ҮТӘҮСЕ
pen үтәлде! — тине дәрәжә буйынса араларынан иң өлкәне, Тимашев алдына килеп тып баҫып. И. Ноғманов.
ҮТӘЛЕШ (Р.: выполнение; И.: implementation; T.: gerçekleştirme) и.
Ниндәйҙер эштең тормошҡа аткарылышы, ғәмәлләнеше. □ Выполнение, осуществление. Пландың үтәлеше. Ҡарарҙың үтәлеше. ■ Команданың берҙәм, етеҙ, теүәл үтәлешен тәьмин итергә тырышып, лейтенант Хөсәйенов кешеләрҙе оҙаҡ ыҙалатты, үҙе лә ныҡ интекте. Я. Хамматов. Корпус командалығы дивизия штабының ҡайһылай хәрәкәт ите-үен, бойороҡтарҙың дөрөҫ бирелеүен һәм аныҡ, тиҙ үтәлешен тикшерә, алғы һыҙыҡтағы һуғышсыларҙың һөжүмде кире ҡағыуҙа үҙ бурыстарын нисек аңлауҙары менән ҡыҙыҡһына. Р. Өмөтбаев. [Генерал:] Старшина Иҫәкәев, һин үҙеңдең Рәсәй закондарының үтәлешен тәьмин итергә, үҙ волосыңда тәртип һаҡларға ҡуйылған кеше икәнеңде беләһеңме? Н. Мусин.
ҮТӘЛӘЙ (Р: насквозь; И.: through; Т.: boydan boya) р.
Үтәнән-үтәгә, үтә, бер яғынан икенсе яғына сыҡҡансы. □ Насквозь. К [Еңеү менән еңелеүҙәр] көн менән төндәй алмашып, киләләр бер-бер артлы: үтәләй күренгәндә лә, зәңгәр күк ете ҡатлы. Ф. Күзбәков. Шулай итеп, прополис — һаҡланыу сараһы, нығытма һымаҡ, бал ҡорттарын торлағын үтәләй өргән елдән, һалҡындан, дымлылыҡтан, күгәреүҙән һәм төрлө микробтарҙан һаҡлай. С. Бәҙретдинов. Әмирхановтың күҙҙәре бик үткер, тирә-яҡтағы бөтә нәмәне үтәләй тишеп ҡарай. С. Агиш.
ҮТӘЛӘК (үтәләге) (Р: шумовка; И.: perforated spoon; T.: kevgir) и.
Тишекле сүмес. □ Шумовка, дуршлаг. Үтәләккә һалыу. Үтәләктән үткәреү.
ҮТӘНӘН-ҮТӘ р. ҡар. үтәләй. ■ Әлбиттә, төнө буйы яуған ямғыр бесәнде үтәнән-үтә еүешләгән. Н. Ғәйетбай. Кайһы береһенең түбәһе ҡабыҡ менән ябылған, ҡыйыҡ алдары, арттары ҡапланмағанлыҡтан, үтәнән-үтә күренеп тора. М. Ғиләжев.
♦ Үтәнән-үтә күреү кемдең кемлеген, уй-фекерен белеп тороу. □ Хорошо знать,
предчувствовать кого, чувствовать необходимость чего, соотв. Видеть насквозь. ■ һинең хәлең, кем әйтмешләй, шалтай-бал-тайыраҡ һиҙелә: мин үтәнән-үтә күреп торам. М. Кәрим.
ҮТӘНӘН-ҮТӘГӘ р. ҡар. үтәнән-үтә. Үтәнән-үтәгә ел йөрөп тора.
ҮТӘРЕМ (Р: четверть; И.: quarter; Т.: çeyrek) и. диал.
Түтәрәм, сирек, дүрттән бер өлөш. □ Четверть, четвертина, четвёртая часть чего-л. Бер үтәрем икмәк.
ҮТӘТЕҮ (үтәт-) ҡ. йөкм. ҡар. үтәү 1. понуд. от үтәү 1. ■ Яҙылмай, план хәлендә генә ҡалған икенсе китапта автор Сөнә-ғәтте күренекле революционер Шәһит Хоҙайбирҙин менән осраштырырға, уның йомоштарын үтәтергә һәм хатта денщигы итергә лә уйлай. Ә. Вахитов. Ҡарарҙы сығарыу — бер эш, уны үтәтеү мөһим. Ә. Үтәбай.
ҮТӘҮ (үтә-) (Р: претворять в жизнь, осуществлять, реализовать; И.: realize, translate into reality; T: gerçekleştirmek) ҡ.
1. Ғәмәлгә ашырыу. □ Претворять в жизнь, осуществлять, реализовать. ■ Бурысын теүәл үтәргә тырышһа ла, уның [Котлоярҙың] күңеле һаман ҡәнәғәт түгел, һаман карьера эшләү хыялы уны тамам тура юлдан яҙлыҡтыра. М. Баһуманова. Быныһы инде — хәҙерге заманда айырыуса маҡтаулы бурыс, журнал иһә ошо бурысты үтәүгә тос ижади көсөн түгә. Р. Тойғонов. • Бурысты үтәү — үҙе бурыс. Мәҡәл.
2. Башҡарыу (нимәнелер йәки ниндәйҙер ролде). □ Играть роль, исполнять, исполнение (роли, номера). ■ Мәҡәлдәрҙең күпселеге эш тәжрибәһен, төрлө хеҙмәт процестарын образлы рәүештә нығытыусы ҡағиҙә ролен үтәй. Ф. Нәҙершина. Әҙәби тәнҡит, ҙурҙан ҡупҡанда, алда әйткән уҡытыусы һымаҡ барыбер ҙә ана шул юғары талапты ҡуйыусы, билдәләүсе фактор ролен үтәргә бурыслы. Ф. Күзбәков.
ҮТӘҮСЕ (Р: исполняющий; И.: executing, carrying out; T.: uygulayıcı) c.
Башҡарыусы. □ Исполняющий, выполняющий. Н Гөбәйҙуллиндың ошондай командир булыуы взводты һәр заданиены тиҙ
265