ҮТМӘҪ
игәугә әйләнә: тормош ҡанундары шулай ҡоролған.
ҮТМӘҪ II с. ҡар. үтемһеҙ 2. ■ Кисә генә баҙары юғары ине, бегөн — утмәҫ тауар, бото — бер тин! Р. Камал.
♦ Үтмәҫ тауар бер кемгә лә ярамаған йәки бер ҡайҙа ла һыймаған кешегә ҡарата әйтелә. □ Неуживчивый человек. ■ Әммә утыҙҙы уҙҙы, ике балаһы бар, тимәк — утмәҫ тауар. Р. Сабитова.
ҮТМӘҪЛӘНДЕРЕҮ (үтмәҫләндер-) ҡ. йөкм. ҡар. үтмәҫләнеү, понуд. от үтмәҫләнеү. Үтмәҫләндереп бөтөлгән бысаҡ.
ҮТМӘҪЛӘНЕҮ (үтмәҫлән-) ҡ. төш. ҡар. үтмәҫләү, страд, от үтмәҫләү. ■ Кистән утмәҫләнгән салғыларҙы һайлап алып сукей башланы [Хәбибулла ҡарт], бер аҙҙан сәкелдәгән тауыштар аҫта ла, өҫтә лә ишетелде. Я. Хамматов. Менге өсөн арыҫлан да, дошмандарҙы дер ҡалтыратып дауыл сығарырға һәләтле Аҡбуҙат та, һис тутыҡмаҫ һәм утмәҫләнмәҫ булат ҡылыс та, шуларҙы Уралға буләк итеусе Һомай ҙа — барыһы ла батырға ярҙамлашыусылар ғына. Ғ. Хисамов.
ҮТМӘҪЛӘТЕҮ (үтмәҫләт-) ҡ. йөкм. ҡар. үтмәҫләү, понуд. от үтмәҫләү. Бысаҡты утмәҫләтеп бөтөргән был малай.
ҮТМӘҪЛӘҮ (үтмәҫлә-) (Р: тупить, затуплять, затупить; И.: blunt; T.: körlet-mek) ҡ.
Үткерҙән үтмәҫкә әйләндереү, үтмәҫ итеү. □ Тупить, затуплять, затупить. М [Кәмән менән Сәмән — Сәлмәнгә:] Бысҡы менән балтаны эштән сығарып, утмәҫләп бөтөргәнһең. Әкиәттән.
ҮТӘ I (Р: насквозь; И.: through; T.: bir uçtan bir uca) р.
1. Бер яғынан икенсе яғына сыҡҡансы; ашанан-аша. □ Насквозь. К Ут сәсеп ер йөҙөнә Аҡһаҡ Тимер ялт итеп утә сыҡҡан ялағайҙай. «Ағиҙел», № 4, 2013. • Ағас тамыры ер утә керә, әҙәм тамыры ил утә керә. Мәҡәл.
2. Сиктән тыш, бик, ифрат. □ Слишком, крайне, чрезмерно. Үтә матур. Үтә яҡшы. ■ Шул арҡала айыу балаһының ауыҙсалары киңәйә, утә еҫле майҙары һарҡып сыға.
Ә. Бикчәнтәев. Беҙ, башҡорттар, аттарыбыҙ һымаҡ, утә сабыр, утә туҙемле, әммә, бер ярһыһаҡ, тотоп тыйып булмай, тартһаң да ныҡ теҙгенде. Р. Ғарипов. • Үтә башһыҙ булһаң, башһыҙ ҡалырһың, утә булдыҡһыҙ булһаң, ашһыҙ ҡалырһың. Мәҡәл.
ҮТӘ II (Р: через; И.: across, through; T.: -dan) бәйл.
Төп килештәге һүҙҙәрҙән һуң килеп, нимәнеңдер бер яғынан икенсе яғына табан булған йүнәлеште белдерә, аша. □ Через. ■ Урман утә уткән был осҡалаҡ юл ағас тамырҙары менән киртмәсләнеп, утеусе-ләрҙе урле-тубәнле һиңкетеп, маҙаһын ала. Т. Хәйбуллин. Беҙ вагон тәҙрәһе утә алыҫтарға ҡарайбыҙ. Ғ. Дәүләтшин. • Турҙә ултырған турә бурәнә утә буре курә. Мәҡәл.
ҮТӘБИКӘ (Р: иволга; И.: oriole; Т: bayağı sarıasma) и. зоол.
Ҡанат осо ҡара, үҙе сағыу һары төҫтәге һыҙғырып һайрай торған урман ҡошо; һарығош. □ Иволга (лат. Oriolus). Н Үтәбикә ҡошо ашыҡмай ғына һыҙғыра. Я. Хамматов. Шунда Рәфҡәт ниндәйҙер ҡоштоң «Үә-әт, уә-әт» тигән һымаҡ яңғырауыҡлы тауышын ишетеп .. ҡысҡырып ебәрҙе: «Үтәбикә-иркәбикә! .. һарғылт ҡына матур бер ҡош ул». Р. Сабитов.
ҮТӘГҮР с. диал. ҡар. күрәш.
ҮТӘҘЕК (Р: прозрачный; И.: transparent; T: şeffaf) с. диал.
1. Үтә күренмәле. □ Прозрачный. Үтәҙек быяла. Үтәҙек тәҙрә селтәре.
2. Шыйыҡ, таралып торған. □ Жидкий, рассеянный. Үтәҙек болот. Үтәҙек томан.
ҮТӘЛЕҮ (үтәл-) ҡ. төш. ҡар. үтәү. страд, от үтәү. ■ Юҡҡамы ни башҡорттоң уҙ нәҫелдәштәрен ете быуынына тиклем мотлаҡ белергә тейеш булыуы йола, ҡанун рәуешендә утәлгән һәм халыҡты туплау, бер бөтөнгә ойоштороуҙа төп шарт булып быуындан быуынға кусә килгән. Г. Ғиззәтуллина. Ғарипов, аяҡ остарына баҫып ҡына, хужаның әмере утәлеуе һәм бишбармаҡ ярты сәғәттән әҙер буласағы тураһында иҫкәртте. Р. Өмөтбаев. Подполковник әфәнде, һеҙ йөкмәткән йомош урын-еренә етке-
264