ҮРТӘЛӘНЕҮ
алып ҡайтҡан үрсетмәлектәрҙәнме былар? Р. Байымов.
ҮРСЕҮ (үрсе-) (Р: плодиться; И.: multiply; T.: üremek) ҡ.
1. Тыуыу, донъяға яралыу менән һан яғынан артыу, ишәйеү. □ Плодиться, размножаться, расплодиться. // Расплод. Бала-саға үрсей. Балыҡ үрсей. Ҡош-ҡорт үрсей. Ҡуян үрсей. ■ Быйыл йәй ямғырлы, үлән үтә һутлы булыу арҡаһында шашып үрсегән серәкәйҙән ҡотолоу өсөн бында берҙән-бер сара булған төтөнлөккә утын өҫтәй[ем]. 3. Биишева. Ятып ҡалған бер бәрәс йөҙ ҡуй булып үрсер ер. Ҡобайырҙан.
2. Шытыу, яңынан үҫеү менән һан яғынан артыу; ишәйеү. □ Размножаться. // Размножение. Орлоҡтан үрсеү. Вегетатив үрсеү. Енесле үрсеү. Үрсеү ағзалары. • Ҡарағайға ҡарап тал үрсей, ҡараусыға ҡарап мал үрсей. Әйтем.
3. күсм. Күпләп таралыу; күбәйеү. □ Распространяться. // Распространение. Ғәйбәт үрсей. Сир үрсей.
ҮРСЕҮСӘН с. ҡар. үрсемле. ■ Үҙҙәре [микробтар] күп, һанап бөтөргөһөҙ, бик тиҙ үрсеүсәндәр, ҡан менән бөтә тән буйлап таралалар. Р. Әхмәтов.
ҮРСЕШЕҮ (үрсеш-) ҡ. урт. ҡар. үрсеү. взаимн. от үрсеү. ■ [Урал батыр:] Кешеләрҙең йопланып, быуын-быуын үрсешеп, бергә уйнап-көлөшөп .. торасағын белдем мин. «Урал батыр». Аҙаҡ аждаһанан аҙған юха йылан һымаҡ, аранан берен-бере сағыр ҡара йыландар, һатлыҡ йәндәр, хыянатсылар, төрлө хәшәрәттәр яралды, яман үрсеште. Ғ. Хөсәйенов.
ҮРСӘ и. диал. ҡар. урҙа1, 1. Әйберҙәрен үрсәгә элеү.
ҮРТ (Р: степной или лесной пожар; И.: steppe fire; T: orman yangını) и.
1. Урман, далаға ҡапҡан ут. □ Степной или лесной пожар, пал. Ҡауланға үрт һалыу. Ҡамышҡа үрт һалыу. ■ Хәҙер урман да йылдан-йылға һирәгәйә, йәнлектәр, ҡоштар ҙа кәмеп бара. Һәр кем, башбаштаҡ ҡылып, үҙ белдеге менән ағас ҡырҡа, үрт һалып, урманды яндыра. М. Тажи. • Үләнле ерҙе үрт алмаҫ. Мәҡәл.
2. Өй, ҡаралтыға ҡапҡан ут. □ Пожар. Үрт һүндереү. ■ Үрт ҡамаған йортто дәррәү һүндерәләр. Ғ. Ибраһимов. Үрт Ихсанбай йәшәгән йортҡа ғына һалынғайны, ә ҡарсыҡ йәшәгән өй имен бит, һаман ултыра, хужаһы ғына юҡ. Т. Ғарипова. Сәхи үрт янына барып еткәндә, был хәбәрҙе лә ҡара ҡортҡа бөтөнләй икенсе төрлөгә бороп тарата ине. И. Ғиззәтуллин.
ҮРТЕШ (Р: привычка; И.: habit; Т.: alışkanlık) и. диал.
Ҡылыҡ, ғәҙәт. □ Привычка. Шундай бер матур үртеше бар.
ҮРТЕШ ИТЕҮ (үртеш ит-) (Р: привыкать; И.: get used to; T.: alışmak) ҡ. диал. ҡар. ғәҙәтләнеү.
Ҡылыҡ, ғәҙәт хәленә килтереү. □ Привыкать; сделать привычкой. ■ Ҡыҙыҡ ҡына бит беҙҙә: районға ла, ауылға ла етәксе итеп ерле халыҡты, уның ғөрөф-ғәҙәттәрен, тормош үҙенсәлектәрен бөтөнләй белмәгән, әллә ҡайҙарҙа «әҙерлек» үткән ете ят кешеләрҙе ҡуйыуҙы үртеш иткәндәр. Н. Мусин.
ҮРТЛӘҮ (үртлә-) (Р: жечь, палить что', И.: burn; singe; T: ütmek) ҡ.
Үрт һалып яндырыу; үртәү. □ Жечь, палить что. Өйҙө үртләү. Я [Ағалары] ҡустыларының утынын үртләп китергә булалар, ти. Әкиәттән.
ҮРТӘЛЕҮ (үртәл-) ҡ.
1. төш. ҡар. үртәү, страд, от үртәү. Үртәлгән урман.
2. күсм. Күңелгә насар тәьҫир итерлек берәй эш, ҡылыҡҡа әрнеү; үртәнеү, әсенеү, көйөнөү. □ Горевать, страдать; сокрушаться, печалиться. Бушҡа үртәлеү. Үртәлеп йөрөү. ■ Бюро ултырышы бөткәс тә, Трофимов ҡайтырға ашыҡманы. Ишеткәндәрҙән тейешле һығымта яһап үртәлде, уйланды. Я. Хамматов. Шул саҡ ололар һүҙенә ҡолаҡ һалып ултырған Ғәбделнасирҙың да йәне үртәлеп китте. Р. Байбулатов. Ҡара әле, был хәтле лә ахмаҡ булырһың икән һин! — тине Хаммат, тамам йәне үртәлеп. 3. Биишева.
ҮРТӘЛӘНЕҮ (үртәлән-) ҡ. ҡар. үрһәләнеү. ■ Саҙрый, үртәләнеп, Хәнифәне
243