ҮТКЕРЕҮСӘН
♦ Күҙҙән үткәреү ҡарау, ҡарап сығыу, байҡау. □ Осмотреть, обозреть, окинуть взглядом. ■ Почиталин тотош төркөмдө күҙҙән үткәрҙе. Б. Рафиҡов. «Был залда һис юғында берәй ауылдаш булырға тейеш бит!» — тип, сираттағы миңә күренгән бөтә кешеләрҙе күҙҙән үткәрә башланым. Ш. Бикҡол. Ҡолаҡ ситенән үткәреү иғтибар итмәү, иғтибарһыҙ ҡалдырыу. □ Оставить без внимания. ■ Ҡатындың әсе һүҙҙәрен ҡолаҡ ситенән генә үткәреп ебәрҙе [Фәрит Мотаһарович]. Н. Алсынбаев. Ҡылыстан үткәреү сабып үлтереү. □ Убить мечом. ■ һөйләшә торғас, шул асыҡланды: Кабанов тигән берәү, Көйәш кешеһе, үҙе һымаҡ башкиҫәрҙәрҙе йыйып, уны «ҡыҙыл отряд» тип атап, тирә-яҡ ауылдарҙа .. тауыш күтәргәндәрҙе күпләп тотоп атҡан йә ҡылыстан үткәргән. Р. Байымов. Энә күҙенән үткәреү ҡар. энәнән-ептән үткәреү. ■ Ситтәрәк ултырған, бөтәһен дә энә күҙенән үткәреүсе, полктарҙың, һалдаттарҙың именлеге, әрме именлеге өсөн яуаплы бер кеше бөтәһен дә диҡҡәт менән күҙәтә. Ф. Аҡбулатова. Энәнән-ептән үткәреү бик ентекләп, ныҡлап тикшереү. □ Тщательно проверять. Конкурсанттарҙың эштәрен энәнән-ептән үткәреү.
ҮТКӘРЕҮСӘН (Р: проницаемый; И.: penetrable; T.: geçirindi) с.
Нимәнелер үҙе аша үткәрә торған. □ Проницаемый, проводящий. Үткәреүсән тоҡомдар. Һауа үткәреүсән кейем. Электр үткә-реүсән матдәләр.
ҮТКӘРЕҮСӘНЛЕК (үткәреүсәнлеге) (Р: проводимость; И.: conduction; T: iletkenlik) и. махс.
1. Электр тогын, йылылыҡты, тауышты һ. б. үткәреү сифаты. □ Проводимость, проницаемость. Металдың үткәреүсәнлеге. Һауа үткәреүсәнлеге.
2. биол. Ниндәйҙер ярһыуҙы, импульсты үткәреү һәләте. □ Проводимость. Нервы үткәреүсәнлеге.
ҮТКӘРЕШЕҮ (үткәреш-) ҡ. урт. ҡар. үткәреү 1, 2, 4-7, 10-12, 14, 15, 17, 18. взаимн. от үткәреү 1, 2, 4-7, 10-12, 14, 15, 17, 18. Байрам үткәрешеү. Телефон үт-кәрешеү.
ҮТКӘРМӘ I (Р: предмет ритуальной магии; И.: kind of ritual hoop; T.: bir tür muska) и. этн.
Доғалыҡ яҙылған бетеүҙең бауы йәки айыу, бүре ауыҙы (ритуаль таҙартыу, һаҡлау, ҡурсалау өсөн баш аша кейеп, аяҡ осонан сығарып эшләнә торған ырымда ҡулланылған магик предмет). □ Предмет ритуальной магии (молитвенный пропускник, молитвенный круг или круг из растянутой волчьей, медвежьей губы; используется для отгона нечистой силы от беременных, новорождённых, бесплодных или больных). ■ Оҙаҡ балаһы булмаған ҡатынды бүре үткәрмәһе йәки доғалар яҙылған үткәрмә аша үткәреү йолаһы булған. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
ҮТКӘРМӘ II (Р: засов; И.: bar; Т.: mandal) и. диал. ҡар. типке I.
Ишекте, ҡапҡаны эстән бикләй торған арҡыры таяҡ. □ Засов двери, ворот, калитки. Төнөн ишеккә үткәрмә һалып ҡына йоҡлай инек.
ҮТКӘРМӘ III (Р: балка; И.: log; balk; T.: kiriş) и. диал.
Иҙән аҫтындағы урҙа, матса. □ Балка, брус. Мунсаға үткәрмә һалыу. Үткәрмә эшләү.
ҮТКӘРМӘ IV (Р: молитва над умирающим; И.: prayer for the dying; T: yasin duası) и. диал.
Ясин, кеше үлгәндә уҡыла торған доға. □ Молитва над умирающим. Үткәрмә сығыу. Үткәрмә уҡыу.
ҮТКӘРТЕҮ (үткәрт-) ҡ. йөкм. ҡар. үткәреү 1-7, 11-15, 17, 18. понуд. от үткәреү 1-7, 11-15, 17, 18. Телефон үткәртеү. Ишектән үткәртеү. Тәҡдимде үткәртеү.
ҮТКӘҮЕЛ (Р: перевал; И.: pass, passage; T.: dağ geçidi) и.
1. Tay, урман, һыу, һаҙҙан аша үтерлек тар ер. □ Перевал. М [Аҡбуҙат:] Беҙҙең үткән бер ерҙән, күлде бүлгеләп, үткәүел яһалыр. «Аҡбуҙат». Үткәүелкәйҙәрҙе, ай, үтәйек, үтә алған ерҙән китәйек. Халыҡ йырынан. • Үткәүелһеҙ булһа — һыуҙан биҙ. Мәҡәл.
262