Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 223


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҮКСӘ
Үкенеү хисе уятмаған. □ Не вызывающий раскаяния, сожаления. Үкенесһеҙ эш. Үкенесһеҙ ғумер. Үкенесһеҙ донъя.
ҮКЕНЕҮ (үкен-) (Р.: каяться, раскаиваться; И.: repent; T.: üzüntü duymak) ҡ.
Ниндәйҙер эш-хәлдең булған йәки булмағанына ҡарата йәлләү, бошоноу хисе кисереү. □ Каяться, раскаиваться в чём-л:, жалеть, сожалеть о чём-л. // Раскаяние; сожаление. Уҡымай ҡалғанға укенеу. Эш боҙғанға укенеу. Ебәргән хаталарға укенеу. М Бушҡа ғына маҙаланым һеҙҙе, — тип укенде юлсы һәм, ауыҙ тирәһен һөртәштә -рөп, папирос сығарҙы. А. Абдуллин. Нур эсенән генә укенеп ҡуя: «Гармунды алаһы ҡалған икән, бына ҡурай менән бергә уйнағанда ниндәй йәтеш булыр ине». И. Абдуллин. Риф һыҙланған килеш укенде. С. Агиш. • Кеше атына менмә, менһәң — укенмә. Әйтем. Үткән эшкә укенмә. Әйтем. Эш уткәс, укенеуҙән ни файҙа. Әйтем.
ҮКЕНЕШЕҮ (үкенеш-) ҡ. урт. ҡар. үкенеү, взаимн. от үкенеү.
ҮКЕРЕҮ (үкер-) (Р: реветь; И.: bellow; T.: böğürmek) ҡ.
1. Ҡалын, яман тауыш менән һуҙып ҡысҡырыу. □ Реветь; рычать. Арыҫлан укерә. Үгеҙ укерә. 9 Тау уренә табан укергән йөклө машина юғарыла туҡтарға мәжбур булды. Р. Байбулатов. Ул саҡта колхоздың ер тырнап укереп йөрөгән ифрат холоҡһоҙ бер нәҫел угеҙе була торғайны. Р. Байымов.
2. Йәмһеҙ итеп ҡысҡырыу (кешегә ҡарата ); аҡырыу. □ Рыдать, орать. Үкереп ебәреу. Үкереп тороу. 9 Кукрәктәге ҡайғы куҙ йәштәре булып та, ҡысҡырып укереу булып та бәреп сыҡмай, шулай ҙа шым ғына кисерелгән ҡайғы тағы ла тәрәнерәк була бит. Ә. Бикчәнтәев. Үҙем дә яман итеп укереп ебәрҙем, буғай. Н. Алсынбаев.
3. кусм. Бик көслө, яман олоған тауыш сығарыу; геүләү. □ Выть, шуметь, гудеть. Диңгеҙ укерә. Ел укерә. ■ Тулҡын һикерә, көслө тулҡын укерә. М. Кәрим. Тоняны иң интектергәне — ер-кукте томалап, аҙналар буйы укергән бурандар ине. А. Абдуллин. Көслө буран, өй ҡыйығына инеп, тәҙрә
ҡапҡастарына ултырып, туҡтауһыҙ укерҙе, олоп йөрәккә бөткөһөҙ моң, ҡайғы һалды.
3. Биишева.
♦ Үкереп үҫеү күкрәп үҫеү; уңыу. □ Буйно расти (о растениях). Иген укереп уҫкән.
ҮКЕРЕШ (Р: рёв, рычание, вопль; И.: roar; T.: kükreme) и.
Бик көслө, яман олоған тауыш сығарыу; геүләү. □ Рёв, рычание, вопль. Үкереш китте. Үкерештән ҡолағым тондо.
ҮКЕРЕШЕҮ (үкереш-) ҡ. урт. ҡар. үкереү. взаимн. от үкереү. 9 Ҡайтып килгәнемдә, ана теге Төлкөсҡан һыртында яман укерешкән, шатыр-шотор ағастар һынған тауыш ишетеп ҡалдым. Н. Мусин.
ҮКЕРТЕҮ (үкерт-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. үкереү, понуд. от үкереү.
■ Ғилман яуап бирмәне, уның [Мырҙабай-ҙың] әйберҙәрен ҡулына тотторҙо ла, мотоциклын яман укертеп, ары елде. Н. Мусин. Иртәгә баянда һыҙҙырып, Илисәне укертеп илатайым әле! И. Абдуллин. Тәуҙә моторҙарын яман укертеп пикеға ҡоҙғондар ташлана. Д. Исламов.
2. кусм. Ныҡ ауырттырыу. □ Вызывать сильную боль. Аяғым укертеп һыҙлай. Башым сатнап ауырта, укертә.
♦ Үкертеп эшләү бик шәп, ҡыҙыу эшләү; емертеп эшләү. □ соотв. Своротить горы (о работе). Үкертеп эшләп өйрәнеу.
ҮКСӘ I (Р: пятка, пята; И.: heel; T.: ökçe) и.
1. Аяҡтың бәкәлдән түбәнге артҡы өлөшө. □ Пятка. / Пяточный. Үксә һөйәге. Үксәне өйкәтеу. 9 Үҙҙәре төшкөлөккә туҡталған әлеге урманға инеп, саҡ ҡына барғас та, [Кусәрбаев] һул аяғының уксәһе ҡыра башлағанды һиҙҙе. Д. Исламов. Үксәһенең утта бешкән һымаҡ ҡыҙыуын куптән һиҙһә лә, Морат, урһәләнә-урһәләнә, әле тегеләй, әле былай һуғылды. Р. Байбулатов.
2. Ойоҡ, носки, аяҡ кейеменең шул өлөшкә тура килгән ере. □ Пятка. Ойоҡ уксәһе. Ҡатаның уксәһенә баҫыу. 9 [Яланбикәнең] аяғында уксәһе тишелгән йөн ойоҡ. Һ. Дәүләтшина.
3. Аяҡ кейеме табанының артҡы яғына бейегәйтеп ҡуйған нәмә; күтәрмә. □ Каб-
223