Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 261


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҮТКӘРЕҮ
водить, провести, прочёркивать, прочертить, обозначить. Канал уткәреу. Өйгә газ уткәреу. Телефон уткәреу. Я Бына ошо көндәрҙә электр уткәрә башлайбыҙ. Д. Исламов. Ҡамыр батыр юлды ла ошо таштың уртаһынан уткәрергә булған, ти. Әкиәттән.
6. Ниндәйҙер машина, ҡоролма ярҙамында эшкәртеү. □ Проводить, пропускать через что. Я Һонторҙоң ҡушыуы буйынса, ул ҡамыр баҫа, ит турағыс аша ит уткәрә. Ә. Бикчәнтәев.
7. Тишеп йәки тишектән аша сығарыу. □ Проткнуть, проколоть, пропустить. Епте энә куҙенән уткәреу. Я Инде һауығыр, иншалла, — тине лә, ҡурғаштың ослораҡ бер урынын тишеп, еп уткәреп, Емештең муйынына таҡты [Сыуаҡай әбей]. 3. Биишева.
8. Һеңдереп, һарҡытып һ. б. үҙе аша сығарыу. □ Пропускать, протекать, продувать. Итек һыу уткәрә. Ҡыйыҡ ямғыр уткәрә. Тун елде уткәрмәй.
9. махс. Электр тогын, йылылыҡты, тауышты һ. б. үҙе аша сығарыу. □ Проводить. Еҙ йылыны яҡшы уткәрә.
10. Купмелер ваҡытты ҡайҙалыр йәшәү, тороу; уҙғарыу. □ Проводить, провести, побывать, проживать. Йәйҙе ауылда уткә-реу. Я Ауыр эштәр эшләргә йәш булғас, өйҙән өйгә йөрөп, йөҙ һыуын тугеп, һоранып тамаҡланып көн уткәргән, ти [Һәубән]. «Аҡбуҙат». Саҡырыр ҙа кәкук, һайрар былбыл, нисек уткәрербеҙ был йәйҙе. Халыҡ йырынан. • Ғумер ҡыҫҡа, уткәрмә бушҡа. Мәҡәл.
11. Ниндәйҙер эш, сараны һ. б. ғәмәлгә ашырыу, тормошҡа ашырып тамамлау; уҙғарыу. □ Претворить в жизнь, воплотить, реализовать, осуществить. Байрамды куцел-ле уткәреу. Дәрес уткәреу. Репетиция уткәреу. Я Туған-тыумасаны йыйып, бәпес туйы уткәрҙеләр. Б. Рафиҡов. Һайлауҙар уткәреу куп сығымдар талап итә, ҡайҙан алырға уны? Р. Байымов. Аҙаҡ Рәмиҙең китаптарын сығарып, кисәләрен уткәреп, исемдәр юллап, уны раҫлауҙағы беҙ яулаған тантана-байрамдар был эйфорияны тағы
ла көсәйтеберәк ебәрҙе. Р. Бикбаев. • Эт менән ҡоҙа булһаң, һөйәк менән туй уткә-рерһең. Мәҡәл.
12. Ҡайҙалыр урынлашырға, ниндәйҙер составҡа инергә мөмкинлек биреү. □ Выдвигать, выдвинуть (кандидатуру — куда, кем). Бюроға уткәреу. Депутатлыҡҡа уткәреу. ■ Беҙҙеңсә, — тине Баһау, Казаковҡа тағы ла бер ҡарап алғас, — ауыл Советы председателе итеп Бикбулатты уткәрергә кәрәк. С. Агиш.
13. Тәғәйенләү, теркәү. □ Назначать, определять, регистрировать ■ Приказ буйынса практикант итеп уткәргәндәр. С. Агиш.
14. Баҫып сығарырға, сәхнәлә ҡуйырға һ. б. тауыш биреү, һайлап алыу һөҙөмтәһендә рөхсәт итеү. □ Пропускать, пропустить, разрешать, разрешить к напечатанию, к постановке. Әҫәрҙе цензура аша уткәреу. Экспертиза аша уткәреу. Проектты комиссиянан уткәреу. ■ Жюриҙың өс ағзаһы ла уны икенсе турға уткәрергә тип тауыш биргәс, башҡарыусы балаларса бер ҡатлылыҡ менән аяҡтарын тыпырҙатып ебәрҙе. Г. Ситдиҡова.
15. Иҫәпкә, ҡаралыуға, тикшереүгә дусар итеү. □ Подвергнуть проверке, счёту. Аттестация комиссияһынан уткәреу. Материалдарҙы теркәуҙән уткәреу. ■ Тикшереу уткәрҙеләр, һуғышсының нимәһе етмәй, старшиналар һәм тәьминәтселәр ошонда уҡ бирә барҙылар. И. Ғиззәтуллин.
16. кусм. Тәнгә, йәнгә тәьҫир итеү. □ Воздействовать на тело, душу; задеть за живое, задеть за душу, пробирать до души. Һыуыҡ уткәреу. ■ «Көн яманы утә лә китә, бына әҙәм яманы уҙәккә уткәрә», — тине ҡәйнәһе Нәҡиә бер көн. И. Ноғманов.
17. Ниндәйҙер күңелһеҙ, ауыр хәл-ваҡиғаны, сирҙе һ. б. баштан кисереү, күреү, татыу; уҙғарыу. □ Пережить. Ауырлыҡтарҙы уткәреу. ■ Курәһең, тормош елдәренең барыһын да уҙ йөрәге аша уткәргәндер инде был кеше. Д. Бүләков.
18. кусм. Хаҡҡа биреү, һатыу. □ Пропускать, пропустить, продавать, продать, реализовывать, реализовать. Ҡиммәт уткәреу. Тауарҙы тиҙ уткәреу.
261