ҮС АЛЫУ
ҮРӘДНИК (үрәдниге) [рус. урядник] (Р.: урядник; И.: subaltern officer; T.: uryad-nik) и. map.
1. Элекке батша армияһының казак ғәс-кәрендәге унтер-офицер. □ Урядник (унтер-офицер казачьего войска в царской армии). М Үрәдник Хәбибйән бригадирҙың фарманын еткерҙе: «Йәһәт кенә йыйналырға!» Ф. Аҡбулатова.
2. Революцияға тиклемге Рәсәйҙә: өйәҙ полицияһындағы түбәнге дәрәжә. □ Урядник (в дореволюционной России низший чин в уездной полиции). М Үрәдник килеп, төрмәгә яптырам, тип ҡурҡытып та маташҡайны. В. Исхаҡов.
ҮРӘ ҠАРАУ (үрә ҡара-) (Р: высокомерничать; И.: become arrogant or haughty; T.: kibirlenmek) ҡ.
Үҙеңде башҡаларға ҡарағанда өҫтөн күреү. □ Высокомерничать. Үрә ҡарап йөрөүселәр ҙә бар арала. ■ Бәхет танышыу-табышыуҙан башлана. Кешеһе тура килгәндә, үрә ҡарап үтергә ярамай. «Йәшлек», 24 май
2011.
ҮРӘ ҠАРҒЫУ (үрә ҡарғы-) ҡ. диал. ҡар. үрәпсеү. ■ [Калмыҡ батыры менән Айстандың] аттары баҫҡан ерҙәрендә сыҙап та тора алмай, әле сапсынып, әле үрә ҡарғып, ажарҙарын сәсеп тора, ти. Легенданан.
ҮРӘЛӘҮ (үрәлә-) ҡ. диал. ҡар. кешәнләү. Атты үрәләп ебәреү.
ҮРӘПСЕНЕҮ (үрәпсен-) ҡ. ҡайт. ҡар. үрәпсеү, возвр. от үрәпсеү. ■ Тышта егеттәрем көтә, үрәпсенеп тора толпарҙар. М. Тажи.
ҮРӘПСЕТЕҮ (үрәпсет-) ҡ. йөкм. ҡар. үрәпсеү, понуд. от үрәпсеү. М Өлҡаман бай ҡотороноп, атын үрәпсетте. Ш. Насыров.
ҮРӘПСЕҮ (үрәпсе-) (Р: встать на дыбы, дыбиться; И.: stand up on hind legs; T: şaha kalkmak) ҡ.
Сапсынып, үрә һикереү, арт аяҡтарға баҫып үрә тороу (атҡа ҡарата). □ Встать на дыбы, дыбиться. ■ Эй, малай, ат алдына килмә, хәҙер тапалаһың бит! — тип күсерҙең ҡысҡырыуына ҡарамаҫтан, Азамат үрәпсеп торған аттың теҙгенен тотто ла
алды. Й. Мостафин. Алпамыша .. ярһып, үрәпсеп торған буҙ толпарға менеп, яурынына ҡош ултыртып, Әйләр хан ғәскәренә ҡаршы һуғышҡа китте, ти. «Алпамыша».
ҮРӘСӘ (Р: грядки у телеги; И.: detail of a cart; T: at arabasının, kızağın iki yan tarafından uzanan tahta) u.
Арба йәки сананың ике яҡлап буй һалынған өҫкө ағасы. □ Грядки у телеги; разводы, отводы, раскаты у саней. Сананың үрәсә башы. ■ Аҡйондоҙ, иренә арҡа биреп, арбаның ситенә генә, үрәсәһенә генә ултырҙы. М. Кәрим. Туры ат йән-фарман алға саба. Тыйып алыр әмәл юҡ... Өмәт сананың үрәсәһенә йәбешеп барыуын ғына белде. Д. Юлтый. Арба ҡуҙғалып киткәс тә, бер нисә кеше, артҡы үрәсәгә йәбешеп, урам буйлап йүгереп барҙы. Б. Бикбай.
ҮРӘСӘЛЕ (Р: с грядками (у телеги, саней)', И.: with shabts; T.: at arabasının iki yan tarafından uzanan ağaçları olan) c.
Үрәсәһе булған. □ С грядками (у телеги, саней). Үрәсәле арба. Үрәсәле сана.
ҮРӘТ с. диал. ҡар. сығынсы 1. Үрәт am.
ҮРӘ ТОРОУ (үрә тор-) ҡ. ҡар. үрәпсеү.
Н Аттар, ауыҙлыҡтарын сәйнәп, .. үрә тора. Ә. Вахитов.
ҮРӘШӘН (Р: очень; И.: very; T.: çok) р. диал.
Бик, ифрат. □ Очень. Үрәшән бай кеше.
ҮС (Р: месть; И.: revenge; T.: öç) и.
Яманлыҡҡа яманлыҡ менән яуап биреү теләге. □ Месть, мщение; отместка. Үс һаҡлау. ■ Яңғырай байҙарға ҡаршы эшселәрҙең үс өнө! Д. Юлтый. Үсем таша ошо язаларға, ни эшләргә, нимә ҡылырға? Т. Арслан. Яҡшы әҙәм билдәһе: асыу менән үсе юҡ. Ҡобайырҙан.
ҮС АЛЫУ (үс ал-) (Р: мстить; И.: revenge; T.: öç almak) ҡ.
Асыу итеп, яманлыҡҡа ҡаршы яманлыҡ эшләү. □ Отомстить кому, сводить счёты с кем. Дошмандан үс алыу. М [Шакир:] Байҙарҙың үсе бар советта, бай менән мулла үс алырға тырыша. А. Карнай. Ҡыҙ көҫәп килгән егеттәр, Айстанға асыу тотоп, үс алмаҡсы булалар. Легенданан.
245