Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 225


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҮЛЕК
ҮКҺЕТЕҮ (үкһет-) ҡ. йөкм. ҡар. үкһеү. понуд. от үкһеү. ■ Ҡара төнөм аҡ уй менән уҙҙы, укһетһә лә мине уткәндәр. Т. Йосопов.
ҮКҺЕҮ (үкһе-) (Р.: громко плакать, рыдать; И.: sob, whimper loud; T.: hıçkırarak ağlamak) ҡ.
1. Ныҡ әрнегән, ныҡ әсенгән тауыш менән ярһып илау. □ Громко плакать, рыдать. // Рыдание. Үкһеп илау. ■ Быны куреп, Кәримә менән Сания ла укһергә керешкәйне, Фәтих ағай, бәлки, ғумерендә тәу тапҡырҙыр, балаларына екереп ҡысҡырҙы. И. Абдуллин. Ауыр һуғыш юлы утеп, нисәмә тапҡыр улем ҡармауына эләгеп тә бер тамсы куҙ йәше сығармаған Хәбибйән бөгөн тауыш-тынһыҙ укһене. Ф. Аҡбулатова. Емеш һаман укһеп ятҡан Байрасҡа йөҙө нурланып боролоп ҡараны. 3. Биишева.
2. Ярһып, оңҡолдаған тауыш сығарыу (малға ҡарата). □ Призывно реветь (о животных). Үкһеу тауышы.
ҮКҺӘМЛӘҮ (үкһәмлә-) ҡ. диал. ҡар. үкһәү I.
ҮКҺӘҮ I (үкһә-) (Р: находиться в периоде течки (о животных)-, И.: be in heat; T.: azmak {hayvanlarda) ҡ.
1. Үгеҙ теләү, үгеҙ һорау. □ Находиться в периоде течки (о животных). Үкһәгән һыйыр.
2. ҡар. ирһерәү.
ҮКҺӘҮ II с. диал. ҡар. күкһәү III. Үкһәу ир. Үкһәу кеше. Үкһәу һарыҡ.
ҮКӘЛЕҮ (үкәл-) (Р: приставать; И.: annoy; T.: yapışmak) ҡ. диал. ҡар. бәйләнеү 6, 7,8.
Ниндәйҙер талап, һорау менән йөҙәтеү. □ Приставать, привязываться, придираться. Курше укәлде бит миңә.
ҮКӘЛӘҮ (үкәл-) ҡ. диал. ҡар. ышкыу.
ҮКӘҮ (үкә-) (Р: натирать; И.: rub; Т.: ovmak) к. диал. ҡар. ышҡыу.
Берәй нәмәне нимәгәлер көс менән баҫып, тегеләй-былай йөрөтөү. □ Натирать. Ҡом менән укәу.
ҮЛЕ (Р: мёртвый, безжизненный; И.: dead; lifeless; T.: ölü) c.
1. Tepe булмаған, үлгән, йәнһеҙ; киреһе — тере. □ Мёртвый; безжизненный. / Покойник. Үле балык. Үле кәуҙә. Үлеләр донъяһы.
■ Зөләйханың ике ағаһының да уле хәбәре килә. Ф. Рәхимғолова.
2. Үҫемлек, тереклектән мәхрүм; буш.
□ Безжизненный. Үле дала.
3. кусм. Һүнгән, уты бөткән. □ Потухший.
■ [Емеш] мейестә тумарлап ятҡан уле кумерҙәрҙе берәм-берәм тотоп ҡарап, йомшаҡ йукә кумерен эҙләп алды. 3. Биишева.
4. кусм. Бүленеп ҡалған, аҡмаған. □ Не проточный, не текущий, засохший (о реке, воде). Үлейылға. Үле һыу.
5. кусм. Эшкәртелмәгән. □ Необработанный. Үле тимер.
6. кусм. Һыуыҡ, һалҡын, битараф. □ Холодный, равнодушный. Үле йөрәк. Үле ҡараш.
7. кусм. Өҫтәмә файҙа килтермәй торған.
□ Мёртвый, не приносящий прибыли. Үле капитал.
5. миф. Үле, йәнһеҙ. □ Мёртвый, безжизненный (имеет отрицательную семантику ). ■ Үле тупрағын тотонған кешегә ахыры ҡаза килә. «Башҡорт мифологияһы»нан.
♦ Ни үле, ни тере түгел ныҡ ҡурҡып, ҡатып ҡалған хәлгә ҡарата әйтелә. □ соотв. Ни жив, ни мёртв. ■ Кәзәбеҙ, меҫкен, ни уле, ни тере тугел, ҡурҡышынан тауыштан яҙған. С. Кулибай.
ҮЛЕ ЕБЕ (Р: нитки, оставшиеся после шитья савана; И.: thread left after making shroud; T.: kefen diktikten sonra kalan iplik) и. миф.
Кәфендән ҡалған еп (уны тотонорға ярамай, тотонһа, кеше улә). □ Нитки, оставшиеся после шитья савана, которые нельзя использовать, иначе умрёшь. ■ Үле ебе тарта, тиҙәр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ҮЛЕК (үлеге) (Р: покойник; И.: body, the deceaced; T.: ölü) и.
1. Үлгән кешенең кәүҙәһе; мәйет. □ Покойник, мертвец, труп. / Мёртвый. Үлекте кумеу. Үлек кәуҙә. ■ һуғыш ҡырында тимергә — тимер, ҡоросҡа ҡорос тейеп зыңлап торҙо, тирә-яҡты сөскөлтөм ҡан еҫе, у лек кәуҙәләр ҡапланы. Ғ. Аллаяров. Тәуҙә мине у лек тип кумеп китмәксе булғандар. И. Абдуллин.
2. диал. Шешеккә, яраға йыйылған боҙоҡ һүл; эрен. □ Ғной. Үлекте сығарыу.
225