ҮТКЕЛӘҮ
утмәһә, киләһендә утә ул барыбер. Р. Солтангәрәев.
27. -п формаһындағы төп мәғәнәне йөкмәгән ҡылымға ҡушылып, нимәнелер эш, һүҙ һ. б. ыңғайында башҡарғанды белдерә.
□ Сделать что-л. по ходу. Аңлатып утеу. Иҫкә төшөрөп утеу. Таныштырып утеу. Әйтеп утеу.
♦ Ел дә үтмәҫ үҙ-ара яҡшы (бәйләнеш һәм мөнәсәбәттәргә ҡарата). □ соотв. Водой не разольёшь кого (о хороших взаимоотношениях). ■ Ел дә утмәҫ, — тигәйнең һин, — икебеҙҙең араға. Т. Йосопов. Үтеп сыҡҡан күпте күргән. □ Видавший виды. соотв. Стреляный воробей. Үтеп сыҡҡан кеше.
ҮТЕҮ II (үт-) (Р.: быть острым (о режущем инструменте)', И.: sharp; T: kesici olmak) ҡ.
Яҡшы ҡырҡыу йәки тишеү. □ Быть острым (о режущем инструменте). Балта утә. Бысҡы утә. К Мәғфурә бысаҡты ҡаҙан ситенә шыйылдатып бер нисә тартып яныны ла Рәхимәгә кире һуҙҙы: «Үтә, шикелле». Һ. Дәүләтшина. • Үҫмәгән бойҙайға утмәгән ураҡ. Мәҡәл.
♦ Теш үтмәү кемгәлер йәки нимәгәлер көс етмәү. □ Быть не по зубам кому. Был мәсьәләгә тешем утмәне. һүҙе үтеү һөйләшкәндә кемдеңдер фекеренең өҫтөн булыуы.
□ Иметь вес (о чьих-л. словах). Һуҙе утер етәксе. • Буләге уткәндең һуҙе утер. Әйтем.
ҮТЕШЛӘЙ (Р: по пути; И.: in passing; T.: geçerken) р.
Үтеп барғанда, юл ыңғайында. □ По пути, попутно, мимоходом, проездом. ■ Иҫке универмаг янынан утешләй Гөлкәй уны [әсәһен ] эскә етәкләне, инеу менән, уйынсыҡтар булеге яғына йугерҙе лә куҙе витрина турен-дәге дәу ҡурсаҡҡа төштө. X. Тапаҡов. Ашы-ғыңҡырап сыҡҡан икән дә баһа, сәғәтенә куҙ атты ла, ҡаланың уҙәк майҙанын утешләй, машинаһын парк башланған юл ҡырына ҡайырып туҡтатты [Мәликә Мансуровна]. «Ағиҙел», № 12,2011.
ҮТИ-ҮТИ (Р: ути-ути; И.: cry made in calling ducks; T.: ördekleri çağırmak için çıkartılan ses) саҡ.
Өйрәкте саҡырыу һүҙе. □ Ути-ути (возглас, которым кличут уток). ■ Ymu-ymul — тип, һоро өйрәкте уҙебеҙ менән ҡайтырға саҡырҙы [Рауил]. С. Агиш.
ҮТКЕЛ (Р: брод, переправа; И.: ford; T.: geçiş) и. диал.
1. Кисеүҙең, йылғаның йәйәү йәки машина менән сығып йөрөй торған һай урыны.
□ Брод, переправа. ■ Башҡорт яугирҙары уткелдең ике башына йәпле урындарҙы һайлап, яйлашып ятыуҙарына әллә ни куп тә утмәне, Атанғол туғандың һыбайлылары ла килеп етте. Ғ. Хөсәйенов. Кемдер, һыу саптырҙатып, уткелдән йылғаны кисте, ҡырсында ваҡ таштар шығырҙаны. Ғ. Ибраһимов. Бер яғын бейек ҡая, икенсе яғын йылға ҡыҫҡан уткелгә килеп еттеләр [әсә менән ул]. Ғ. Хисамов.
2. Муйын (ҡоро ер өлөштәрен тоташтырып торған тар ғына ер һыҙаты).
□ Перешеек. Үткелде лә һыу баҫҡан.
ҮТКЕЛЕК (үткелеге) (Р: прихожая, передняя; И.: anteroom; T.: hol) и.
Ал яҡ, алдағы өй, алғы бүлмә, ишек төбө, урамдан өйгә үтеп йөрөй торған урын.
□ Прихожая, передняя. ■ Сәхибә тора торған ҙур булмәгә уткелектән һәм уға ҡаршы булған булмәнән ишек бар. Раҡия, Сәхибә, уткелектә кейемдәрен һалғандан һуң, зал аша булмәгә уҙҙылар. Ғ. Хәйри.
ҮТКЕЛӘҮ (үткелә-) (Р: расхаживать; И.: walk about; T.: gezinmek) ҡ.
1. Тегеләй-былай йөрөү. □ Расхаживать, прохаживаться, проходить. ■ Ауыр-ауыр хәбәрҙәр ишетелә; тирә-яҡта ят куҙҙәр, сит кешеләр куренгеләй; атҡа атланған, яу яраҡтары аҫҡан әҙәмдәр тегеләй ҙә, былай ҙа уткеләп тора. Ғ. Ибраһимов. Ул [йәш ҡатын] шулай һөйләнә-һөйләнә сисенде, ҡулындағы сирек боттай төйөнсөгөн һәндерә ситенә таратып ташланы, уҙе бер тегеләй, бер былай уткеләп, сулпыларын сылтыратты. 3. Ураҡсин. Ирҙәрҙең һуҙенә ҡолаҡ һалып, тегеләй-былай уткеләп йөрөгән Гөлзада тауыш бирҙе. Ғ. Хисамов.
2. Һирәк-Һаяҡ, әлдән-әле йөрөү. □ Изредка проходить, проходить время от времени. ■ Ә сиғандар, арбаларына тейәлеп, ысынлап
255