ҮПКӘЛӘШ
ҮПКӘЛӘШ (Р.: взаимная обида; И.: mutual offence; T.: karşılıklı öfke) и.
Ике аралағы үпкә, үҙ-ара үпкә. □ Взаимная обида. ■ [Әбей:] Үпкәләш тип ни, ниндәй үпкәләш булһын инде. X. Түләкәев.
♦ Үпкәләштән булмаһын ғәйеп итмәгеҙ, ғәйепләштән булмаһын, биғәйбә тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Простите, извините; не обижайтесь. ■ [Бәһлеүән — Ҡейеҙбайға:] Иллә-мәгәр, ғүмерлек ғәрип булып ҡалһаң, үпкәләштән булмаһын! Әкиәттән.
ҮПКӘЛӘШЕҮ (үпкәләш-) ҡ. урт. ҡар. үпкәләү, взаимн. от үпкәләү. ■ Ярай, етәр. Үпкәләшмәйек, һин дә ҡыҙма, мин дә туҡталам. С. Агиш. Ләкин был һүҙ арала бер ҡасан да үпкәләшеү уятманы. 3. Биишева. Эйе, йыртам, тик бер шарт менән: бөгөндән башлап үпкәләшмәй, татыу ғына йәшәйһегеҙ. Д. Бүләков.
ҮПКӘСЕЛ I (Р.: обидчивый; И.: touchy; T.: alıngan) с.
1. Тиҙ үпкәләп барыусан. □ Обидчивый. Үпкәсел бала. ■ Үпкәсел бай егеттәренә был етә ҡалған: ғәрлектәренән ни эшләргә белмәй, уҡ кеүек атылып, баҡсанан сығып киткәндәр. Ф. Рәхимғолова. Улай үпкәсел булма, ейәнкәйем, уҡып ебәр хатты. 3. Биишева. [Энәк йылғаһы] үпкәсел ҡыҙға оҡшап, талғын ғына аға ла аға. Р. Камал.
2. Үпкә тойғоһо белдергән. □ Обиженный, высказывающий обиду. Үпкәсел һүҙҙәр әйтеү. ■ Ә Емеш тағы ла үпкәсел тауыш менән дауам итте. 3. Биишева.
ҮПКӘСЕЛ II (Р: обиженно; И.: resentfully; T: öfkeli) р.
Үпкә тойғоһо менән. □ Обиженно, возмущенно. М Сәләх Аҙнағолов сабырлығын юя башланы, шикелле, үпкәсел әйтте. Р. Байымов.
ҮПКӘ ТОТОУ (үпкә тот-) ҡ. ҡар. үпкәләү. Ғүмер буйы үпкә тотоп йөрөп булмай бит инде.
ҮПКӘ ҺАҠЛАУ (үпкә һаҡла-) ҡ. ҡар. үпкәләү. ■ Неля Семёновна асыуын тиҙ онота, үпкә һаҡламай торған заттан. «Башҡортостан ҡыҙы», № 6, 2005. Вил сабыр булды, ваҡлыҡтарға иғтибар бирмәне, үпкә һаҡламаны. «Киске Өфө», № 34, 2009.
ҮПТЕРЕҮ (үптер-) (Р.: дать, позволить себя целовать кому-л.', И.: let be kissed; T: öptürmek) ҡ.
Үбергә ирек ҡуйыу. □ Дать, позволить себя целовать кому-л. Маңлайҙан үптереү.
■ [Шәмсиә:] Үлһәң үл, әммә мөхәббәт икә-нен белмәй тороп үптермә, тиелгән унда, — тип үҙенсәләп, ҡаты итеп иҫкәртте. 3. Биишева. Ҡыҙҙар, һөйөнсө, һөйөнсөһөнә берәр үптермәһәгеҙ, нимә икәнен әйтмәйем. И. Ғиззәтуллин. [Раушания:] Белеп ҡуй: тәмәкеңде ташламаһаң, үптереү юҡ, — тине лә китте лә барҙы. Н. Мусин.
ҮПӘС ИТЕҮ (үпәс ит-) ҡ. ҡар. үбеү. Ирендән үпәс итеү. ■ «Атай, әсәйҙе үпәс ит һин», — ти Зиннәт. 3. Ураҡсин. Туҡта, үҙеңде бер генә үпәс итәйем! Й. Солтанов.
ҮПӘСЛӘҮ (үпәслә-) ҡ. һөйл. ҡар. үбеү. Баланы үпәсләү.
ҮР (Р: возвышение; И.: elevation; Т: tepe) и.
1. Юғарылағы урын, бейек урын. □ Возвышение. Үргә менеү. Үрҙән ҡолап төшоү.
■ Теләһә ҡалай яһалған ауыр һәнәк менән уңған игендең төшөмлө көлтәләрен үргә, эҫкерт башына ырғытҡанда, тәндең һыҙла-ныуы тағы ла көсәйә, тағы ла арта. Ғ. Дәүләтшин. • Үгәй үргә һикертә. Мәҡәл.
2. Юғары тараф; өҫ. □ Вышина, высота. Үргә ҡарау. Ҡулды үргә һоноу. Я Мөлөк ағай .. Турысайҙы һыуытыу өсөн туғарып, тәртәһен үргә күтәреп бәйләп ҡуйҙы. Т. Хәйбуллин. Маһайған тауҙар түбәһе үрҙәргә үрелеп тора. Р. Ниғмәти.
3. Ер өҫтөнөң бейегәйә барған урыны, ҡалҡыуға киткән ер. □ Подъём (на местности), возвышенность. Текә үр. Тау үренә менеү. Үрҙә ағаслыҡ күренә. ■ Юл һөҙәк үргә үрмәләй. Ул, һиҙҙермәй генә күтәрелә килеп, йәнә тау түбәһенә әйләнә. Яр. Вәлиев. Ат юртыуынан туҡтауға күҙҙәремде асһам, юл үргә күтәрелә икән. И. Абдуллин. Ауылды юртып сыҡҡан аттар, ауыл осонан башланып киткән үргә артылыу менән атлай башланылар. С. Агиш.
4. һыуҙың һ. б. йүнәлгән яғына ҡаршы яҡ. □ Верховье реки. Йылға үре. Йылға үренә табан йөҙөү. Үр яҡ. ■ Еҙем һыуҡайының
236