ҮТМӘҪ
2. Юл аша йәйәүлеләр үтә торған махсус урын. □ Пешеходный переход (наземный или подземный). Я Балаларығыҙға юлдан сыҡҡанда тик йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән үткәүелдәр аша ғына сығырға кәрәклеге тураһында иҫкәртеп тороғоҙ. «Ашҡаҙар», 22 август 2012. «Дан бульвары» һәм «Үҫмерҙәр китапханаһы» туҡталыштарында ер аҫты үткәүелдәрен эшләү планлаштырыла. «Киске Өфө», № 1, 2011.
3. диал. Аша үтеп йөрөрлөк ваҡ ағаслыҡ. □ Мелколесье. Я Үткәүелкәйҙәрҙән үткән саҡта, саҡсауылҡай башын төйҙөңмө? Халыҡ йырынан.
ҮТКӘШЕҮ (үткәш-) (Р.: становиться впалым; И.: become hollow; T.: çökmek) ҡ.
Оҙаҡ ваҡыт ас йөрөүҙән ныҡ тартылыу (эскә ҡарата). □ Становиться впалым, впасть. М Эскә инһәң, эҫтәре үткәшкән малдар уны [Мәҙинәне] күреү менән, бер тауыштан баҡырып, сынйырҙарын сыңғы-ратып, уның яғына әйләнәсәк. Т. Ғарипова. Инә болан да йәш әле, күрәһең: аяҡтары нәҙек оҙон, эсе артҡа табан нәҙегәйә барып, үткәшеберәк тора. Н. Мусин. Эсәгендә төйөрөм ризыҡ юҡ, эсе арҡаһына үткәшеп ҡатҡан. Ш. Янбаев.
ҮТКӘШТЕРЕҮ (үткәштер-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. үткәшеү, понуд. от үткәшеү.
Эсте үткәштереү.
2. Ике ҡул бармаҡтарын бер-береһе-нең араһына үткәреү. □ Сплести пальцы. ■ Михаил Иванович, бармаҡтарын үткәштереп, ҡулын тубығына һалды. С. Кулибай.
ҮТ ҠЫУЫҒЫ и. анат. ҡар. үт 2. Үт ҡыуығы ауырыуҙарын диагностикалау. Телдең ситтәре ярылыуы бауыр һәм үт ҡыуығы сирҙәре хаҡында бәйән итә.
ҮТЛӘМ ТАЯҠ (таяғы) и. диал. ҡар. тыйғыса. Балаҫ һуғыуҙа үтләм таяҡ ҡулланалар.
ҮТЛӘТЕҮ (үтләт-) ҡ. йөкм. ҡар. үтләү. понуд. от үтләү. Күп ашаһаң, үтләтә.
ҮТЛӘҮ (үтлә-) (Р.: отрыгивать; И.: belching; belch; T.: geğirmek) ҡ.
Майлы нәмәне күп ашағандан һуң тәмһеҙ итеп кикереү. □ Отрыгивать (при переедании жирной пищи). // Отрыжка. Н [Көн
һылыу:] Бына әйт әле, һин зоотехник бит, беҙ үҙебеҙ майлы аштан үтләйбеҙ. Ә мал? Шуны уйлағанығыҙ бармы? Ғ. Ибраһимов.
ҮТЛӘҮЕК (үтләүеге) (Р: отрыжка; И.: belching; belch; T.: geğirme) и. диал.
Кикереү. □ Отрыжка. Кеше алдында, туҡ бүре шикелле, шул тикле үтләүек тотоп йөрөү килешмәй ҙә. Ашҡаҙан алама эшләгәс, үтләүек йонсота инде.
ҮТЛӘШ и. диал.
1. ҡар. үтләм таяҡ. Үтләште бороу.
2. туҡ. Иреш ебе, буйлыҡтың көрөҫтән артҡы сәйгә тиклемге өлөшө. □ Часть основы за нитченками.
ҮТМӘЛЕ (Р: проходимый; И.: fordable, passable; T.: geçilir) с.
Үтерлек, үтә алырлыҡ. □ Проходимый. ■ Турғай осоп үтмәле тимер селтәр аша уңдан күрше Вадим Фёдоровичҡа, ана, гелән үк булмаһа ла, йомоштары йыш төшә. С. Шәрипов.
♦ Тауыҡ кисеп үтмәле һай. □ Неглубокий, мелкий, мелководный. Йылға бөтөнләй һайығып, бөтөп, тауыҡ кисеп үтмәле ҡалды. Үҙәккә үтмәле йөрәккә, күңелгә ятҡан. □ Проникновенный, задушевный, искренний. ■ Шиғырҙың эске айышына, моңһоу асылына иғтибар итегеҙсе, аяныслы моңайып типкән, үҙәктәргә үтмәле бөтөн шиғыр юлдары моң-һағыш теҙеме бит. Ғ. Хөсәйенов. Тик сабый саҡта уҡ ауыртыу-һыҙлауҙары үҙәккә үтмәле сирҙәр кисереп үҫкәндәр ҙә күп бит. Р. Түләк.
ҮТМӘҪ I (Р: тупой; И.: blunt; T: küt) с.
Үткер булмаған, киҫмәгән, тупаҡ. □ Тупой. ■ Үтмәҫ бәке менән ебәктән ишелгән бауҙы ҡырҡыу еңел эш түгел шул. Ә. Бикчәнтәев. Валентина Марковнаның «эш араһында ғына» баяғы үтмәҫ салғы менән йөрөп сапҡан ике-өс йөк бесәне күпкә барманы. Д. Исламов. Калай етте, шулай итеп үтмәҫ балта менән бер ағас киҫеп алды ла емерелеп ятҡан ҡойма эргәһенә килде [Айнур]. Н. Мусин. • Үтмәҫ бысаҡ тотҡансы, тешләп аша туйғансы. Мәҡәл. Үтмәҫ бысаҡ ҡул киҫер. Мәҡәл.
♦ Үтмәҫ игәү мыжыҡ кеше. □ Зануда. Олоғайғас кеше мыжый, күп һөйләй, үтмәҫ
263