Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 231


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҮЛӘНЛЕК
килен шулай. Үлтереп бәйләй ҙә ҡуя. 3. Биишева.
ҮЛТЕРЕШ (Р.: убийство; И.: murder; T.: öldürme) и.
Йән ҡыйыш, ҡан ҡойош. □ Убийство. Ҡанлы ултереш. М Ул [Шымбай ҡарт] бер ук ерҙе бер нисә урыҫҡа һатып, кешеләр араһында хатта ултерешкә барып етерлек ыҙғыштар тыуҙырыу кеуек эштәр менән дә шөғөлләнә. 3. Биишева. Оло Аралыҡта янғын һәм ултереш булыуын белде [Игнат Петрович]. И. Ғиззәтуллин. Яҙыусылар бар был турала: аҡса, байлыҡ өсөн талаш, һуғыш, ултереште һурәтләгән детектив әҫәрҙәр һәләк утемле хәҙер, телевизорҙан да ошо хаҡта әллә ни тиклем тапшырыуҙар ҡарайбыҙ. Н. Мусин.
ҮЛТЕРТЕҮ (үлтерт-) ҡ. йөкм. ҡар. үлтереү. понуд. от үлтереү. ■ Беҙҙең Ғаббас мулла ла уҙенең ҡустыһын — Хәбир батырҙы — язалап ултерткән бит! — тип инде эстән генә көрһөнөп ҡуйҙы Емеш. 3. Биишева. Нисек, ултертәһеңме бахырҙарҙы? — тип Миңлеғол Булаттимерҙең ҡулына йәбеште. Б. Рафиҡов.
ҮЛӘ и. диал. ҡар. шүмән 1.
ҮЛӘБӘТ и. диал. ҡар. үләкһә 1.
ҮЛӘКСЕН и. диал. ҡар. үләкһә 1.
ҮЛӘКҺӘ (Р: падаль; И.: carrion; T.: leş) и.
1. Үлеп ятҡан хайуан, ҡош-ҡорт; емдек. □ Падаль; дохлятина. Ат уләкһәһе. Эт уләк-һәһе. ■ Ишбулды бер киҫкә эргәһендә ятҡан уләкһәне ентекләп ҡарап торҙо. Ж. Кейекбаев. Быны кургән бөтә һарыҡтар, сәмләнеп, буреләргә ташланды һәм куҙ асып йомғансы тегеләрҙе бер юлы быуып, ҡырып һалды, һарыҡтар ҡайҙалыр китеп юғалды, тау битләуендә бары буре уләкһәләре генә ятып ҡалды. М. Кәрим.
2. кусм. Үл ер-үлмәҫ саҡ ҡуҙғалып йөрөгән йән эйәһенә ҡарата әйтелә; хәлһеҙ, кәрһеҙ кешене әрләгәндә әйтелә. □ Дохлятина, доходяга. ■ [Хәбеш: I Сабыр ит, уләкһә, һиңә лә урын табырбыҙ! — тип, Шәмсетдин ағайға янап, һугенә-һугенә китеп барҙы. Р. Байымов. [Ғабдулла — Ғабдрахманса:) һинең кеуек тере уләкһәгә ҡулымды бысрата буламмы һуң, куҫәк менән туҡмап ултерәм
мин һине! Д. Исламов. Үләкһә тугел был, ә герой! И. Ғиззәтуллин.
ҮЛӘМӘТ и. диал. ҡар. үләкһә 1. Юлда уләмәткә тап булыу.
ҮЛӘН (Р: трава; И.: grass; T.: ot) и. бот.
1. Йыл һайын яңынан шытып үҫә торған йәшел үҫемлек. □ Трава. / Травяной. Бер йыллыҡ улән. Куп йыллыҡ улән. ■ Сағылдарҙа йәшел улән морон төрткәйне инде. А. Абдуллин. Төнө буйы һутлы туғай уләне ашап, хәл йыйған ат, «На-а, Йондоҙ ҡашҡа!» — тип ҡысҡырыу менән, дәртле юрта башлай. И. Абдуллин.
2. Ҡайһы бер ботаник терминдарҙың составына инә. □ Трава (входит в состав некоторых ботанических терминов). Бесәй уләне. Тимрәу уләне. Хәшәф улән. ■ Тал араһында аҡҡойроҡ уләненең һирәк кенә һабаҡтары .. һурәтләнә ине. И. Солтанов. Ләкин, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, ни нәмәлер мине йомшаҡ ҡаҙ уләндәре өҫтөнә ятып ял итергә димләне. С. Агиш.
3. миф. Мифлаштырылған үҫемлек (башҡорт халыҡ медицинаһында ҡулланыла). □ Трава (в башкирской народной культуре олицетворяется, участвует в гаданиях, предсказаниях, магической и рациональной медицине). М Бала ауырыһа, ете төрлө улән менән ыҫлағандар. «Башҡорт мифологияһынан. Курәҙәсе утҡа улән ташлап курә-ҙәлек ҡылған. «Башҡорт мифологияһынан. Һыу тотмаһын тип, һыуға бер ус улән һалғандар. «Башҡорт мифологияһынан.
♦ Үлән аҫтынан ут йөрөтөү аҫтыртын эш итеү. □ Действовать исподтишка. Үлән аҫтынан ут йөрөтөп йөрөмә әле.
ҮЛӘНЛЕ (Р: травянистый; И.: grassy; Т: otlu) с.
Үләне булған, үлән үҫкән. □ Травянистый, с травой. Үләнле болон. Йәшел уләнле яландар. • Үләнле ер — улмәгән, кейекле ер — бөлмәгән. Мәҡәл.
ҮЛӘНЛЕК (үләнлеге) (Р: место, поросшее травой; И.: grassy spot; T: otluk) и.
Үләне күп булған ер. □ Место, поросшее травой. Өй артында — киң уләнлек. Үлән-леккә бәпкәләрҙе ебәреу.
231