Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 235


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҮПКӘЛӘҮ
1. анат. Умыртҡалы йән эйәләренең күкрәк ҡыуышлығында урынлашҡан тын алыу ағзаһы. □ Лёгкое, лёгкие. / Лёгочный. Уң яҡ упкә. Һул яҡ үпкә. М Киң йылға яғынан танауға саф һалҡынса һауа инеп, үпкәләрҙе таҙартып сыға. Ғ. Дәүләтшин. Апайымда упкә сире таптылар. А. Абдуллин. Фәғи-ләнең әсәһе упкә ауырыуынан улгәс, атаһы йәш ҡатын алып ҡайтты. Н. Алсынбаев. • Ит күрмәгәнгә упкә лә танһыҡ. Әйтем.
2. миф. Кешенең үпкәләү, асыу, ҡәнәғәтһеҙлек үҙәге булған ағзаһы. □ Лёгкие (орган человека как средоточие обиды, гнева, недовольства; имеет отношение к мёртвым).
■ Төндә һағыҙ сәйнәргә ярамай, улек упкәһен сәйнәйһең. «Башҡорт мифологияһы»нан.
♦ Ауыҙын асһа, үпкәһе күренә бик ярлы кешегә ҡарата әйтелә. □ соотв. Гол как сокол.
■ Бик ярлыландылар [Әлимәләр], ауыҙҙарын асһа, упкәләре куренеп тора. Д. Юлтый. Үпкә ҡабарыу асыуланып ярһыу, асыу ҡабарыу. □ Разъяриться, гневаться. ■ Уның [председателдең] тулап бөткәнен көтөп торманым, урамға сыҡтым, сөнки уҙемдең упкә ҡабара башлағандай булды. Ә. Зәйнуллин.
ҮПКӘ II (Р.: обида; И.: offence; T.: öfke) и.
Ғәҙел булмаған бер нәмәгә йәберһенеү, рәнйеү тойғоһо. □ Обида. Үпкә һуҙе. М Башҡа ырыуға оҙатылған ҡыҙ ата-әсәһенә, ағаларына, еңгәләренә, ҡайны-ҡәйнәләренә, кейәуенә уҙенең бөтә упкәһен, зарын, йола буйынса, сеңләу менән әйтер булған. Ж. Кейекбаев. Ә Лира Сабитовна был хаҡта Рәсимә Вәлитовнаға еткергән, хатта: «Һинең Мәжитең арҡаһында минең бәләкәйҙәр «икеле» алғандар», — тип упкәһен дә белдергән. Р. Байбулатов. Үпкәләр онотолдо, байҙар-ярлылар айырмалылығы бөттө, дуҫ һәм туған булып таралыштыҡ. Н. Алсынбаев.
ҮПКӘ-БАУЫР (Р: ливер; И.: liver; Т.: sakatat) и. йыйн.
Һуйған малдың йөрәк, үпкә, бауыры. □ Ливер. / Ливерный. Үпкә-бауыр тултырмаһы. Үпкә-бауыр бәлеше. ■ Ташбулат ағайҙың бисәһе Сабира еңгә упкә-бауыр килтергән. С. Агиш. [Хәйретдин] шунан һуң, ҙур ағас табаҡҡа һалып тыштан индергән
башмаҡтан ҡалған упкә-бауыр, эсәк-ҡарыны эргәһенә теҙләнеп, ниҙер уҡып өшкөрҙө. Я. Хамматов.
ҮПКӘЛЕ (Р: обидчивый; И.: touchy; T.: öfkeli) с.
Үпкә ҡатыш; йәберле. □ Обидчивый, обиженный. Үпкәле ҡараш. Үпкәле һуҙ. М [Айбулат:] Ҡотлояр ағай менән беҙ ғумергә талашҡаныбыҙ юҡ. .. Башҡалар менән дә татыулыҡ боҙорҙай бер үпкәле эшебеҙ булғаны юҡ. һ. Дәүләтшина. «Беҙ ни эшләйбеҙ?» — тип һораны упкәле тауыш менән Миша. Ә. Бикчәнтәев. Бынау миңә әйтмәгән дә булды, — тине Айым ярым упкәле тауыш менән. Ғ. Ибраһимов.
ҮПКӘЛӘНЕҮ (үпкәлән-) (Р: стать похожим на лёгкое; И.: be lung-like; T.: akciğere benzemek) ҡ.
Үпкә (I, 1) һымаҡ булыу. □ Стать похожим на лёгкое. ■ [Карт:] Илай-илай куҙ үпкәләнеп бөтә торғайны. Н. Ҡәрип.
ҮПКӘЛӘТЕҮ (үпкәләт-) (Р: глубоко обижать, сильно уязвлять; И.: offence deeply; T.: gücendirmek) ҡ.
Үпкә тойғоһо уятыу; рәнйетеү. □ Глубоко обижать, сильно уязвлять. М Бармаһаң, кешене хәҙер упкәләтәһең, берәу әллә ҡайҙан һине әҙәмгә һанап саҡырып килгән. Р. Байбулатов. Командир аҡыллы әҙәм инеме, оло кешене упкәләтәһе килмәнеме, көлмәне. Р. Байымов. «Әсәкәйем, абайлап һөйләш!» — тип әйткем килә, ләкин уҙемде шыям: айырылышҡан минутта, ҡыҙып китеп, уны упкәлә-тергә ярамай. Ә. Бикчәнтәев.
ҮПКӘЛӘҮ (үпкәлә-) (Р: обижаться на кого, что’, И.: be offended; T.: kırılmak, gücenmek) ҡ.
Үпкә тойғоһо кисереү, үпкә тотоу; рәнйеү. □ Обижаться на кого, что. Үпкәләп йөрөу. Үпкәләп китеу. ■ Ҡоҙалары баланы бирмәгәс, Әхмәҙи менән Факиһа упкәләберәк ҡайтып китте. Ж. Кейекбаев. Ана теге Йәмилә, саҡ ҡына һуҙ әйтһәң, үпкәләй әллә ниңә. К. Кинйәбулатова. Бая миңә ныҡ үпкәләнегеҙ, шикелле — эткә сағыштырғанға. Б. Рафиҡов. • Үпкәләп ултырғанға упкә тороп ҡалған. Әйтем. Үпкәләһәң, упкә ашатырҙар. Әйтем.
235