Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 234


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҮҢЕР
буре тау уңеренә өйөлгән ҡар һырынтыһының өҫтөндә ултыра. С. Ильясов.
ҮҢЕР II и. кар. үнгәр.
ҮҢЕР III и. иҫк. ҡар. һәйкәл.
ҮҢЕРБАУ (Р.: завязка; И.: lace, braid; T.: bağ) и.
Күлдәк яғаһының үңәс төбөнән бәйләй торған бауы. □ Завязка, тесёмка (у воротника старинной рубахи). Үңербау тағыу. Үңербауҙы бәйләу.
ҮҢЕРЛӘҮ (үңерлә-) ҡ. диал. ҡар. сигеү 3.
ҮҢЕРӘШ и. диал. ҡар. ҡурылдай 1.
ҮҢЛЕ (Р: эмалированный; И.: enamelled; T.: emaye) с.
Үң менән ҡапланған. □ Эмалированный, эмалевый, с эмалью. Үцле һурәт. ■ Үңле инкрустациялау техникаһында металл ҡалайҙа булкәләп ярыҡ яһағандар һәм уларға нескә алтын, көмөш сымдар, таҫмалар йәки һыҙаттар ҡуйып, ҡойоп йәбештергәндәр. « Башҡортостан энциклопедияһы»нан.
ҮҢЛЕК (үңлеге) (Р: потник; И.: sweat cloth; T.: eyer-battaniye) и.
Эйәрҙең сергеһе менән тирлеге араһына һалына торған кейеҙ. □ Потник. / Потниковый. Үңлек кейеҙе. К Төлкөсура .. уҙенә быйыл ғына менгегә өйрәтелгән тайын йугәнләп, уңлек һалып, әҙерләп ҡуйған. Н. Мусин. Биш-алты тәңкәлек эйәр, уңлек өсөн төрмәлә ултырғы килмәй. Р. Өмөтбаев.
ҮҢЛӘҮ (үңлә-) (Р: эмалировать; И.: enamel; T.: emaylamak) ҡ.
1. Үң (2) менән ҡаплау, эмалләү. □ Эмалировать, покрывать эмалью. Һауытты уңләу.
2. кусм. Бешеләнеп ҡатыу (ус, табан тиреһенә ҡарата). □ Ороговеть (о коже на подошве ног, на пятках). Ус уңләгән. Табан уңләгән.
ҮҢӘҘ (Р: плесень, грибок; И.: mould; T.: küf) и.
1. Иҫке эркет, ҡымыҙ, аш-һыу өҫтөндә барлыҡҡа килгән күк ҡатлам. □ Плесень, грибок. / Плесневой, грибковый. Кефир уңәҙе. Үңәҙ бәшмәге. Үңәҙ еҫе. Үңәҙҙе шешеккә ябалар.
2. Сереп барған дымлы нәмәләге йөнтәҫ күк. □ Плесень. Картуф уңәҙе. ■ Улар [себендәр] йәй буйы елләтелмәй торған
уңәҙ еҫенән, ҡараңғынан, һалҡындан ҡаса. X. Мохтар. [Ғибаҙулла] келәһенә ҡасандыр әсәһе тығып киткән ағас ботағын алып, .. ишекте асып ебәрҙе. Эстән уңәҙ еҫле еуеш һауа бөркөлдө. Р. Солтангәрәев. Йәй стеналарға уңәҙ уҫһә лә, туҙерлек. Т. Ғарипова.
3. мед. Ауырыу кешенең теле өҫтөнә ултырған аҡ. □ Белый налёт (на языке). Телдәге уңәҙ. Үңәҙ ҡалҡыу.
4. диал. ҡар. ҡаҫмаҡ 3.
ҮҢӘҘЛӘНЕҮ (үңәҙлән-) (Р: плесневеть; И.: grow mouldy; T.: küflenmek) ҡ.
Үңәҙ менән ҡапланыу, үңәҙлегә әйләнеү. □ Плесневеть; цвести. Катыҡ уңәҙләнгән. Ағас кунәкте оҙаҡ йыумаһаң, уңәҙләнеп китә.
ҮҢӘС (Р: горло; И.: throat; T.: ümük) и. анат.
1. Муйындың алғы яғы. □ Горло. Үңәскә йәбешеу. ■ Полковник уны [Фәтихте] өнһөҙ генә тыңланы, тик уңәс тамырҙарының буртенеуе уның мөмкин тиклем тыныс тоторға тырышыуын, әммә ныҡ ярһыуын һиҙҙерә ине. А. Мағазов. Тәуҙә уңәсе тартышыуҙан тын ала алмай быуылып торҙо, унан эсе бороп алды. М. Кәрим. Ерәнҡашҡа, ыңғырсаҡ аҫтарынан аҡ кубеге аҡтарылып, уңәсе өҙөлә яҙғансы тартып барҙы-барҙы ла, яҙа баҫып, ҡапыл ситкә шаҡарылды, бауырынан былай шәрегә батты. Й. Солтанов.
2. ҡар. муйын. Н Кырҡ-ҡырҡ биш йәштәрҙәге сибәр генә бер ҡатын оҙон уңәсле көршәк кутәреп килеп инде. С. Агиш. Мин уның [эттең] .. уңәсендәге ҡайыш муйынсаһын куреп ҡалдым. С. Кулибай. Сәмиәр уңәсен һуҙҙы. Ф. Аҡбулатова.
3. диал. ҡар. ҡурылдай. ■ [Приказчиктарҙың көлөуе] әллә ниндәй мәғәнәһеҙ, уңәсте быуғыс хорға әйләнә. С. Агиш.
ҮҢӘС РӘНЙЕҮЕ (Р: болезни горла; И.: throat disease; T.: boğaz hastalığı) и. миф.
Тамаҡ ауырыуы һәм шуның эйәһе. □ Болезни горла и их дух. ■ Үңәс рәнйеуенә тамсылап, әпсенләп йод эсерәләр. «Башҡорт мифологияһы » нан.
ҮПКӘ I (Р: лёгкое, лёгкие; И.: lung; T: akciğer) и.
234