Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 239


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҮРЛЕ-ТҮРЛЕ
замананың тарихи хәлдәре .. менән уреп алып бара. Ғ. Хөсәйенов.
ҮРЕҮ III (үр-) ҡ. диал. ҡар. үрләү. Тауға йәһәт уреу.
ҮРЕШ (Р: выгон; И.: pasture; common; T.: otlak) и.
Малдың яҡын-тирәлә көтөүһеҙ йөрөп ашай торған ере. □ Выгон, выпас. Үрешкә ҡыуыу. Үрештә йөрөу. Үрештән ҡайтыу. М Көнө буйы сыуаҡта ятҡан кәзәләр киске урешкә сыға. Я. Хамматов. Аттар ҡыуак буйҙарындағы урешкә илтеп тышалды. Ф. Иҫәнғолов. Ҡолағына урештәге аттар муйынына тағылған ҡыңғырауҙар таратҡан моңһоу сыңдар салынды. Т. Ғарипова.
ҮРЕШЕҮ (үреш-) ҡ. урт. ҡар. үреү II. взаимн. от үреү II. Ситән урешеу. Сәс урешеу.
ҮРЕШЛӘҮ (үрешлә-) (Р: пастись на выпасе; И.: graze on a pasture; T.: otlanmak) ҡ.
Үрештә ашау. □ Пастись на выпасе. Үрешләп йөрөу. Үрешләгән мал.
ҮРКЕҮ (үрке-) ҡ. диал. ҡар. үргенләү 1.
ҮРКӘН и. диал. ҡар. үрген. Үркән баҫҡан таусыҡ.
ҮРКӘС (Р: горб верблюда; И.: camel’s hump; T.: hörgüç) и.
1. Дөйәнең арҡаһындағы тупайып, көмрәйеп сығып торған ҙур оро. □ Горб верблюда. Дөйә уркәсе. Ҡуш уркәс. һыңар уркәс. ■ Ул [Ғилмияза] дөйәнең ике уркәсе араһына йомшаҡ итеп әҙерләнгән урында ниндәйҙер кинәнес менән ултыра. Н. Мусин. • Бер бейәнең ике имсәге — береһе кипһә, һөтө юҡ; бер дөйәнең ике уркәсе — береһе китһә, көсө юҡ. Әйтем.
2. Тауҙың бейек булып торған ҡуш түбәһе. □ Выступ горы. ■ Тау уркәсенә менеп, аръяҡҡа ауышҡас, ауыл йәшенде. Ж. Кейекбаев. Ә тап шул хәтәр юл ап-асыҡ куренеп торған тау уркәсе өҫтөндә бер төркөм партизандар уларҙы һағалап яталар бөгөн. 3. Биишева. Ауылдан егерме саҡрым самаһында ятҡан Ирәмәл тауы Урал һыртының зәңгәрһыу-һоро уркәсе булып һерәйә. Т. Ғиниәтуллин.
ҮРКӘСЛЕ (Р: с горбом; И.: humpbacked; T.: hörgüçlü) с.
Үркәсе булған. □ С горбом, -горбый, горбатый. Ике уркәсле дөйә. Үркәсле тау.
ҮРКӘСЛӘНЕҮ (үркәслән-) (Р: иметь горбатый вид; И.: resemble a hump; T.: kamburlu olmak) ҡ.
Үркәсле булыу. □ Иметь горбатый вид, напоминать собой горб. Тауҙар уркәсләнеп ҡалҡҡан. ■ Арғы яҡ ярындағы һырттар берсә уркәсләнеп, берсә бөтөнләй һөҙәкләнеп юғала яҙып һуҙылалар. Ә. Вәли. Үркәсләнеп ята Йәнгуҙәй. Ғ. Хөсәйенов. Инде төнъяҡ-ҡараҡ баҡһаҡ, боронғо диңгеҙ төбө ҡыҙыл ҡомташтарҙан хасил иҫке соҡсон-рудник-тар — Баҡырҡаҙған тауҙары уркәсләнә. Й. Солтанов.
ҮРКӘСЛӘҮ (үркәслә-) ҡ. диал. ҡар. артмаҡлау. Тоҡсайҙарҙы уркәсләп атлау.
ҮР ҠУЯНЫ и. ҡар. урғуян. Үр ҡуянын куреу. Үр ҡуянына һунар итеу.
ҮРЛЕ-ҠЫРЛЫ (Р: то вверх, то в стороны; И.: up and down; T.: yukarı aşağı) р.
Үргә лә, ҡырға ла; төрлө яҡҡа. □ То вверх, то в стороны. Ҡыуаныстан урле-ҡырлы һикереу. ■ Әлфиә шатлығынан урле-ҡырлы һикерерҙәй булды. И. Абдуллин. Емеш, ҡыуанысынан ни эшләргә белмәй, урле-ҡырлы һикеренде. 3. Биишева. Иң әуәл малайҙар, йылға өҫтөндә осоп йөрөгән самолётты куреп ҡалып, урле-ҡырлы һикерергә тотондолар. Ә. Бикчәнтәев.
ҮРЛЕ-ТҮБӘНЛЕ (Р: то вверх, то вниз; И.: now up, now down; T: yukarı aşağı) p.
Бер үргә, бер түбәнгә. □ То вверх, то вниз. Үрле-тубәнле осоу. Үрле-тубәнле йөрөу. Үрле-тубәнле ҡарау. ■ Кемдәрҙер урамда, шарт-шорт ат тояҡтары тауышы сығарып, урле-тубәнле саба. Т. Хәйбуллин. Туғаҙаҡтың турғай башы тиклем боғаҙ төйөнө урле-тубәнле һикергеләп алды. Т. Килмөхәмәтов. Дилбәр, бөгөн һиңә бик ныҡ эшләргә тура киләсәк, клетың урле-тубәнле йугереп кенә торһон, — тип уҙҙәренең эшенә ишараланы Айбар. Ғ. Хисамов.
ҮРЛЕ-ТҮРЛЕ (Р: туда-сюда; И.: to and fro; T: şuraya buraya) p.
Бер түргә, бер кирегә. □ Туда-сюда, взад-вперёд. М Ғәлиәкбәров, икеләнеп байтаҡ урле-турле йөрөгәс, башта телефон аша һөй
239