ҮЛЕШ
3. кусм. Бик ныҡ яратыу, йәнеңде бирергә әҙер булыу. □ Любить до смерти (очень любить, бесконечно любить). Бала өсөн улеу. Йыр тип улеу. Эш тип улеу. Кунак тип улеп бара. ■ Сонки мин һеҙ тип йәшәйем, һеҙ тип көләм, һеҙ тип уләм. Ш. Бабич.
4. Ныҡ әсенеү, ныҡ әрнеү. □ Сильно горевать. ■ Наҙлы сәсәккәйҙәр, меҫкенкәй -ҙәр, һоҡланһам да һеҙҙе ҡыҙғанам, бик аҙ көндән шиңеп бөтәһегеҙ, шуның өсөн уләм, һыҙланам. Ш. Бабич.
5. Хәл ҡылымдың -п формаһында килеп, төп ҡылымдың мәғәнәһен көсәйтеү өсөн ҡулланыла. □ В форме деепричастия на -п выступает в значении наречия ‘очень, сильно, смертельно’. Үлеп көнләшеу. Үлеп арыу. Үлеп һағыныу. ■ Элек халыҡ елкәһен кимереп, ал да гол йәшәгән мулла-монтағайҙар һәм кулактар улеп яратмай ине ярлыларҙы. Н. Иҙелбай.
6. миф. Тереклек итеүҙән, йәшәүҙән туҡтау; йән биреү. □ Умирать. ■ Үлер кешенең иңе ҡырҡ көн алдан төшөп йөрөй, ти. «Башҡорт мифологияһы»нан.
♦ Үлеп барғанда ауыҙыңа бер тамсы һыу һалмаҫ мәрхәмәтһеҙ, ҡара йөрәкле кешегә ҡарата. □ Неблагодарный, чёрствый. Үлеп терелеү бик ауыр хәлдән сыҡҡанда әйтелә.
□ Выйти из очень трудного положения. Үлмәйем дә ҡалмайым ауырып саҡ йөрөү.
□ соотв. Еле-еле душа в теле. Ят та үл ғәжәп итерлек, хайран булырлыҡ бер нәмәгә ҡарата әйтелә. □ соотв. Умереть — не встать, умереть можно (о чём-л. потрясающем).
ҮЛЕШ (Р: убийство; И.: murder(ing); Т: öldürüş) и.
1. Яуҙағы, һуғыштағы һ. б. күмәк үлем.
□ Убийство. / Смертельный. Ҡанлы улеш. М Бындай сыпранлауҙан улеш булыр, илгә ауырлыҡ килер, тик файҙаһы булмаҫ. Н. Мусин. Туптар улеш яланы ситенән аҡҡан йылға аша арғы яҡҡа сығарылды. И. Ғиззәтуллин. Үлеш, ҡырылыш, ҡан ҡойош китә. Ғ. Хөсәйенов.
2. кусм. Ҡаты талаш, тартыш. □ Давка, толкотня. ■ Киноға инә алманыҡ, билет өсөн улеш. 3. Биишева.
ҮЛЕШЕҮ (үлеш-) ҡ. урт. ҡар. үлеү. взаимн. от үлеү. Үлешеп ятыу. N Кем өсөн ҡырылыштылар, улештеләр һуң, яу яһап? Т. Йәнәби. Беҙ улешеп, ҡырылып ятҡанда, һин кәйеф-сафа һөрҙөң, батшаның арҙаҡлы батыры, оло бай булып ҡыландың. Ғ. Хөсәйенов. Яңыраҡ ҡына бер киҫәк алтын өсөн улешергә әҙер торған кешеләр, бер яҡлы булып, улы эргәһендә бөксәйеп ултырған Хәйретдингә яҡынлаштылар. Я. Хамматов.
ҮЛЕШ-ҠЫРЫЛЫШ (Р: побоище; И.: mass death; T.: katliam) и. йыйн.
Күмәк үлем, ҡырылыш. □ Побоище, битва, схватка. М Һуғыштан һуң тормош бөтөнләй башҡаса ағыр, донъя яуызлыҡтан, бысраҡлыҡтан арыныр, гел ыңғай торор, улеш-ҡырылыш, бер-береңә дошманлыҡ хисе юҡҡа сығыр төҫлө ине. Р. Байымов. Ундағы улеш-ҡырылыш бик яман булған. Я. Хамматов. Эй-й, шулай ҙа йәһәтерәк бөтһөн ине был улеш-ҡырылыш. 3. Биишева.
ҮЛМӘҪ с. ҡар. үлемһеҙ. Үлмәҫ дан. Үлмәҫ исем. ■ Үлмәҫ йырҙарыбыҙҙы, моңдарыбыҙҙы, хикмәтле хикәйәттәребеҙҙе, легендаларыбыҙҙы шул телдә тыуҙырған бит халыҡ!
3. Биишева. Караңғыла финдар улмәҫ батырға яңынан һөжум итергә ҡурҡтылар. И. Ғиззәтуллин.
ҮЛМӘҪ ГӨЛ (Р: бессмертник; И.: everlasting flower; T.: altın otu) и. бот.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, һулымай торған ҡоро сәскәле бер төр үлән исеме (лат. Heliohrysum arenarium). □ Бессмертник.
ҮЛСӘГЕС (Р: измеритель; И.: measuring device; T.: ölçü aleti) и.
Нимәнеңдер кимәлен, дәүмәлен үлсәй торған прибор йәки ҡорамал. □ Измеритель. Көс улсәгес. Һыу улсәгес. Аҙым улсәгес. ■ Сәтләуектәрҙе Рәсимә апайҙары бәләкәй улсәгес менән уҙе ҡабул итеп торҙо. Р. Байбулатов. Кәмә, ер улсәгес сажин төҫлө, әле мороно, әле арты менән ярға ҡараны. Т. Килмөхәмәтов.
ҮЛСӘМ (Р: мера; И.: measure; T.: ölçü) и.
1. Үлсәү берәмеге. □ Мера. Ауырлыҡ ул-сәмдәре. Метрик улсәм. Оҙонлоҡ улсәме.
228