Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 250


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҮҪМЕРЛЕ
килешләй, елдә ҡайырылып төшкән имән ботағын киҫеп алып, тау тубәһенә мендереп ҡуйҙы. Р. Байбулатов.
ҮҪМЕРЛЕ с. диал. ҡар. үрсемле.
ҮҪМЕРЛЕК (үҫмерлеге) (Р.: отрочество;
И.: boyhood, youth; T.: delikanlılık) и.
Үҫмер булыу сағы. □ Отрочество. / Отроческий. Үҫмерлек мәле. ■ Ғумеремдең бала саҡтан уҫмерлеккә ауышҡан бер мәлендә мин, бар донъяны онотоп, йәнем-тәнем менән халыҡ йырҙарына ғашиҡ булдым. М. Ямалетдинов. Үҫмерлегендә Юламан кө-төу көттө, мулланың ваҡ-төйәк йомошона йугерҙе, курше-куләндең баҫыу эшенә ҡулалмашҡа йөрөнө. Ә. Хәкимов.
ҮҪМӘЛЕ (Р: растущий, развивающийся; И.: increasing; T.: büyüyen) с. диал.
Үҫеү, ҙурайыу дәүерендәге. □ Растущий, развивающийся. Үҫмәле бала.
ҮҪТЕРЕЛЕҮ (үҫтерел-) ҡ. төш. ҡар. үҫтереү, страд, от үҫтереү. Үҫтерелгән иген. ■ Дурткелле итеп уҫтерелгән матур һаҡал, ниндәйҙер яҡты йылылыҡ һибеп тороусы куҙҙәр. И. Абдуллин. Тутәлдәрҙә уҫтерелгән сәскәләр ниндәй ҙә булһа таныш булмаған баҡсасының тугел, бөтә ҡала халҡының иғтибары менән уҫкәндәр. С. Агиш. Баҡса тәрбиәләп уҫтерелһә, былайыраҡ культура йорто, башҡа учреждениелар һалынһа, уҫә барған ауылдың яңы йорттары уҙҙәренән-уҙҙәре ошонда тартыласаҡ бит. Б. Рафиҡов.
ҮҪТЕРЕМ и. диал. ҡар. үҫмер. Үҫтерем саҡ.
ҮҪТЕРЕҮ (үҫтер-) (Р: растить, выращивать; И.: grow; T.: büyütmek) ҡ.
1. Ҡарап, тәрбиәләп, кемдең йәки ниҙең-дер тейешле кимәлгә үҫеп етеүен тәьмин итеү, булдырыу. □ Растить, выращивать. // Выращивание. Балалар уҫтереу. Үрсетмә уҫтереу. М [Хафиз ҡарт — йәштәргә:] Һеҙ бер баланы нисек итеп уҫтереп кеше итербеҙ, тип ҡайғырышҡанға аптырап та ҡуям. М. Тажи. Көтөуҙә уның [Зөлхизәнең] бәләкәс кенә бәрәс сағынан уҡ уҙе ҡарап уҫтергән аҡ ҡушҡар тәкәһе бар икән. Н. Иҙелбай. Малсылар курсын асҡанда, бер эшсе: «Уҙған йыл да ҡаланан ғалим килеп, беҙҙе ҡыяр
уҫтерергә өйрәтеп киткәйне», — тине. А. Абдуллин.
2. Барлыҡҡа килтереп, оҙонайырға, үҫергә мөмкинлек биреү (сәс, һаҡал, мыйыҡ кеуек нәмәне). □ Растить, отращивать. // Отращивание. Сәс уҫтереу. Мыйыҡ уҫтереп ебәреу. ■ Партизандар шикелле һаҡал-мыйыҡ уҫтерергә самалаймы, әллә ҡырынырға иренәме икән? И. Абдуллин.
3. Күләм, дәүмәл, һан йәһәтенән арттырыу.
□ Поднимать, повышать. // Повышение. Етештереу ҡеуәттәрен артабан уҫтереу.
■ Моратша бай мәһәрҙе тағы утыҙ һумға уҫтергән. Һ. Дәүләтшина. Ферманы уҫтереу теләге менән яныу унда [Тимербайҙа] етеҙлек тыуҙырҙы. С. Агиш.
4. кусм. Кимәл, дәрәжә йәһәтенән күтәреү.
□ Повышать. // Повышение. Аңды уҫтереу. М Хужабикә улының белемен уҫтереу өсөн ғөмумән аҡса йәлләмәй торғайны. С. Агиш.
5. кусм. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер үҫе-үенә, камиллашыуына булышлыҡ итеү. □ Развивать кого, что. // Развитие. Сәнғәтте уҫтереу. Талантты уҫтереу. Кадрҙарҙы уҫтереу. ■ Беҙ уҫтерә торған художниктар уҙ ижадтарында рустың өлкән оҫталарына эйәрһендәр. С. Агиш.
ҮҪТЕРЕШЕҮ (үҫтереш-) ҡ. урт. ҡар. үҫтереү, взаимн. от үҫтереү. Бала уҫтере-шеу. Йәшелсә уҫтерешеу. М Эй, ҡоҙа-ҡоҙағый, нәҫелегеҙҙе быуындан быуынға уҫтере-шеуҙә, ара-ырыуығыҙ ҡеуәтен арттырыуҙа булышлыҡ итәсәк иң хикмәтле, иң ҡиммәтле бер нәмәкәй һатырға алып килә ятам! Я. Хамматов. Мин бит ен ботағы Ишбирҙе туғанымды ҡарап уҫтерешкән кеше, — ти Мәулиҙә. Г. Яҡупова. Балаларын Миңлегөл менән бергәләп уҫтерешер инек! М. Садиҡова.
ҮҪӘРГӘН (Р: название одного из башкирских племён; И.: Usergen, name of a Bashkir tribe; T.: bir Başkurt kabilesinin ismi) и. этн.
Бер башҡорт ҡәбиләһенең исеме. □ Название одного из башкирских племён.
■ Менмәгән баш мал аҫрап, иген игеп, иркен йәшәгән уҫәргәндәр. Р. Байымов. Бик борон замандарҙа уҫәргән башҡорттары йәшәгән был ерҙәрҙә бер ваҡыт нуғай мырҙаһы
250