ҮЛЕКЛЕ
3. миф. Үлгән кеше (кире семантикаға эйә: төшкә инһә, насарға юрайҙар). □ Мертвец (в сновидениях имеет отрицательную семантику). ■ Үлек төшкә кереп берәр нәмә һораһа, өйҙән мәйет сыға. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ҮЛЕКЛЕ с. диал. ҡар. эренле. Үлекле шешек.
ҮЛЕКЛЕК (үлеклеге) (Р.: кладбище; И.: cemetery; T.: mezarlık) и. диал. ҡар. зыярат.
Үлгән кешеләрҙе күмә торған урын; ҡәберлек. □ Кладбище. / Кладбищенский.
ҮЛЕКЛӘҮ (үлеклә-) (Р.: гноиться; И.: pistillate; T.: irinlemek) ҡ. диал.
Эрен менән тулыу. □ Гноиться, нарывать. Шешек улекләй. Бармағы улекләгән.
ҮЛЕЛӘР ӨЛӨШӨ (Р: подаяния, посвящённые умершим; И.: alms for the deceased; T.: ölülere adanmış sadaka) и. миф.
Үлгәндәрҙең рухына бирелгән хәйер, уларҙың өлөшө. □ Подаяния, посвящённые умершим, как их часть, доля. М Йомала, ул-гәндәрҙең исемен әйтеп, улеләр өлөшө тип, хәйер бирергә кәрәк. «Башҡорт мифология-һы»нан.
ҮЛЕМ (Р: смерть; И.: death; T.: ölüm) и.
1. Йән эйәләренең тереклек итеүҙән туҡтаған хәле; үле хәл. □ Смерть, кончина. / Смертный, һәләкәтле улем. Үлем ғазабы. Үлем ҡурҡынысы. ■ Үлемен дә, ҡотолоуын да улар [һыйырҙар] бары беҙҙән генә көтә. А. Абдуллин. Көнөнә мең тапҡыр улемдең ас куҙҙәренә ҡараған һалдаттар, илай-илай куҙ йәштәре кипкән һалдаткалар, Хәлил менән Ғәлиәбаныуҙың бәхетһеҙ мөхәббәттәренә ысын куңелдән ышанып, тетрәп ултырҙылар. И. Абдуллин. • Сысҡанға — улем, бесәйгә — көлкө. Әйтем. Үлемдән оят көслө. Әйтем.
2. миф. Ун ике Тәңренең береһе. □ Смерть, божество смерти. ■ Мин кешегә теймәмен, уның ҡанын ҡоймамын; Үлем тигән яуызды ултерергә уйлаймын. «Урал батыр».
♦ Ваҡытһыҙ үлем тәбиғи булмаған, ҡапыл, йәшләй үлем. □ Безвременная смерть, кончина. ■ Иртә үлем йәшләй үлеп ҡалыу. □ Ранняя смерть. Үлем далаһына оҙатыу үлгән кешене күмеү. □ Хоронить.
доел. Проводы в долину смерти. Үлемең дә кәрәкмәй ҡар. үлем менән бер. ■ Гөлйөҙөм ошо һөйләшкәнде шаршау артынан тыңлап торған булһа — улемең дә кәрәкмәй, һ. Дәүләтшина. Үлем менән бер бик ҡыйын хәлгә ҡалғанда әйтелә. □ Смерти подобно, хуже смерти. ■ Өйҙә эшһеҙ ултырыу Зыяға улем менән бер ине. М. Тажи. Үлем (йәки әжәл,) тағарағы ултырып китеү өсөн хәүефле, ышанысһыҙ нәмәгә (арба, кәмә һ. б.) ҡарата әйтелә. □ Утлая лодчонка. Үлем түшәге үлем алдындағы хәл. □ Предсмертное состояние. Үлем түшәгендә (йәки өҫтөндә) ятыу үлем алдындағы хәл. □ На смертном одре, соотв. Дышать на ладан. ■ Ғәрипләнгән, улем тушәгендә ятҡан Хәйруш, башын әле бер, әле икенсе яҡҡа сайҡап, урһәләнеп ята. Ғ. Лоҡманов. Үлем-хаҡ менән күп ыҙалыҡ менән; көс-хәлгә. □ С большим трудом, через силу, из последних сил. Үлем-хаҡ менән ҡара томандан килеп сыҡтыҡ. Үлем һалыу бөтә көстө биреү. □ Отдать все силы. Үлем һалып ҡысҡырыу. Үлем һалып тырышыу.
ҮЛЕМЕСЛЕ (Р: смертельный; И.: mortal; T: ölümcül) с.
1. Үлем ҡурҡынысы һалған, үлем килтерерлек; һәләкәтле. □ Смертельный. Үлемесле һуғыш. Үлемесле яра. Үлемесле көрәш. Н Мәҙинәнең аңына әле ишеткән хәбәренең асылы барып етмәй, мәгәр уҙенә, бынау ике йәнгә, тағы иҙәндә бер хәсрәтһеҙ йоҡлап ятҡан анау быҙауға, әсәһенә улемесле ҡурҡыныс янағанын шунда уҡ төшөндө. Т. Гарипова.
2. кусм. Үлем хәленә етерлек. □ Смертельный. Үлемесле бошонҡолоҡ. Үлемесле булып арыу.
ҮЛЕМ-ЕТЕМ (Р: смертность; И.: mortality; T.: ölüm) и. йыйн.
Төрлө үлем һәм һәләкәт. □ Смертность. Үлем-етем арҡаһында халыҡтың һаны кәмегән. ■ Һыйыр егеп ер һөрөу тиһеңме, арҡаға йөкмәп орлоҡ ташыу тиһеңме, ҡар аҫтынан сыҡҡан башаҡты йыйып ашауҙан килгән улем-етемдәр тиһеңме — бөтәһе лә булды. Ф. Чанышева.
ҮЛЕМ-КИТЕМ и. йыйн. ҡар. үлем-етем.
Үлем-китем артыу.
ҮЛЕМЛЕ с.
226