Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 227


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҮЛЕҮ
1. ҡар. үлемесле 1. Үлемле яу.
2. Үлем күп булған (урын-ер тураһында).
□ С высокой смертностью. • Үләнле ерҙә мал һимерер, улемле ерҙә мулла һимерер. Мәҡәл.
ҮЛЕМЛЕК (үлемлеге) и. этн.
1. ҡар. кәфенлек. Үлемлек әҙерләу. Үлемлек ситса.
2. диал. ҡар. үлемтек 1. Үлемлек йыйыу. Үлемлек әҙерләу.
ҮЛЕМЛӘШЕҮ (үлемләш-) (Р.: проявлять настойчивость, упорство в чём', И.: display insistence; T.: inat etmek) к.
Үлә яҙып ныҡышыу; көсләшеү. □ Проявлять настойчивость, упорство в чём. ■ [Этҡол:] Былтыр һин һайланһын тип, улемләшеп, ҡыҙыл ауыҙҙар менән ең-яға талашыуым бушҡа ғына ине тип беләһеңме әллә? Ғ. Дәүләтшин.
ҮЛЕМТЕК (үлемтеге) (Р.: вещи, деньги, отложенные на похороны; И.: death dowry; T.: kefen parası) и. этн.
1. Үлгәс, ерләгәндә кәрәк буласаҡ төрлө нәмә. □ Вещи (платки, полотенца, мыло и др.), деньги, отложенные на похороны, используемые и раздаваемые во время похорон. Я Оло кешеләр, улемгә әҙерләнеп, улем-тек йыя. «Башҡорт мифологияһы»нан.
2. диал. ҡар. ҡәберлек.
ҮЛЕМТЕК ЕБЕ (Р: мотки ниток, раздаваемые во время похорон; И.: funeral ritual items; T.: kefen ipliği) и. этн.
Үлгән кешене күмеү ваҡытында таратылған ептәр. □ Мотки ниток, раздаваемые во время похорон, доел. Нитка умершего (символизирует пожелание долголетия живым).
ҮЛЕМТЕК ҺАНДЫҒЫ (Р: сундук, в который пожилые собирают необходимые для похорон вещи; И.: death dowry depository; T.: cenaze için hazırlanmış şeyler saklanan sandık) и. этн.
Үлгәс, ерләгәндә кәрәк буласаҡ төрлө нәмә йыя торған һандыҡ. □ Сундук, в который пожилые собирают необходимые для похорон вещи. ■ Оло кешеләрҙә улемтек әйбере йыйған улемтек һандығы була. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ҮЛЕМТЕК ӘЙБЕРЕ и. этн. ҡар. үлемтек 1.
ҮЛЕМТУЙ и. иҫк. ҡар. йыназа 1.
ҮЛЕМҺЕҘ (Р: бессмертный, вечный; И.: immortal; T.: ölümsüz) с.
1. Бер ваҡытта ла үлмәй, юҡҡа сыҡмай торған; мәңгелек. □ Бессмертный, вечный. Үлемһеҙ тәбиғәт. Үлемһеҙ халыҡ.
2. юғары. Бер ваҡытта ла онотолмай, иҫкермәй торған; мәңгелек. □ Вечный. Үлемһеҙ дан. Үлемһеҙ йыр. Үлемһеҙ әҫәр. ■ «Ку-ҙыйкурпәс менән Маянһылыу», «Аҡбуҙат», «Ете ырыу» кеуек улемһеҙ эпостар ҙа данлай туңгәуерҙәрҙе. Р. Байымов. Халыҡ көйҙәре, белә белһәң, улемһеҙ. Д. Бүләков. Ә улемһеҙ батырлыҡтар эшләргә ашҡыныуҙың сиге юҡ. И. Абдуллин.
ҮЛЕМҺЕҘЛЕК (үлемһеҙлеге) (Р: бессмертие; И.: immortality; T.: ölümsüzlük) и. юғары.
Үлгәндән һуңғы мәңге онотолмаҫ дан. □ Бессмертие. Үлемһеҙлеккә эйә булыу. ■ Уның [Аҡмулланың] ҡәбергә һыймаҫлыҡ даны улемһеҙлеккә әйләнә. С. Ҡудаш. Шулай итеп, Александр Матросов улемһеҙлеккә хоҡуҡ алды. Ә. Бикчәнтәев. һинең батырлыҡ улемһеҙлек менән тиң. Ғ. Хисамов.
ҮЛЕМҺЕРӘҮ (үлемһерә-) (Р: желать, ожидать смерти; И.: await one’s death; T.: ölümü beklemek) ҡ.
Йәшәге килмәйенсә, үлем теләү. □ Желать, ожидать смерти. ■ [Көнһылыу — атаһына:] Үлемһерәгән куңелем, .. Байғубәгем тере булмағас. Хикәйәттән.
ҮЛЕҮ (үл-) (Р: умирать, скончаться; И.: pass away, die; T.: ölmek) ҡ.
1. Тереклек итеүҙән, йәшәүҙән туҡтау; йән биреү. □ Умирать, скончаться. // Умирание, смерть. Үлеп китеу. Астан улеу. Ауырып улеу. ■ Мин әлегә бер әйберҙе генә беләм: ауырыуҙы ҡотҡара алмаһам, ул улһә, уҙем дә уның менән бергә уләм. А. Абдуллин. Иренең танкыла янып улеуе тураһында ҡот осҡос хәбәр алғас, Гәуһәр өсөн яҡты донъя ҡара гургә әйләнгәйне. И. Абдуллин.
2. кусм. Юҡҡа сығыу; бөтөү. □ Сводиться на нет, скончаться. М Бейек тауҙың улгәне — башын монар алғаны; ай менән көндөң улгәне — тонйорап байып барғаны; ҡара ерҙең улгәне — ҡар аҫтында ҡалғаны. Ҡобайырҙан.
227