Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 258


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҮТКЕРЛӘНЕҮ
1. Йөҙө (6) бик йоҡа йәки осло; теше бик ослолоҡ; яҡшы үтеүсәнлек. □ Острота.
■ Ҡылысымдың уткерлеген йөҙбаштар ҙа, меңбаштар ҙа, ябай сарбаздар ҙа татыны. «Һуңғы Һартай». Ошо һуҙҙәрҙән һуң ул [егет] әллә ҡайһы еренән ҙур ғына бәке килтереп сығарҙы ла, бысағын асып, уткерлеген бармағы менән һыйпап ҡараны. Д. Бүләков.
2. кусм. Ыжғырлыҡ, үҙәккә үтеүсәнлек. □ Пронзительность. ■ Болоттоң ҡуйылығынан, йәшендең уткерлегенән, силәкләп ҡойған ямғырҙан шундай ҡурҡыныс була, бына-бына хәҙер, секунд эсендә йәшен уҡтары башыңа тондорор ҙа, мәңгегә көл булырһың кеуек тойола. Һ. Дәүләтшина.
3. кусм. Тапҡырлыҡ, зирәклек. □ Бойкость, хваткость, сообразительность. Аҡыл уткерлеге. М Һуғыш йылдарында Халиҡ бабай Йәмиләне, ошо уткерлегенә ҡараптыр инде, хатта председатель ярҙамсыһы итеп тә урләтеп ҡараған. Р. Байымов. Иртәгә ни көткәнен мин дә куҙалларға тырышам, һәр намаҙҙа Аллаһы Тәғәләнән зиһен уткерлеге һорайым. Б. Рафиҡов.
4. кусм. Яҡшы күреү һәләте. □ Зоркость.
■ Куҙ уткерлеге тугел, бәғер ҡатылығы кәрәклектән вәкил итеп Ҡолошҡа бер курә-ғарау уҫал кешене ебәрҙеләр. М. Кәрим. Тик лётчик булырға яҙмаған Рифмирға, куҙ уткерлеге кәмерәк булып сыҡҡан. Б. Ноғо-манов.
5. кусм. Зәһәрлек, сәнскелек, төртмәлек, эсел ек (телгә ҡарата). □ Острота, колкость языка, острословие. М Үҙен тотошона, теленең уткерлегенә, тыйнаҡлығына иҫең-аҡылың китер. Р. Камал.
ҮТКЕРЛӘНЕҮ (үткерлән-) ҡ.
1. төш. ҡар. үткерләү, страд, от үткерләү. Үткерләнгән бысаҡ. ■ Әле мин әйткән силлогизмдан алынған формуланы былай ҡуйып ҡарайыҡ: токарҙарҙың тумбочкаһында унар киҫкес тутығып ята, береһе лә уткерләнмәгән. Ә. Байрамов. Өҫтәуенә, уның [ҡаршылыҡтың] уң сите, бысаҡ йөҙө рәуешле, сарланып, уткерләнеп бөткәйне. М. Кәрим. Теше уткерләнгән буре кәрәк мә-лендә ҡойроҡто әле уңға, әле һулға борор төлкөләй ҙә ҡыланды. Ғ. Хөсәйенов.
2. кусм. Ҡыйыуға әйләнеү, ҡыйыуланыу, саяланыу. □ Стать смелым, отважным.
■ Тәзкирә һаман уткерләнә, асыҡлана бара, оригиналь ҡыланырға ярата. С. Агиш. Уяна халыҡ, уткерләнә, уҫә. Р. Байымов. Ғабдулла ла ҡалай уткерләнеп ҡайтҡан. Р. Ғабдрахманов.
3. кусм. Нимәнеңдер камиллаштырылыуы, яҡшыртылыуы, шымартылыуы. □ Совершенствоваться, улучшаться (о чём-л.). ■ Бар тирә-йун әллә ниндәй аһәң менән һуғарылған: сафлыҡмы, тантаналыҡмы һулышы һиҙелә, кукрәк киңәйә, ҡараштар уткерләнә. Р. Камал. Уйы уткерләнә төшкәс, донъя айышы, ғаләм серҙәре кеуек көндәлек тормоштан алыҫ нәмәләр куңелен арбаны [Юламандың]. Ә. Хәкимов. Ҡуп уйланыу һөҙөмтәһендә зиһене зирәкләнеп, фекерҙәре уткерләнеп китте һымаҡ. Б. Рафиҡов.
4. кусм. Уҫалланыу. □ Становиться злым, зубастым, опасным. М [Земский — Хәсәнйән әфәндегә:] Тик ҡарағыҙ уны, тешегеҙ уткерләнгән, йоҙроғоғоҙ төйнәлгән, ҡылыстарығыҙ сарланған, мылтыҡтарығыҙ таҙартылған булһын. С. Поварисов.
ҮТКЕРЛӘТЕҮ (үткерләт-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. үткерләү, понуд. от үткерләү. Бысаҡты уткерләтеп алыу. М Әхмәҙулла бабайҙан кисә генә уткерләтеп алғайным әле. Н. Мусин. Иртән иртук тимерлеккә барып, ызбурыйҙарымды уткерләтәм, утә тупаҡланғандар, — тигән булды [бабай]. Й. Солтанов.
2. кусм. Ҡыйыуға әйләндереү, ҡыйыу итеү. □ Сделать решительным, смелым.
■ Уйланыу, уйлана белеу — кешенең кешелеген кутәрә, аҡылын сафландыра, ҡарашын уткерләтә торған шарт ул. Ә. Вахитов.
ҮТКЕРЛӘҮ (үткерлә-) (Р: заточить, оттачивать; И.: whet; T.: bilemek) ҡ.
1. Ҡайрап, игәп, сарлап, үткергә әйләндереү; үткер итеү. □ Заточить, оттачивать что. // Заточка, оттачивание. Балта уткер-ләу. Бысҡы уткерләу. Салғы уткерлэу.
■ Балтаһын Сәкәсә йылғаһы ташына ут-керләп алды ла кәрәк һабы, кунәк, һелкәуес, ялғаш яһай кереште. И. Ғиззәтуллин. Походҡа китәсәк ир-егеттәр уҡ башаҡтарын
258