ҮРТӘМҺЕҮ
яманлап торғанда, Сәхиҙең дә тауышы ишетелде. И. Ғиззәтуллин. Ярар, ҡустым, үртәләнмә, — тип ҡунағын тынысландырырға тырышты Йәнтүрә. Я. Хамматов. Ғәли — тәжрибәле конюх, Осҡондо күреү менән, үртәләнде. С. Шәрипов.
ҮРТӘМҺЕҮ (үртәмһе-) ҡ. диал. ҡар. үртәнеү.
ҮРТӘН (Р.: пал; И.: burn; T.: yanık yeri)w.
Үрт һалып яндырылған урын. □ Пал, выжженное место в степи или в лесу. Һөрөлгән үртән. Ялан үртәне. М Үртәндә үлән бик шәп үҫкән. М. Тажи. Ялан да ерҙең үртәне, тотоп булмай күк тә бүртәне. Халыҡ йырынан.
ҮРТӘНДЕРЕҮ (үртәндер-) ҡ. йөкм. ҡар. үртәнеү, понуд. от үртәнеү. Кешене үртәндереү.
ҮРТӘНЕҮ (үртән-) (Р: переживать, страдать; И.: be distressed for; T.: acı çekmek) ҡ.
Күңелгә ауыр булған берәй нәмәгә әсенеү; үртәлеү, көйөнөү. □ Переживать, страдать. ■ Үҙем булдыҡһыҙмындыр инде, тип үртәнәм. Яр. Вәлиев, һаранбай, үҙенең отолғанын һиҙеп, бик үртәнде, ти. Әкиәттән.
ҮРТӘТЕҮ (үртәт-) ҡ. йөкм. ҡар. үртәү. понуд. от үртәү. ■ Сәмреғошло батша башҡорт ерен үс иткән дә үрткә үртәткән. Ғ. Дәүләтов.
ҮРТӘҮ (үртә-) (Р: жечь, сжигать; И.: burn; T: ütmek) ҡ.
1. Үрт һалып, ут төртөп яндырыу. □ Жечь, сжигать, палить. Сүп үртәү, һалам үртәү. Утта үртәү. М [Крәҫтиәндәр] баярҙың йортона ут һалып, үртәп ебәрергә булғандар. М. Тажи. [Халыҡ] үлтерелгән дейеүҙең емтеген йыйып үртәп, көлөн күккә осорған. Әкиәттән.
2. Яндырыу, утҡа тотоп эшкәртеү. □ Обжигать, жечь. Кирбес үртәү. Күмер үртәү. М Урман ҡырҡып, күмер үртәп, арба-сана яһап көн иткән була халыҡ. 3. Биишева.
3. күсм. Күңелгә насар тәьҫир итерлек берәй эш, ҡылыҡ менән әрнетеү; әсендереү, көйөндөрөү. □ Дразнить, злить. Ҡанды үртәү. Йөрәкте үртәү. Йән үртәгес йырҙар. М Шул йән үртәгес һүҙҙәрҙе ишетмәҫ өсөн,
ҡолаҡтарымды нығытып ҡаплағым килә. Ә. Бикчәнтәев. Ғәләү Дәүләтбайҙы үртәр өсөн һүҙҙе тағы ла Шәрифәгә борҙо. Б. Хәсән.
ҮРТӘШЕҮ (үртәш-) ҡ.
1. урт. ҡар. үртәү 1, 2. взаимн. от үртәү 1, 2. Ҡый үртәшеү.
2. күсм. урт. ҡар. үртәү 3. взаимн. от үртәү 3. Үртәшеп ултырыу.
ҮРҺӘЛӘНДЕРЕҮ (үрһәләндер ) ҡ. йөкм. ҡар. үрһәләнеү, понуд. от үрһәләнеү. ■ Хатҡа яҙылғандарҙы йәһәтерәк белергә ашҡыныу һәр береһенең күңелен үрһәләндереп, тиҙерәк ауылға ҡайтырға ашҡындырҙы. Ф. Иҫәнғолов.
ҮРҺӘЛӘНЕҮ (үрһәлән-) (Р.: горячиться, кипятиться; И.: get (over) excited; T: kızmak) ҡ.
Ниндәйҙер эш-хәлдән тынысһыҙланып, ярһып, ни эшләргә белмәү. □ Горячиться, кипятиться. Үрһәләнеп алыу. Үрһәләнеп йөрөү. Үрһәләнеп китеү. ■ Ул [Заман] яңағы ауыртҡанға түҙә алмай, төнө буйы үрһәләнеп сыҡты. Ә. Вәли. Телдән яҙып торған Маһира, башҡа һүҙ белмәгәндәй, үрһәләнеп тағы ла: «Ялған!» — тип ҡысҡырҙы. X. Ғиләжев. Тағы мин борсойом, мин шылтыратам. Ҡатынымдың хәле нисек? Әйтегеҙсе, зинһар, — тип үрһәләнде Байназаров. X. Зарипов.
ҮРӘ (Р.: дыбом; И.: on end; T.: dik) р.
1. Төп-төҙ булып үргә күтәрелгән хәлдә. □ Дыбом. Ел сәсте үрә торғоҙҙо. Үрә ҡатыу. Ҡолаҡтарҙы үрә торғоҙоу. ■ Шул саҡ эттең ҡолаҡтары ҡапыл ҡайсылай үрә торҙо, төлкөнөкө һымаҡ ялпылдап торған ҡойроғо һалынып төштө. Р. Байбулатов.
2. Туп-тура үргә табан. □ Прямо вверх. Башты үрә сөйөү. М Машиналар .. ауыр бышҡырып бара. Алғы тәгәрмәстәре үрә күтәрелә. Яр. Вәлиев. Моряк шыуа граната һуҙып, ҡанлы терһәгенә таянып, үрә баҫырға бик теләй ҙә бит, мөмкин түгел, юҡ бер аяғы. Т. Арслан.
♦ Сәс үрә тороу ҡурҡыштан, аптырауҙан ҡот осоу. □ соотв. Волосы встали дыбом. Б [Рәистең:] «Айыу!» — тип ҡысҡырып ебәргәнен ишетеп, сәстәр үрә торҙо. Н. Мусин.
244