ҮРСЕЛ
итеп .. яҙып ҡуйғайны. С. Агиш. Башҡаларға ла сират етер, д һин — бригадир, урнәк булаһы кеше. Р. Байымов.
3. Бер үк төрлө йәки оҡшаш нәмәләрҙең араһынан алынған дана; өлгө. □ Образец. / Образцовый. Аҫыл таш урнәге. Яңы машина урнәге.
4. Сигеү, төшөрөү өсөн миҫал булған биҙәк. □ Модель, выкройка, узор. Сигеу урнәктәре. М [Сәруәр:] Инәй, был ни хаҡ? [Калпакты курһәтә]. Ынйыһы вағыраҡ та, урнәге матур эшләнгән. X. Ибраһимов.
ҮРСЕЛ (Р.: быстрый, ходкий на подъёмах (о лошади)', И.: fast (of horse); T.: hızlı tırmanabilen) c.
Үргә табан шәп йөрөүсән. □ Быстрый, ходкий на подъёмах (о лошади и т. п.). Үрсел ат.
ҮРСЕМ (Р: приплод; И.: increase (of animals)’, T.: damızlık) и.
1. Үрсетеү өсөн тәғәйенләнгән мал. □ Приплод. Йәш урсем. ■ [Саҙрый:] Бер буре, аҙбарҙы емереп, атайым урсемгә тип биргән берҙән-бер һарыҡты йомдороп киткән. Д. Исламов.
2. Үрсегәндән барлыҡҡа килгән мал йәки ҡош-ҡорт. □ Расплод. Мал урсеме. Умарта урсеме. Үрсем алыу. Н [Кукушкин] абыздың мал-тыуарының бер йыллыҡ урсеменә тиерлек торошло һанды әйтте — аҙ ғына тотлоҡһасы! Б. Рафиҡов.
ҮРСЕМЛЕ (Р: плодовитый; И.: prolific; T.: verimli, üretken) с.
Тиҙ үрсеүсән, үрсеүгә шәп. □ Плодовитый (о животных и растениях). Үрсемле мал. Үрсемле ырыу. М Кейем дә тиҙерәк кибә, бер юлы урсемле әрһеҙ бөжәк заттары ла ҡурыла. М. Кәрим. Бөйрәкәйенең тоҡомо урсемле, һөтө ҡуйы, боло йоғошло булды. Т. Ғарипова.
ҮРСЕМҺЕҘ (Р: бесплодный; И.: sterile, barren; T: kısır, akim) c.
Түлһеҙ, ҡыҫыр. □ Бесплодный. Инәһеҙ һәм урсемһеҙ ҡорттар һәләкәткә дусар булалар. ■ Кеше ҡулынан мал алғас, артҡа ҡарарға ярамай, юғиһә алған малың урсемһеҙ була. Ырым.
ҮРСЕТЕЛЕҮ (үрсетел-) ҡ. төш. ҡар. үрсетеү, страд, от үрсетеү. Крәҫтиән хужалығында йылҡы урсетелә.
ҮРСЕТЕҮ (үрсет-) (Р: разводить, выращивать; И.: breed; T: üretmek) ҡ.
1. Үҫенте, яңы тыуған йәш мал, ҡош-ҡорт, бала-саға иҫәбенә нимәнеңдер һанын арттырыу. □ Разводить, выращивать, размножать. Тоҡом урсетеу. Алманы урсетеу. Емеш-еләкте урсетеу. ■ Сәлимә, тәуге иренән ҡалған бар-лы-юҡлы малын аҙлап урсетеп, тырышып балаларын тәрбиәләне. Һ. Дәүләтшина. Бала ла урсетмәгәндәр, әммә ләкин берҙән-бер улдары Хәсәнша ун алпамышаға алыштырғыһыҙ. Ә. Байрамов.
2. Ишәйтеп, тәрбиәләп аҫрау. □ Разводить что, кого. Ат урсетеу. ■ [Нуриямал] колхозда өлгөлө рәуештә ҡуян урсетергә тотонған. Уның ҡуяндары уҙе бер ферма булып бара. С. Ҡудаш. Йылҡы, дөйә, ҡуй урсетеп, һунар йөрөгән, ҡоралдары ҡылыс менән уҡ булған, ти. «Бабсаҡ менән Күсәк». Һеҙ мине мал урсетергә, уҫтерергә, ағас яраһын төҙәтергә өйрәтә алаһығыҙмы? А. Абдуллин. Ирдәуләт унда хатта балыҡ урсетергә хыяллана торғайны. Р. Байымов.
ҮРСЕТКЕС (Р: питомник; И.: nursery; T: fidanlık, dikmelik) и.
һуңынан таратыу өсөн йәш мал йәки йәш үҫемлек үҫтерә торған урын. □ Питомник. / Питомниковый. Емеш-еләк урсеткес. Үрсеткес хужалығы.
ҮРСЕТМӘ (Р: рассада; И.: seedlings; Т.: fide, fidan) и.
Һуңынан күсереп ултыртыу өсөн үрсеткестә үҫтерелгән йәшелсә үҫендеһе. □ Рассада. / Рассадный. Кәбеҫтә урсетмәһе. Помидор урсетмәһе. Үрсетмә ултыртыу. ■ Көндәр йылыныуға йәшниктәрҙә наҙлы сәскәләрҙең ҡайһы бер урсетмәләре лә өлгөрҙө. Р. Байбулатов. [Яңы директор] биология уҡытыусыһына хәҙерҙән яҙ сәсер өсөн ер, орлоҡ хәстәрләргә, хеҙмәт уҡытыусыһына урсетмәләр өсөн һауыттар яһарға әмер бирҙе. 3. Ҡаҙаҡбаева.
ҮРСЕТМӘЛЕК (үрсетмәлеге) и. ҡар. үҫенте. Алмағас урсетмәлеге. Карағат ур-сетмәлеге. Үрсетмәлек ултыртыу. Я Беҙҙән
242