Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 241


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҮРНӘК
рын алыҫта, ҡаҡ тубәләс башында урмәксе кеуек тырпайып торған нәмә уҙенә тарта.
3. Биишева. Шәһәрбаныу урмәксе ауҙары һырыған тушәмгә, еуештән мук ҡаплаған стеналарға куҙ йөрөттө. Т. Ғарипова.
2. миф. Ыңғай семантикаға эйә мифлаш-тырылған бөжәк. □ Паук (мифологизированное насекомое, имеющее положительную семантику). ■ Үрмәксе — ырымлы мәхлук, уны ултерергә ярамай. «Башҡорт мифологияһынан.
♦ Үрмәксенән күрмәксе берәүҙән берәү ниҙер күреп, эшләп барғанда әйтелә. □ Слепо подражать кому. Н Йә инде, бәләкәстәре лә урмәксенән курмәксе, тигәндәй, өлкәне -рәктәре ҡыланғанды ҡыланған була. Р. Ғабдрахманов.
ҮРМӘКӘЙЛӘҮ (үрмәкәйлә-) ҡ. диал. ҡар. үрмәләү. Үрмәкәйләп йөрөу.
ҮРМӘЛЕ (Р.: вьющийся; И.: creeping; T.: sarılgan, tırmanıcı) с.
Үрелеп, сырмалып үҫеүсән. □ Вьющийся, ползучий. Үрмәле һабаҡ. Үрмәле сәскә. ■ Таш стенаға ни ғиллә менәндер йәбешеп, муйыл ағастары, осҡат, эт муйылы, урмәле һырлы-ған, тағы ла әллә купме ҡыуаҡлыҡтар уҫкән. Д. Бүләков.
ҮРМӘЛЕ ГӨЛ (Р: вьюнок; И.: field bindweed; T.: kahkaha çiçeği) и. бот.
1. Үрелеп үҫкән һабаҡлы үлән үҫемлек. □ Вьюнок. Баҡсаны урмәле гөлдән таҙартыу. ■ Уҡыусылар эскә инделәр ҙә стеналарҙан аҫылынып төшкән урмәле гөлдәргә һоҡланып ҡатып ҡалдылар. Р. Байбулатов. Үрмәле гөл урелеп уҫә. А. Мағазов.
2. Ағастарға үрелеп, сырмалып үҫкән үҫемлек. □ Плющ (лат. Hederd).
ҮРМӘЛСЕК (үрмәлсеге) и. диал. ҡар. үрмәләс.
ҮРМӘЛСЕК ТУРҒАЙ и. зоол. ҡар. үрмәләс.
ҮРМӘЛӘС (Р: поползень; И.: nuthatch; T.: sıvacı kuşu) и. зоол.
Турғайҙар төркөмөнә ҡараған, ағас олоно буйлап аҫҡа һәм өҫкә яҡшы үрмәләй торған ҡошсоҡ. □ Поползень (лат. Sitta еигораеа). Үрмәләс ояһы.
ҮРМӘЛӘТЕҮ (үрмәләт-) ҡ. йөкм. ҡар. үрмәләү, понуд. от үрмәләү. ■ Әйҙә, бала
ларыбыҙҙы аң-белем тауына урмәләтеп алып менеп китһен [туташ]. И. Ғиззәтуллин.
ҮРМӘЛӘҮ (үрмәлә-) (Р.: лезть вверх; И.: climb; T.: tırmanmak) ҡ.
1. Йәбешеп, тырмашып өҫкә үрләү. □ Лезть вверх. Ҡаяға урмәләу. Ҡоймаға урмәләу. ■ Ҡлара яңынан ағасҡа урмәләгән саҡта, Надир һыу ситендәрәк йөҙөп йөрөгән Гөлгөнәне ҡыҙыҡ өсөн сумдырып алырға самаланы. Р. Байбулатов.
2. Уралып, сырмалып, үргә йүнәлеү, үргә үрләү (уҫемлеккә ҡарата). □ Виться. ■ Беседканың ҡабырғаларына ептәр бәйләнеп, шул ептәр буйлап урмәле гөлдәр урмәләгән. Ғ. Хәйри.
3. кусм. Ниндәйҙер урынға, вазифаға үтергә тырышып эш итеү. □ Стремиться к повышению (по работе, службе). М Беҙҙең һалдат комитетына ла офицерҙар урмәләй бит әле. А. Таһиров.
4. диал. Йәш баланың шыуыша башлауы. □ Ползать на четвереньках (о ребёнке). Бала урмәләй.
ҮРМӘСЛӘҮ (үрмәслә-) (Р.: плести, сплетать что-л.', И.: plait haphazardly; T: örmek) ҡ.
Төрлөсә үреү; үргеләү. □ Плести, сплетать что-л. как попало, кое-как. Үрмәсләп бөтөу.
■ Сәстәрен урмәсләп, баштарына өсмөйөшлө эшләпә кейгәндәр. Ғ. Ибраһимов.
ҮРНӘК (үрнәге) (Р: образец, пример; И.: example; pattern; T: örnek) и.
1. Эш, ҡылыҡҡа ҡабул итерлек, артынан эйәрерлек миҫал; өлгө. □ Образец, пример. Үрнәк алыу. Үрнәк курһәтеу. Үрнәк булырлыҡ тәртип. ■ [Булат:] Ана бит Рахмай, унан урнәк алырға кәрәк ул. Йәшәргә тырыша. Уҡыуын да уҡый, шиғыр ҙа һөйләй. К. Кинйәбулатова. Мин һеҙгә хат яҙышыр өсөн бер нисә урнәк яҙҙырам. 3. Биишева. [Фатима:] Үҙебеҙ уҡыуҙа урнәк була алмағас, малайҙарҙы нисек тәрбиәләрбеҙ һуң инде? — тип ҡайғыра. Ә. Бикчәнтәев.
2. Ниҙеңдер дөйөм һыҙатын күрһәтер лек бер дана; өлгө. □ Образец, пример. / Образцовый, примерный. Батырлыҡ урнәге.
■ Г. Сәләм дә тәнҡитселәр тураһында яҙған шиғырында мине ҡыҫҡалыҡтың урнәге
241