергә кәрәк. Н. Ҡәрип.
2. кусм. Йәнле, тере. □ Живой. Үҙәкле малда улем бар.
ҮҘӘКЛӘНЕҮ (үҙәклән-) (Р.: нарывать, гноиться; И.: suppurate; T.: apse yapmak, irinlemek) к.
1. Үҙәклегә (I, 2) әйләнеү, үҙәкле булыу, эренләү. □ Нарывать, гноиться. Сиҡанды уҙәкләнгәс кенә һытырға ярай.
2. Үҙәклегә (I, 2) әйләнеү (уҫемлектәргә ҡарата). □ Образовываться (о стеблях злаковых). Арыштар уҙәкләнгән.
ҮҘӘКЛӘТЕҮ (үҙәкләт-) ҡ. йөкм. ҡар. үҙәкләү, понуд. от үҙәкләү. Көтөуҙе уҙәк-ләтеу. Көтөуҙе уҙәкләтеп ҡыуыу.
ҮҘӘКЛӘҮ (үҙәклә-) (Р: проходить, проезжать по ложбине; И.: pass along a depression; T.: çukurluktan geçmek) ҡ.
Үҙәк (II) буйынан буйлау. □ Проходить, проезжать по ложбине. Үҙәкләп барыу.
■ Ҡайҙалыр ҡысҡырған көтөусе тауышы соҡор уҙәкләп, .. аҙ ғына ла көсөн кәметмәй, тубән йугерҙе. И. Насыри.
ҮҘӘКЛӘШЕҮ (үҙәкләш-) (Р: централи зоваться; И.: centralize; T.: merkez yapmak) ҡ.
Бер үҙәккә ойошоу; тупланыу. □ Централизоваться. // Централизация. Власть уҙәкләште. Дәуләттең уҙәкләшеуе. Үҙәкләшкән дәуләт. ■ Советтар мөхтәриәткә, төҙөлөп ятҡан милли полктарға ҡаршы булмаһа, беҙ хатта Баймаҡ ере Темәстә уҙәкләшеп, идара эштәрен шунда кусерергә лә ризабыҙ. Р. Байымов.
ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛЕҮ (үҙәкләштерел-) ҡ. төш. ҡар. үҙәкләштереү, страд, от үҙәкләштереү. Үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре. Мәғариф булегенең уҙәкләш-терелгән бухгалтерияһы.
ҮҘӘКЛӘШТЕРЕҮ (үҙәкләштер-) ҡ. йөкм. ҡар. үҙәкләшеү, понуд. от үҙәкләшеү.
■ Халыҡ куңеленә ҡурҡыу һалына, илдә ысын мәғәнәһендә полицайлыҡ, дәуләтселек, уҙәк-ләштереу башбаштаҡлығы урынлашты
рыла. Р. Камал. Үҙәкләштереу беренсе бурыс итеп ҡуйылды. А. Карнай.
ҮҘӘКТӘШ (Р: концентрический; И.: concentric; T.: konsantrik) с.
Үҙәктәре уртаҡ булған. □ Концентрический, концентричный. Үҙәктәш сфералар.
ҮҘӘКТӘШ ТҮҢӘРӘКТӘР (Р: концентрические круги; И.: concentric circles; T.: birmerkezli çemberler) и. мат. купл.
Үҙәктәре уртаҡ, ләкин радиустары төрлө булған түңәрәктәр. □ Концентрические круги, концентры. Үҙәктәш туңәрәктәр һыҙыу.
ҮҘӘКҺЕРӘҮ (үҙәкһерә-) (Р: проголодаться; И.: grow hungry; T.: acıkmak) ҡ. диал. ҡар. асығыу.
Ас хәлгә килеү, ас булыу. □ Проголодаться. Бала уҙәкһерәгән.
ҮҘӘН (Р: русло; И.: bed; T.: nehir yatağı) и.
1. Һыу аҡҡан йырын, һыу юлы. □ Русло. Иҫке уҙән. Киң уҙән. Тәрән уҙән. ■ Элек был уҙәндән һыу аға торғайны. Ж. Кейекбаев. Йылғаның боҙ ҡаплаған тар ғына уҙәне аша аръяҡҡа сыҡҡас, Морат уҙенең байтаҡ ер уткәнен белде. Р. Байбулатов.
2. Йылғаның ике яғынан һуҙылған түбән ер; йылға буйы. □ Долина. / Долинный. Үҙән буйы. Үҙән еле. ■ Үҙән урындарға иртәнге шыйыҡ ҡына томан төшкәйне, ағас япраҡтарында ысыҡ бөртөктәре һырға һымаҡ йылтырашып куренә. Ғ. Аллаяров. Ташҡан шарлауыҡтар, һикергеләп-уйнап, курорт уҙәндәренән аҡтарылып аҡтылар. Ә. Байрамов. • Үҙәндең курке тал булыр, айғырҙың курке ял булыр. Әйтем.
3. ҡар. үҙәк II. Тау уҙәне буйлап сабыу. ■ Тауҙы менгәс, ҡаршыла ҡапыл ғына гузәл уҙән йәйрәп китте. Р. Байымов.
4. диал. Йылға. □ Река. Оло уҙән.
ҮҘӘНЛЕК (үҙәнлеге) и. ҡар. үҙән. Днестр йылғаһы барлыҡҡа килтергән тар тәрән уҙәнлек. ■ Олоғоштоң тубән уҙәнлеге, ҡар ҡатламы ята бик ҡалын. Шунда көҙөн арыш сәсеп ҡуйһаң, йәренгәгә тулыр келәтең. Халыҡ йырынан.
ҮЖӘТ I с. диал. ҡар. үҙ һүҙле 1. Үжәт кеше. ■ Әллә ужәт, әллә талымлы, әллә утә тәкәббер хайуанҡай, уҙенекенән башҡаны танырға теләмәй ҙә ҡуя. Т. Ғәниева. Әммә
220