Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 221


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҮК
Хәмиҙулла ағай бик ужәт кеше булып сыға. Бер аҙна буйы башын ҡатыра тегеләрҙең [эшселәрҙең]. Р. Тимершин.
ҮЖӘТII (Р: ленивый; И.: lazy; T: tembel) с. диал.
Ялҡау, эш һөймәҫ. □ Ленивый. ■ Бына һиңә ужәт, бына һиңә ялҡау ат! И. Ноғманов. Мәгәр инде аҫтындағы атың бер баҡтаһын да ҡоймаған ужәт хайуан икән, теләһә ниндәй алтындай кеше самауыр еҙенә әйләнә. Р. Өмөтбаев.
ҮЖӘТЛЕК (үжәтлеге) и. диал. ҡар. үҙһүҙлелек. Үжәтлек бәләһе. Ныҡышмалылыҡ менән ужәтлек араһындағы сик бик нескә.
ҮЖӘТЛӘНЕҮ I (үжәтлән-) ҡ. диал. ҡар. үҙһүҙләнеү. Үжәтләнеп эшләу. ■ Имай ҙа, ҡулына уйынсыҡ биргәс, ужәтләнеуенән туҡтаған бала һымаҡ, уның [машинаның] ялтыр ҡанатын һыйпап ҡарап, төҫөнә йылмайыу әҫәре сығарҙы. Һ. Дәүләтшина. Балаһын да, әсәһен дә алмашлап сайындыра, йылы һуҙен йәлләмәй әпәуләй, сөнки ыңғайына һыпырмаһаң, ужәтләнеп, тағы әллә ниҙәр ҡылыуы бар аҡылы зәғифләнгән меҫкен ҡарсыҡтың. 3. Ҡаҙаҡбаева.
ҮЖӘТЛӘНЕҮ II (үжәтлән-) (Р: лениться; И.: laze; T.: tembelleşmek) ҡ. диал.
Ялҡауланыу, ялҡауға әйләнеү, ялҡау булыу. □ Лениться. ■ [Сәғит] тәуге көндәрҙәге кеуек ашыҡтырып, аттарын арытырға ла теләмәй, бик ук ужәтләнеп китергә лә ирек бирмәй. И. Ғиззәтуллин.
ҮЗБӘК (Р: узбек; И.: Uzbek; T: Özbek) и. этн.
Үзбәкстандың төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе (төрки телдәренең береһендә һөйләшә). □ Узбек. / Узбекский. Үзбәк халҡы. Үзбәк теле. Үзбәк йыры. М Ә повар — узбәк малайы, узбәктәр боросло, уткер аш яраталар, — тине капитан, аҡланғандай. И. Абдуллин. Бында, малайҙар, рус та, узбәк тә, украин да, башҡорт та бар. 3. Биишева. Рус егете Иван Фёдоров менән узбәк Мирсәйет Әлимов та, украин Петро Луңенко менән латыш Виличус та — барыһы ла ҡулдарын ҡыҫып тәбрикләнеләр Солтанды. Ә. Байрамов.
ҮЗБӘКСӘ (Р: по-узбекски; И.: in Uzbek; T: Özbekçe) р.
1. Үзбәк телендә. □ По-узбекски (говорить, петь и т. д.). Үзбәксә белеу. Үзбәксә һөйләшеу. ■ [Сәлим] Муса дуҫының «башҡорттар узбәксә яҡшы аңлай» тигәнен иҫләптер, Сәлимә менән русса аралашып килгән еренән, ауылға ингәс, узбәксәләп һалдырған. Г. Яҡупова.
2. Үзбәк халҡына хас, үзбәктәр кеүек. □ По-узбекски, свойственно узбекам. Үзбәксә кейенеу. М Үзбәксә кейенергә, узбәксә һөйләшергә өйрәнеп алдылар. Ә. Байрамов. Ярым узбәксә кейенеп, өҫтәл артында ниҙер яҙып ултырған баһадир кәуҙәле егет комиссарҙы берҙәй ҡыҙыҡһындыра. Р. Өмөтбаев.
ҮК (Р: же; И.: so, so much; T: o kadar) киҫ.
1. Кеуек, тиклем, хәтлем, шикелле бәйләүестәре менән килеп, тиңләштереү, берләштереү мәғәнәһен көсәйтеп килә. □ Же (с послелогами кеуек, тиклем, хәтлем, шикелле). Атаһы кеуек ук атлай. ■ Ул [Йәғҙә] булғанда, һағыш был хәтлем ук баҫмаҫ ине, бәлки, — тип уйлап өлгөрөугә, болоттарҙы йәшен уты ярып утте, һәм ҡыймай ғына кук кукрәп ҡуйҙы. А. Абдуллин. Кузьмин баяр уҙе шикелле ук йыуан управляющий менән әллә ниҙәр тураһында һөйләшә, һ. Дәүләтшина.
2. Эш-хәрәкәттең ваҡытын, урынын билдәләп, баҫым яһай. □ Ещё, ещё тогда, тогда же, сразу же, как только. Куптэн ук. Элек ук. Теге мәлдә ук. Килгәс ук. В Сәсеу бөткәндең икенсе көнөндә ук туй яһайбыҙ. И. Абдуллин. Аҡыллы Зөмрәт йәштән ук уҡыу-яҙыуға, донъя хәлдәрен уҙенсә бер епкә теҙергә өйрәнде. Ә. Хәкимов.
3. Эш-хәрәкәткә айырым баҫым менән тоҫҡай. □ Даже. Көлөп ук ебәрҙе, һикереп ук ҡуйҙы. Сәпәкәй итеп ук шатланды.
4. Эйәреп килгән исемдең мәғәнәһен көсәйтә. □ Даже, уже. Һурәттәре ук быға дәлил. Хәле йөҙөнән ук куренеп тора.
5. Айырым сифат, рәүештәр менән ҡулланылып, уларҙың мәғәнәһен көсәйтә. □ В достаточной степени, изрядно, довольно-таки. Тиҙ ук барып етте. Бик ук килешеп етмәу. В Тиҙ ук уңалды яраһы [Бәхетулланың],
221