ҮҪЕНДЕРЕҮ
да булыр, ҡалдырылған үҫенделәр ҙә көймәҫ. И. Ғиззәтуллин. Ул йәш үҫенделәрҙе күргән һайын, мин сикһеҙ ҡыуанам. Д. Исламов.
ҮҪЕНДЕРЕҮ (үҫендер-) (Р.: чрезмерно хвалить, перехваливать; И.: overpraise; T.: aşırı övmek) ҡ.
Маҡтап, хуплап маһайтыу; осондороу.
□ Чрезмерно хвалить, перехваливать, захваливать. Баланы үҫендереү. Баланы үҫендерергә ярамай. М Ә атай кеше Иршатты маҡтау, Иршатты үҫендереүҙе үҙ улына йоғонто яһау, сәм уятыу сараһы итеп алған булғайны. Г. Ғиззәтуллина. [Рәхимйән:] Өҫтәүенә .. ҡыҙыма бер нисә мең һумлыҡ бүләк алдым. [Орҡоя:] Бер ҡыҙға шул тиклем әйбер!.. Бының менән һеҙ уны бик үҫендерәһегеҙ түгелме? Н. Иҙелбай.
ҮҪЕНЕҮ (үҫен-) (Р.: возгордиться; И.: become proud; T.: kendini beğenmek) ҡ.
Маҡтағанға, хуплағанға маһайыу; осоноу; ҡупайыу. □ Возгордиться, возомнить о себе, зазнаться. Үҫенеп китеү.
ҮҪЕНТЕ (Р: росток; И.: shoot; T.: filiz, sürgün) и.
1. Үҫемлектең һабаҡтан йәки тамырҙан сыҡҡан яңы яралғыһы. □ Росток. Орлоҡтар үҫенте ебәрҙе. ■ Тамырына ҡара, сәләмәт үҫенте йәшәрлекме һуң унда? Р. Байымов. Ҡара ерҙе быйыл ғына төртөп сыҡҡан бер ҡайын үҫентеһен, тупрағы менән аҡтарып, ҡәберҙең баш осона ултырттым. Ә. Вахитов. [Сәлим:] Шытып сыҡҡан һәр үҫенте, тейешле шарттар булһа, үргенләп китә ул. И. Ғиззәтуллин.
2. Үҫемлектең түңгәктән йәки ағас төбөнән үҫеп сыҡҡан яңы яралғыһы. □ Поросль, побег. ■ Тап өҫтөнә баҫтың, — тине Нур, — әйҙә, шыршы үҫентеләре төпләп алабыҙ. И. Абдуллин. Ҡырҡылған бер ағастың төбөнән яңы ғына үҫентеләр ярып сыҡҡан. М. Тажи. Бынан бер нисә йыл элек ерҙән яңы төртөп сыҡҡан ҡыҙғылт үҫентеләр хәҙер инде мөһабәт тирәк булғандар. Ә. Байрамов.
3. Баҡсала, паркта һ. б. ерҙә ултыртыу өсөн үҫтерелгән йәш үҫемлек; үрсетмәлек.
□ Саженец, росток, побег. Емеш ағастары үҫентеләре. Н Ниндәйҙәре генә юҡ ине бын
да үҫентеләрҙең — ҡарағай, саған, сәрүи ағасы, йыла, шыршы, йүкә, ҡайын, йәсмин ҡыуаҡтары. Р. Байымов. Ул [Аҡъюловтың танышы] ҡарағат үҫентеләре һалынған ҙур тоҡ күтәргән, ҡултыҡ аҫтына ҡурай еләге үҫентеләре бәйләме ҡыҫтырған. Ә. Вәли.
ҮҪЕҮ (үҫ-) (Р.: расти, развиваться; И.: grow, develop; T: büyümek) ҡ.
1. Тереклек итеү барышында бейегерәк, оҙонораҡ, ҙурыраҡ булыу, ҙурайыу (кеше, хайуан, үҫемлек һ. б. ҡарата). □ Расти, развиваться. // Рост, развитие. Үлән үҫә. Буйға үҫеү. Ҙур булып үҫеү. Бала нормаль үҫә.
■ Ғәйни ағай менән Хәсби апай, бәләкәс тура бейәне егеп, .. дуға бейеклеге булып елберләп үҫкән ашлыҡ араһынан киң баҫыуға ҡарап йүнәлде. Т. Йәнәби. Үҫә-үҫә ҡашҡа быҙау ҡашҡа һыйырҡай булыр. Ғ. Амантай.
2. Ҙур кеше булыу, балиғ булыу □ Стать взрослым, повзрослеть. Егет булып үҫеү.
■ Булат үҫеп ҙурайғас, уға үҙенең нисек атлап киткәнен һөйләһәң, үҙе лә ышанмаҫ әле. М. Тажи. Ике йәшлек тәтелдәк ҡыҙ ине ул Зөлхизә. Хәҙер ун һигеҙ, һай, уҙған ғүмер. Үҫте шул ҡыҙ, үҫте. 3. Биишева. Бейештең ата-әсәһе ярлы була. Шуға ҡарамаҫтан, ул үҙенең тиңдәштәре араһында ҙур кәүҙәле, көслө бала булып үҫә. Риүәйәттән.
3. Балалыҡ, йәшлек йылдарын ҡайҙалыр, ниндәйҙер шарттарҙа үткәреү. □ Расти. Йәтим үҫеү. К [Әсә — балаларына:] Беҙ бер итәктә бишәү үҫтек, бер ҙә генә талашмай торғайныҡсы. С. Агиш. Зәйнәп яңғыҙ әсәһендә үҫте. Ғ. Сәләм. Зөһрә — батша ҡыҙы, Таһир етем үҫкән. «Таһир менән Зөһрә».
4. Бала саҡта, балалыҡ йылдарында ниндәйҙер булыу. □ Вырасти. Теремек ҡыҙ булып үҫеү. Уйсан малай булып үҫеү. ■ Бала мыжыҡ холоҡло, үҙ һүҙлерәк булып үҫте. М. Тажи.
5. Барлыҡҡа килеп, оҙонайыу (сәс, теш кеүек нәмәгә ҡарата). □ Расти, отрастать. Теш үҫә. Йөн үҫә. Сәс үҫә. Я [Йәнтимерҙең] өҫкө ирене өҫтөнә үҫкән бәпкә йөндәре лә хәҙер мыйыҡ кеүек булып күренә. С. Агиш.
6. Күләм, дәүмәл, һан яғынан артыу. □ Повышаться, подниматься. // Повышение. Талап үҫә. М Кем белә, бәлки, бер нисә
248