Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 251


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҮТЕМЛЕ
Шәйех-Мамайҙың ҡорғаны булған икән. Ғ. Ибраһимов. Минең өлкән улдың ҡатыны үҫәргәндәр яғынан бит. Н. Мусин.
ҮҪӘРМӘН с. ҡар. үрсемле. ■ Үҫәргәндәр — үҫәрмән халыҡ. Ғ. Хөсәйенов.
ҮТ (Р.: желчь; И.: gali; T.: öd) и. анат.
1. Бауырҙа эшләп сығарылып, эсәккә барған йәшкелт һары төҫтәге әсе шыйыҡлыҡ. □ Желчь. / Желчный. Үт йыйылыу.
2. Шул шыйыҡлыҡ йыйыла торған ҡыуыҡ. □ Желчный пузырь. Үте шартлаған.
3. миф. Асыу, ярһыу һаҡлана торған мифлаштырылған урын. □ Желчный пузырь (орган человека как средоточие гнева, ярости).
4. миф. Ҡурсалау көсөнә эйә булған ағза. □ Желчный пузырь (животных) (обладает лечебной и обережной силой). ■ Айыу үте, бүре үте магик медицинала ҙур урын алып тора. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
♦ Үтен һытып алыу хаҡты самаһыҙ ҙур алыу. □ Заломить цену. ■ [Бикйән ағай] хатта яҙғы өҙөктә лә ике-өс сана [бесән] һатып ебәрә. Хаҡын инде, кеше әйтмешләй, үтеңде һытып ала. Р. Солтангәрәев. Үтенде һытыр (йәки һытырлыҡ) бик әсе аҙыҡҡа ҡарата әйтелә. □ Слишком кислый (о пище). Ҡатығы бигерәк әсе, үтеңде һытыр. Үт һыуын эсереү нужа күрһәтеү; нужа һурпаһы эсереү. □ Заставить когө-л. мытарствовать, терпеть нужду. Үт һыуын эсерҙе тормош.
ҮТЕК (үтеге) (Р: утюг; И.: iron; Т.: ütü) и.
Йыуылған кер, кейем-һалымдың сырышын яҙыу, шымалау өсөн ҡулланылған әйбер. □ Утюг. Электр үтеге. Үтек аҫты. Үтек бауы. ■ Әлфиә үҙ дәлилдәренә үҙе шул саҡлы ышанды, хатта ауыҙ эсенән көйләй-көйләй үтекте ҡыҙҙыра башланы. И. Абдуллин. Айҙарҙың көтөлмәгән хәбәренән тегенең ҡулындағы үтеге саҡ-саҡ төшөп китмәне. Р. Байбулатов. Йомошҡа беҙ йүгереп өйрәнгәнбеҙ инде: күмер үтегенә лә, әсеткегә лә, ҡоймаҡ табаһына ла, икмәк тимеренә, хатта ағас күнәккә тип тә йүгерәбеҙ. Р. Камал.
ҮТЕКЛӘНЕҮ (үтеклән-) ҡ. төш. ҡар. үтекләү, страд, от үтекләү. Үтекләнгән
кейем. ■ Әсәйемдең ҡулдары менән һуғылған киндер таҫтамал! Ул таҙа итеп йыуылғайны, үтекләнгәйне. Ғ. Аллаяров. [Беловтың] галстугы һәр ҡасан шыма итеп үтекләнгән була. Ә. Бикчәнтәев. Ире ҡулйыуғыста ҡулдарын йыуған арала Мәликә ҡатырғансы үтекләнгән ап-аҡ таҫтамал килтерҙе. Т. Ғарипова.
ҮТЕКЛӘТЕҮ (үтекләт-) ҡ. йөкм. ҡар. үтекләү, понуд. от үтекләү. Кейемде үтекләтеү. ■ Бына ҙур үҫер, бәхетле булһа, ул да [Хәлкәй] шундай кейемдәр тектерер, балаҡтары, еңдәре, яғалары бөтәрләнһә, ул да шулай кейемдәрен мастерскойға алып килеп, таҙарттырып, үтекләтеп алыр. Д. Юлтый.
ҮТЕКЛӘҮ (үтеклә-) (Р: утюжить; И.: iron; T.: ütülemek) ҡ.
Эҫе үтек менән ышҡып шымартыу. □ Утюжить, гладить утюгом. // Утюжка. Кер үтекләү. Үтекләп кейеү. ■ Таһирҙың әсәһе, .. бик һәйбәтләп үтекләп, дүрткә бөкләнгән аҡ яулыҡ тотоп, өҫтәл янына килде. Р Ғабдрахманов. Әсәй, үҙегеҙ генә барығыҙ, мин өйҙә генә ултырайым әле, — тине Әлмира күлдәктәрен үтекләп йөрөгән әсәһенә. Р. Байбулатов. Нисек кенә тырышып йыуһам да, нисек ентекләп үтекләһәм дә, ул [Мыжыҡов] барыбер бәйләнергә, мыжырға йөй таба. 3. Биишева.
ҮТЕКЛӘШЕҮ (үтекләш-) ҡ. урт. ҡар. үтекләү, взаимн. от үтекләү. Кер үтекләтеү.
ҮТЕЛЕҮ (үтел-) ҡ. төш. ҡар. үтеү 1. страд, от үтеү 1. ■ Комиссия үтелгән, командаға беркетелгән. А. Абдуллин. Урман ҙур ҙа, ҡуйы ла түгел ине, тиҙ үтелде. И. Абдуллин. Күпме юл үтелде. Ф. Аҡбулатова.
ҮТЕМБЕЙ (Р: ловкий, хитрый; И.: sly; T.: kıvrak) с. һөйл.
Бик әрһеҙ. □ Ловкий, хитрый; пронырливый. Үтембей кеше. Үтембей малай. Үтембей булыу.
ҮТЕМЛЕ (Р: лёгкий (о пище); И.: light; T.: hafif) с.
1. Ашау, әсеүгә еңел, ашау йәки әсеүгә теләк уятырлыҡ, яҡшы ашалыусан; барым
251