ҮТКЕРЛЕК
маҡсаттан аҙашып ҡалырға ярамай. Д. Бүләков. Әммә [шағирҙарҙың] иң бөйөктәренең ҡайһыһын алма, улар, батшаларҙың мәрхәмәтенә, фани донъяның уткенсе ҡыуаныстарына ҡарағанда, рухи азатлыҡты артығыраҡ кургәндәр! Ә. Хәкимов.
ҮТКЕР I (Р.: острый; И.: sharp; Т.: keskin) с.
1. Йөҙө (6) бик йоҡа, яҡшы үтеүсән. □ Острый. Үткер балта. Үткер бысҡы. ■ Үткер бысаҡ куреугә әллә шат булдың? «Ҡиссаи Йософ». Йыртҡыс, уҙенең табышын ташлап, Ҡарабайға ынтыла, әммә башына сабылған уткер ҡылыстан уҙе батырҙың аяҡ аҫтына ауа. «Ҡуҙыйкүрпәс». Курәнде йолҡоу ҡыйын ғына, дөрөҫ, тамыры ныҡ тугел, тик ҡамыштыҡы кеуек уткер ситтәре ҡулды киҫә. С. Агиш. • Үткер ҡылыс ҡынын киҫер. Мәҡәл. Үткер бысаҡ, һимеҙ ит табын ҡәҙерен килтерер; яман ҡатын, ялҡау ат әжәлдән элек ултерер. Мәҡәл.
2. Осо, теше бик осло. □ Острый. ■ Этем, уткер тештәрен ялтыратып, яман итеп ырылданы ла, артҡы аяҡтарына баҫып, барлыҡ көс-ғәйрәте менән бурегә ташланды. Л. Якшыбаева. Йәйләуҙә йөрөусе йәш ҡоралайҙар ара-тирә тыуып уҫкән биләмәләренең сигенә барып сыҡҡанда, ҡартаталары-ның баш осондағы уткер мөгөҙөнә куҙ һалып та китер булды. Ә. Үтәбай.
3. кусм. Ҡыйыу, сос. □ Бойкий, проворный, расторопный. Үткер егет. Үткер кеше. М Айытбай — ауылдың уткер, уҫал кешеһе. С. Агиш.
4. кусм. Киҫкен, бик әһәмиәтле, көн үҙәгендәге, ҡыйыу, уяу фекерле. □ Важный, острый, злободневный. ■ Ким Әхмәтйәнов-тың, Әнур Вахитовтың, Марат Минһа-жетдиновтың уткер мәҡәләләрен, Ғайса Хөсәйеновтың дәлилле сығыштарын әле генә уҡыған, тыңлаған инек. Ф. Күзбәков.
5. кусм. Әсе, ҡырҡыу (тәмгә ҡарата). □ Кислый, горький, крепкий, острый (о вкусе). Үткер ҡымыҙ. Үткер бал.
6. кусм. Осло, һәйбәт күргән (куҙгә ҡарата). □ Острый, зоркий (о зрении). М Берҙән-бер көндө һиҙгер һыуһылыу Дим яғынан сабып килеусе ат тояҡтары тауышын ишетә, уткер куҙҙәре куккә кутәрелгән саң
томанын курә. «Заятүләк менән һыуһылыу». Үткер куҙҙәр ҙә унда бер ни курмәҫ-тәр, ынйы кеуек тештәр ҙә ҡойолоп бөтөр. «Ҡиссаи Йософ». Әбйәлил районының Ташбулат ауылында тыуып уҫкән ҡаһарман егеттең куҙҙәре уткер, ҡулдары ныҡ була, әммә, иң мөһиме, ҡыйыулығы һәм тәуәккәл-леге менән айырылып тора ул. «Ағиҙел», № 5, 2013.
7. кусм. Зәһәр, уҫал (ҡараш тураһында).
□ Пронзительный, пронизывающий (о взгляде). ■ Ҡарашы уткер, быраулай, сәнсеп йыҡҡандай. Т. Ғарипова. Йәмил следовател-дең өтөп барған уткер ҡара куҙҙәренә туп-тура ҡарарға тырышты. Р. Байбулатов.
8. кусм. Һиҙгер, сос (ҡолаҡҡа ҡарата).
□ Острый (о слухе). Үткер ҡолаҡ, ишетеп тә ҡалған.
9. кусм. Ныҡ сағыу, яҡты. □ Яркий (о лучах). ■ [Кәҫтәрән:] «Етте, буйтым етте, Алла бойорһа, быйыл яҙғы бураҙнаға аяғымды баҫмайым, бер батман да иген сәсмәйем!» — тип ҡәһәт итеп ҡарай, ләкин, ғәҙәттә, ул йоҡлаған сарлаҡ тәҙрәһен яҙ ҡояшының уткер нурҙары мансый башлауы менән, йоҡоһонан яҙа. Р. Өмөтбаев.
10. кусм. Күңелгә үтеп инерлек (тауышҡа ҡарата). □ Проникновенный (о голосе). ■ Хәбибйән хәҙрәттең асыҡ, уткер тауышынан ҡаушап ҡалды. Ф. Аҡбулатова.
11. кусм. Зәһәр, сәнскеле, төртмә, әсе (телгә ҡарата). □ Острый, колкий (о языке). ■ Айзирәк ҡыҙ — ай, зирәк ҡыҙ, уткер теле, изгеләрҙән изгерәктер, юҡтыр кере. Ш. Бабич. Хәниф Ҡәрим замандаштары араһында уткер телле булыуы менән айырылып тора. Р. Бикбаев. • Үткер һуҙ йәнгә хас, уткер бысаҡ ҡынға хас. Әйтем.
12. Һөйәккә тиклем үтерлек (һалҡын йәки ел тураһында). □ Пронизывающий. М Яҙғы уткер ел иҫә, төн куҙгә төртһәң куренмәҫлек ҡараңғы ине. Ә. Вәли.
ҮТКЕР II (Р: бойко; И.: trippingly; Т.: kıvrak) р.
Ҡыйыу, сос, сая. □ Бойко, проворно, расторопно. Үткер һөйләшеу. Үткер булып уҫеу.
ҮТКЕРЛЕК (үткерлеге) (Р: острота; И.: sharpness; T.: keskinlik) и.
257