ҮКСӘЛЕ
лук./ Каблучный. Бейек үксә. ■ Үксәләре менән туҡ-туҡ баҫып, башын ата ҡаҙ һымаҡ күтәреп, ҡулдарын йыш-йыш һелкеп, ҡуҡырайып китеп бара Әлфиә. И. Абдуллин. Асыуынан ул [Мырҙабай] итек үксәләре менән үҙе лә һиҙмәҫтән атының ҡабырғаһына ныҡ ҡына тибеп ебәргән икән. Р. Байымов.
4. миф. Тәндең мифлаштырылған өлөшө.
□ Пятка (мифологизированная часть тела). Ш Сихырсы үлһә, убыр йәне ерҙә ҡалмаһын, зыян килтермәһен тип, үксәһенә энә ҡаҙайҙар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
♦ Үксәгә баҫыу арттан ҡалмай ҡыҫырыҡлау. □ соотв. Наступать на пятки кому. ■ Ғаббас ҡайнаға ла шулайыраҡ ҡылана, үксәгә баҫып, сыбыртҡылап ҡына йөрөй. М. Тажи. Кисә көтмәгәндә Сергей Арыҫланбәктең үксәһенә баҫты. Р. Низамов. Үксәне күтәреү (йәки ялтыратыу) тиҙ генә китеү; ҡасыу. □ Показать пятки (убежать). ■ [Бай бисәһе:] Үксәңде күтәр, .. сығып кит, күҙемә күренмә, хәйерсе! Д. Юлтый. Кейенеп ал да үксәңде күтәр! — тине жандарм. X. Мохтар. Хәҙер һәйбәт кенә итеп үксәңде күтәр ҙә шыма ғына итеп сығып кит. С. Агиш. Үксәң артҡа киткән әкрен ҡуҙғалыусан, ығыш кешене әрләп әйтелә. □ Копуша. Ш Бәләкәй ҡуҙғалыбыраҡ, аяҡты ҡапылыраҡ алып атлап булмаймы, үксәң артҡа киткән! Т. Хәйбуллин. Үксәһе ергә теймәй 1) бик шәп йүгереүгә ҡарата әйтелә. □ Очень быстро бежать, нестись; 2) шатланыу. □ Радоваться, парить.
ҮКСӘЛЕ (Р: на каблуках; И.: heeled; Т: topuklu) с.
Үксәһе (3) булған, бейек үксә ҡуйылған.
□ На каблуках. Бейек үксәле итек. ■ Кисәгә иң яҡшы күлдәген, бейек үксәле, ҡара лаклы босоножкаһын кейеп килгән [Иркә]. Ә. Вәли.
ҮКСӘЛӘП (Р: опираясь на пятки; И.: on one’s heels; T: ökçeye basarak) p.
Аяҡты үксәгә ҡуйып, үксәгә терәп, ҡаты баҫып. □ Опираясь на пятки, гремя каблуками. М Уның [Нәзифәнең] эргәһенән үткәндә, [һөйөнөс] күҙен ҡырын ғына төшөрөп, алама итеген шыбырлатып, үксәләп баҫырға тырышҡан. Ғ. Дәүләтшин.
ҮКТӘҮ (үктә-) (Р: упрямиться (о лошадях)', И.: be frightened; T.: ürkmek) ҡ. диал. ҡар. сығынлау.
Барған ерҙән ҡапыл туҡтап, артҡа сигеп, киреләнеү (атҡа ҡарата). □ Упрямиться, артачиться, проявлять норов (о лошадях). Ат үктәй. ■ Үктәгән зат тартыша башлаған, һарыҡтарымды астан үлтермәйем тип йүгергәнсе үҙе күтәрткән. Р. Камал.
ҮК-ҮК (Р: подражание крику совы; И.: imitation of hooting; T.: baykuş ötmesinin taklidi) оҡш.
Ябалаҡ тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание крику совы, филина и т. п. Үк-үк тауыштарын ишетеү.
ҮК-ҮК ИТЕҮ (үк-үк ит-) ҡ. ҡар. үкелдәү.
Үк-үк иткән тауыштар көсәйҙе.
ҮК-ҮК КИЛЕҮ (үк-үк кил-) ҡ. ҡар. үкелдәү. Үк-үк килде ябалаҡтар.
ҮКҺЕҘ (Р: осиротевший; И.: orphaned; T.: öksüz) с.
1. Ата-әсәһе булмаған, атаһыҙ һәм әсәһеҙ. □ Осиротевший. Үкһеҙ бала. ■ Был [хата ҡараш] балаларҙың аҙ тыуыуына килтерә, тыуғандары ла күп саҡта йә атаһыҙ, йә әсәһеҙ тәрбиәләнә, күбеһе үкһеҙ ҡалып, балалар йортонда, хатта урамда үҫә. Н. Ғәйет-баев.
2. күсм. Ҡыйынлыҡҡа түҙгән, сыҙамлы, түҙемле. □ Терпеливый, выносливый. Үкһеҙ кеше. Үкһеҙ бала.
3. диал. Ире йәки ҡатыны үлеп, яңғыҙ ҡалған, тол. □ Вдовый или вдовая. / Вдовец или вдова. Үкһеҙ ир. Ире үлгәс, үкһеҙ ҡалған апайым.
ҮКҺЕҘ ЕТЕМ (Р: круглая сирота; И.: total orphan; T.: öksüz) и.
Атаһы ла, әсәһе лә юҡ, бөтөнләй яңғыҙ бала. □ Круглая сирота. ■ Мин ун ике йәшемдә саҡта, атай ҙа, әсәй ҙә үлеп, үкһеҙ етем булып ҡалдым. М. Ғафури. Етем үҫте ул [Фатих]. Ә, юҡ, етем тип ни, бөтөнләй үк үкһеҙ етем түгел, әсәһе менән генә. К. Мәргән.
ҮКҺЕҘЛЕК (үкһеҙлеге) (Р: сиротство; И.: orphanage; T.: öksüzlük) и.
Йәтимлек, етемлек. □ Сиротство. М Бала саҡҡа тағы ҡайтһам ине, тик үкһеҙлек булмаһасы бүтән. X. Назар.
224