ҮКЕЛ
теле тотлоғоуы ла бөтә яҙҙы. С. Шәрипов. Улар [етәкселәр] һөйләшеп, хәҙер ук бөтә колхозсыларҙы йыйып һөйләшергә лә, иртән бөтә ауыл менән сығып, бесән өмәһе яһарға булдылар. Ғ. Ибраһимов.
ҮКЕЛ (Р.: названая мать, названый отец; И.: foster parent; T.: manevi anne veya baba) и. этн.
1. Боронғо йола буйынса, сит ерҙән төшкән килендең аралашып йәшәү өсөн бүләк биреп яһап алған әсәһе йәки атаһы; ҡиә-мәтлек әсәй, ҡиәмәтлек атай, морондоҡ. □ Названая мать или отец. Үкел атай. Үкел әсәй.
2. диал. Баланы үҙ ата-әсәһенә «һатып» биргән кеше (балалары тормаған кешеләр уҙ балаһын, хаҡ биреп, икенсе ғаиләнән тәҙрә аша һатып алғандар). □ Человек, «продавший» ребёнка родителям (в обряде выкупа младенца родителями, у которых умирали дети).
ҮКЕЛДӘҮ (үкелдә-) к. ҡар. ухылдау II. Ябалаҡ укелдәй.
ҮКЕЛДӘШЕҮ (үкелдәш-) ҡ. урт. ҡар. үкелдәү, взаимн. от үкелдәү. Ябалаҡтар укелдәшкән тауыштар ғына килә.
ҮКЕЛҺЕҘЛӘҮ (үкелһеҙлә-) (Р: беспокоить кого, надоедать кому, И.: bother; T.: bıktırmak) ҡ. диал. ҡар. бимазалау.
Тынғы бирмәй ҡамасаулау; маҙаһыҙлау, мәшәҡәтләү, борсоу. □ Беспокоить кого, надоедать кому. Үкелһеҙләп йөрөу. Үкелһеҙләп маташыу. Үкелһеҙләп килеу.
ҮКЕМ I (Р: выносливый; И.: enduring; T.: dayanıklı) с. диал. ҡар. сыҙамлы.
Ҡыйынлыҡтарҙы зарланмай, бер нәмәгә бирешмәй үткәрә алған. □ Выносливый. Үкем кеше. Үкем бала. Үкем ҡыҙ.
ҮКЕМ II с. диал. ҡар. үкһеҙ. Үкем бала.
ҮКЕМҺЕҘЛӘҮ (үкемһеҙлә-) ҡ. диал. ҡар. үкелһеҙләү. Үкемһеҙләп йөрөу. Үкем-һеҙләп маташыу. Үкемһеҙләп килеу.
ҮКЕНДЕРЕҮ (үкендер ) ҡ.
1. йөкм. ҡар. үкенеү, понуд. от үкенеү.
■ Хата аҙаҡ укендерә оҙаҡ. М. Хәй.
2. эйһ. ф. ҡар. үкенеү. Үкендереп тороу. Үкендерә төштө. ■ Әллә нисек моңландыра, уйландыра, нимәгәлер укендерә лә һымаҡ.
3. Биишева. Байғусҡаровтыц диссертацияһы өсөн дә оят миңә, шул эштә ректор Фәхриевтец, уның ике туған ҡустыһының ҡыҫылышы булыуы ла укендерә. Д. Бүләков.
ҮКЕНЕС I (Р: раскаяние, сожаление; И.: remorse; T: pişmanlık) и.
Үкенеү тойғоһо. □ Раскаяние, сожаление. Үкенескә ҡала. Үкенес белдереу. М Быны ацлаған, быны баһалаған башҡорт ҡатынының йөҙөндә ҡыуаныс та, уйсанлыҡ та, һағыш та, һөйөу ҙә, укенес тә, сабырлыҡ та — бөтәһе берҙәй сағылды. Ф. Аҡбулатова. Ул [Юлдаш I укенес ҡатыш ҡыҙғаныу менән: «Берлинға хәтле барып еткәс?!» — тип ҡабатлап һораны. 3. Биишева.
ҮКЕНЕС II мөн. ҡар. үкенескә ҡаршы. Үкенес, ваҡытында килеп етмәнең.
ҮКЕНЕС БЕЛДЕРЕҮ (үкенес белдер-) ҡ. ҡар. үкенеү. Тәрән укенес белдереу. Үкенес белдереп кенә мәсьәләне хәл итеп булмай.
ҮКЕНЕСКӘ ҠАРШЫ (Р: к сожалению; И.: unfortunately; T.: maalesef) мөн.
Үкенес белдергәндә әйтелә. □ К сожалению. М Эйе, ҡабатланмаҫ тәуге мөхәббәт тойғолары ине былар. Ләкин, укенескә ҡаршы, был гузәл төшө япраҡ ярырға ла, сәскәләнергә лә өлгөрмәне шул. 3. Биишева. Үкенескә ҡаршы, Ғамил өйҙә булмай сыҡты. Р. Байбулатов.
ҮКЕНЕСЛЕ (Р: прискорбный, досадный; И.: sorrowful, causing chagrin; T.: üzüntülü) c.
Үкенеү тойғоһо уятҡан. □ Прискорбный, досадный. Үкенесле донъя. Үкенесле ғумер. Н Ләкин нисек кенә тырышһа ла, элегерәк «бишле»нән ҡалышмаған Айҙар шундай уке-несле хата ебәргән, хатта саҡ-саҡ «дурт-ле»нән ҡолаҡ ҡаҡмаған. Р. Байбулатов. Былар менән иҫәпләшмәу, уҙ аллы уҫешкә уларҙың хоҡуҡтарын танымау — укенесле тарихи хата булыр. Р. Байымов. Ул [Байрас], ҡыйыҡ эсендә гөлдөрләшеп йөрөгән ҡуштан кугәрсендәрҙе өркөтөп, алпан-толпан баҫып тубән төштө, хазинаһы урланған һандыҡ кеуек бушап ҡалған куңелендә тыуған укенесле уйҙарға ҡолаҡ һала-һала урам буйлап китте. 3. Биишева.
ҮКЕНЕСҺЕҘ (Р: не вызывающий раскаяния; И.: not causing repentance; T.: pişmansız) c.
222